Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЛОРИСТИКА

Просмотров: 1034

ФЛОРИСТИКА, 1) Ер һәм уның өлөштәренең флораһын өйрәнгән ботаника бүлеге. Ф. төп маҡсаты — флораның төр составын асыҡлау (инвентаризация), өйрәнелгән терр‑яны маршрутлы тикшереү барышында билдәләнә. Мәғлүмәтте документлаштырыу ысулы — гербарийҙар йыйыу. Тәү сиратта флора абориген (урындағы) һәм адвентив (ситтән килтерелгән) фракцияларға бүленә. Систематик анализда төр, зат һәм ғаилә һаны, төрҙәрҙең юғары ранг таксономик категориялары (бүлектәр, кластар) араһында бүленеше һ.б.; экологик анализда — төрҙәр дымға, тупраҡтың әселегенә һ.б. мөнәсәбәте; ценотик анализда — үҫемлектәр донъяһының йәки үҫемлек төркөмдәренең төп типтарына тура килеүе; геогр. (хорологик) анализда — ареалдар типтары; биол. анализда — йәшәү формалары (ағас, ҡыуаҡлыҡтар, күп йыллыҡ үләндәр һ.б.; Х.Раункиер классификацияһына ярашлы: гемикрипто‑, теро‑, фанерофиттар һ.б.), туҡланыу ысулы б‑са (автотрофтар, гетеротрофтар, паразит үҫемлектәр һ.б.) билдәләнә. Өйрәнелгән флораларҙа үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре, реликттар, эндемиктар ҡарала, мал аҙығы үҫемлектәре, дарыу үҫемлектәре, баллы үҫемлектәр һ.б. булыуы айырым тикшерелә. Флораның адвентив компоненты индерелеү ваҡыты һәм ысулы, төрҙәрҙең натуралашыу кимәле б‑са анализлана. Эндемик таксондарҙы һәм уларҙың флораһының барлыҡҡа килеү тарихын барлау өсөн флористик районлаштырыу үткәрелә, унда иң эре берәмектәр булып Голарктик, Палео‑, Неотропик батшалыҡтар тора.

2) Тере, консервацияланған, ҡоро үҫемлек материалдарынан (япраҡ, сәскә, емеш һ.б.) флористик эштәр (буклет, коллаж, панно һ.б.) яһаған биҙәү‑ҡулланма сәнғәте төрө. Башҡортостанда Ф. өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 2‑се ярт. алып Ботаника баҡса‑институтында (Л.Н.Миронова, Л.С.Никитина, В.П. Путенихин, З.Н.Сөләймәнова һ.б.), БДУ‑ла (З.Н.Сәйфуллина), БДПУ‑ла (З.Н. Дорошева, Н.В.Суханова) һ.б. алып барыла. Ф. техникаһын эшләү 20 б. 2‑се ярт. “Башҡортостан сәскәләре” пр‑тиеһында, Урман хужалығы техникумында, “Флоранж” ЯСЙ‑нда (Өфө) һ.б. үҫеш ала.

Әҙәб.: Т а х т а д ж я н А.Л. Флористические области Земли. Л., 1978; Эколого‑географический анализ флоры Республики Башкортостан /Р.Г.Минибаев [и др.]. Уфа, 1995; Флора и растительность Южно‑Уральского государственного природного заповедника. Уфа, 2008.

А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019