Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОЛОМИТ

Просмотров: 1546

ДОЛОМИТ (француз геологы Д.Доломьё исеменән), 1) СаМg(СО3)2 карбонаттар класы минералы. Кристалдары ромбоэдр формаһында. Бүленеп сығыу формалары тупаҫ бөртөклө агрегаттарҙан тығыҙ ауырлыҡҡа тиклем. Төҫһөҙ, аҡ, һоро төҫтә, көрән йәки йәшкелт сағылышлы, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4, тығыҙлығы 2800—2900 кг/м3, йәбешкәклеге камил. 2) Күбеһенсә Д. минералдарынан торған ултырма тау тоҡомо. Кальцит, ангидрит, гипс, кварц, халцедон һ.б. ҡушылмалары бар. Металлургияла (утҡа сыҙамлылар һәм флюстар), ауыл хужалығы (ҡара: Агрономик мәғдәндәр), быяла етештереүҙә (юғары сыҙамлы быялалар өсөн сеймал), төҙөлөштә (аҡ таш, йөҙләү таштары, ҡырсынташ), химия сәнәғәтендә ҡулланыла. БР территорияһында һуң кембрий алды һәм палеозойҙың карбонатлы ҡатламдары составындағы төрлө ҡалынлыҡтағы ҡатлам рәүешендә бирелә. Ҡатай Д. ятҡылығын — Белорет металлургия комбинаты, Ташлыныҡын Красноусол быяла заводы файҙалана. Александровка ятҡылығы (Белорет районы) тикшерелгән.

  Әҙәб.: Р у х и н Л.Б. Основы литологии. Л., 1961; Минерально-производственный комплекс неметаллических полезных ископаемых Республики Башкортостан. Казань, 1999.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023
Связанные темы рубрикатора: