Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘБӘЙ СВИТАһЫ

Просмотров: 1284

БӘЛӘБӘЙ СВИТАһЫ, пермдең урындағы стратиграфик бүлексәһе. М.Э.Ноинский Бәләбәй районы сиктәрендә айырып күрһәтә (1932). Ултырмалар Е.И.Тихвинская (1946), Н.Н.Форш (1951), В.А.Чердынцев (1937), М.А.Юнысов (1980) тарафынан тасуирлана. Б.с. ултырмалары БР‑ҙың төньяғында һәм Урта Кама буйында, үрге өлөшө Бәләбәй ҡ. тирәһендә һәм Татарстандың көнсығышында күҙәтелә. Йәше буйынса ҡазан ярусы аналогы. Өфө ярусының шишмә свитаһында ята һәм түбәнге татар ултырмалары менән ҡаплана. Һирәк эзбизташ ҡатыш ҡыҙыл мергель, балсыҡ һәм ҡомташ ҡатламынан ғибәрәт. Урта Кама буйында һәм БР‑ҙың төньяғында һирәк сыбар мергель һәм ҡараһыу һоро балсыҡлы эзбизташ балсыҡ һәм алевролит менән ритмик рәүештә ҡатлауланған конгломерат линзалары булған көрән-ҡыҙыл полимикт ҡомташтан тора. Тоҡомдарҙың төҫө көрән‑ҡыҙыл. БР территорияһында ҡалынлығы 100—200 м. Сөсө һыу фаунаһы (остракодтар, антракозидтар, тетраподтар һ.б.) хас. Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш сигенән үҙәк өлөшөнә табан Б.с. терриген ултырмалары әкренләп ҡазан ярусының диңгеҙ ултырмалары менән алмашына.

   Әҙәб.: Региональная стратиграфическая схема верхнепермских отложений Русской платформы. Свердловск, 1990.

М.А.Юнысов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.12.2022
Связанные темы рубрикатора: