Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАТАУБАЛА, һырт

Просмотров: 1031

АЛАТАУБАЛА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Алатау һырты армыты. Ишембай районы буйлап Үрек й. үрге ағымынан Ҡолғона а. тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 548 м ашыу. Алатауайыры һәм Ҡалыуайыры йй. (Еҙем й. бассейны) һыу айырғысы булып тора. Өҫкө рифейҙың инйәр һәм минйәр свиталары эзбизташтары, ҡомташтары, алевролиттары, һәүерташтары, доломиттарынан тора. Ландшафтары һоро урман тупрағындағы ҡайын-уҫаҡ-ҡарағай һәм йүкә-имән-ҡарағай урмандарынан ғибәрәт. Көтөүлек сифатында ҡулланыла.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров




Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.02.2024