Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЙҮПОВ Рәмил Исмәғил улы

Просмотров: 1306

ӘЙҮПОВ Рәмил Исмәғил улы (4.8.1946, Өфө ҡ. — 10.8.2021, шунда уҡ), тренер. Фехтование буйынса СССР‑ҙың (1991) һәм РСФСР‑ҙың (1988) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың спорт мастеры (1966). БАССР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1989). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1972). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — Ю.Ю.Хозиков). Үҫмер спортсылар араһында РСФСР чемпионы (1966). 1974 й. алып “Локомотив” ДСО‑һының Башҡорт өлкә советы тренеры, 1978 й. — БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта рапира менән фехтование буйынса БР ир‑егеттәр йыйылма командаһының баш тренеры, СССР йыйылма командаһы тренеры (1983—88); 1988 й. Ҡытай йыйылма командаһын Олимпия уйындарына әҙерләй; 1996 й. башлап 23‑сө СДЮСШОР, 2011 й. — 19‑сы СДЮСШОР, 2016 й.—фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры. Бөтә Рәсәй йәйге спорт төрҙәре буйынса тренерҙар смотр‑конкурсы еңеүсеһе (1987). Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Ғәниев, Ә.К.Ибраһимов, В.Р.Әйүпов, А.К.Әхмәтхужин, ш. уҡ 40‑тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2016), Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021
Связанные статьи: