Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАБЕЙӘ, һырт

Просмотров: 887

АЛАБЕЙӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы районы буйлап көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан Урал һәм Уй йй. баштары араһында һуҙылған. Оҙонлоғо 11 км, үҙәк өлөшөнөң киңлеге яҡынса 5 км, абсолют бейеклеге 1016 м (Йомро Сусаҡ тауы). Түбәһе яҫы, тар, киңлеге 40‑тан 50 м тиклем. 800 м ашыу түбәләр өҫтөнлөк итә; һыртта 1010, 1001 һәм 874 м бейеклектәге 3 түбә айырылып тора, һырттар араһындағы уйпатлыҡтар 700—800 м бейеклектә ята. Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш өлөштәрендә текә стеналар һәм йәмле курумдар бар. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы кварциттары һәм конгломераттарынан, урта рифейҙың әүжән свитаһы һәүерташтары һәм доломиттарынан тора. Ландшафтары, асыҡ ҡайын-ҡарағай урмандары менән ҡапланған ситке көнбайыш өлөшөн иҫәпләмәгәндә, далалы. Түбәһендә төрлө болонло дала үләндәре үҫә. Көтөүлек һәм сабынлыҡ сифатында ҡулланыла.

И.М.Япаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.02.2024