Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРБАРИЙ

Просмотров: 833

ГЕРБАРИЙ (лат. herba — үлән, үҫемлек), фәнни їйрєнеў һәм уљыу їсїн махсус йыйылған һәм киптерелгән үҫемлектәр коллекцияһы, ш. уҡ ул һаҡланған учреждение. Дөйөм (мәҫ., билдәле бер терр‑я флораһының Г.) һәм махсус (техник, дарыу үҫемлектәренең һ.б. Г.) Г. айырыла. Г. өсөн йыйылған үҫемлектәр ҡалын ҡағыҙ битенә беркетелә һәм ҡуш биткә йәки пакеттарға (мүктәр, лишайниктар) һалына. Этикеткаһында үҫемлектең исеме, йыйылыу урыны һәм ваҡыты, коллектор (йыйыусы) т‑да мәғлүмәт күрһәтелә. Һаҡлау урындарында Г. системалы принцип б‑са урынлаштырыла. Тәүге Г. 15 б., Рәсәйҙә 18 б. башында төҙөлә. Рәсәйҙә иң ҙур Г. РФА‑ның Ботаника ин‑тында (С.‑Петербург, 5 млн ашыу өлгө) һәм МДУ‑ла (600 меңдән ашыу) урынлашҡан. Башҡортостанда тәүге Г. йыйыу И.Г.Гейнцельман (1735—37), П.С.Паллас (1769, 1770, 1773), И.И.Лепёхин (1770), И.П.Фальк (1771) һ.б. тарафынан үткәрелә. Респ. фәнни Г. төҙөү 20 б. 20‑се йй. аҙағында башлана. Коллекцияның төп өлөшөн Башҡортостан комплекслы экспедицияһы (И.М.Крашенинников, С.Е.Кучеровская-Рожанец, С.А.Невский, А.К.Носков һ.б.), 1932—37 йй. Башҡ‑н тупраҡ-ботаника бюроһы (А.Н.Богданов, М.Р.Зюрюнина, С.Ф.Курнаев, Е.Д.Куцевол һ.б.) һәм Ботаника баҡсаһы (Е.Н.Клобукова‑Алисова, О.И.Кузенева һ.б.) хеҙм‑рҙәре йыя. Коллекцияны төҙөүҙә 1941—43 йй. Е.М.Брадис, М.И.Котов һ.б. ҡатнаша. 1951 й. Өфөнөң фәнни учреждениелары Г. СССР ФА Башҡ‑н филиалы Агробиология ин‑тының (ҡара: Биология институты) ботаника секторында берләштерелә. Г. фондтарын артабан И.Б.Ғофранова, Ә.Х.Ғәлиева, А.Ә.Мулдашев, Г.В.Попов, С.С.Хәйретдинов һ.б. коллекторҙар тулыландыра. Биология ин‑тында ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең — яҡынса 100 мең, мүктәрҙең — 3 меңдән ашыу һәм лишайниктарҙың 2 мең өлгөһө һанала. Г. фондтары “Башҡорт АССР‑ның ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәре белешмәһе”н (“Определитель высших растений Башкирской АССР”; 1988, 1989), “Башҡорт АССР‑ның Ҡыҙыл китабы”н (“Красная книга Башкирской АССР”; 1984, 1987), “Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы”н (“Красная книга Республики Башкортостан”; 2011) һ.б. баҫмаларҙы төҙөгәндә ҡулланыла. Уҡыу өсөн тәғәйенләнгән Г. ҡайһы бер вуздарҙа һәм Милли музейҙа бар.

Әҙәб.: Мулдашев А.А., Гуфранова И.Б. Материалы по изучению флоры Башкирии //Ресурсы и интродукция растений в Башкирии. Уфа, 1983.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019