Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРҒЫҘ‑МИӘКӘ, ауыл, Миәкә р‑ны үҙәге

Просмотров: 1556

ҠЫРҒЫҘ‑МИӘКӘ, ауыл, Миәкә р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Миәкә а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнб. 190 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡырғыҙ‑Миәкә й. (Дим й. басс.) буйында, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Стәрлебаш, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Тәтер‑Арыҫлан—Стәрлебаш, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,9; 1920 — 2,5; 1939 — 2,7; 1959 — 3,2; 1989 — 6,7; 2002 — 7,6; 2010 — 7,4. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Миәкә урта мәктәбе №1), ДЮСШ, сәнғәт мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, “Эрмитаж” картиналар галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), мәҙәниәт йорто (8 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1767 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1770 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, 1779 й. хеҙмәтле татарҙар килеп урынлаша. 1762 й. 345 кеше йәшәгән, 1865 й. 118 йортта — 875 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ‑татар мәктәбе, земство дауаханаһы, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. М.И.Абдуллин, И.Ғ.Вәлиев, З.Т.Вәлиева, Л.Ә.Вәлиева, Ғ.Ғүмәр, Б.Х.Сатыев, М.Ғ.Хафизов, Д.Ф.Шакиров, Т.Х.Әхмәҙиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019