Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨҢГӨР ЯРУСЫ

Просмотров: 1238

КӨҢГӨР ЯРУСЫ (Пермь крайының Көңгөр ҡ. исеменән), пермдең аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Әртә ярусы һәм өфө ярусы араһында урынлашҡан. А.А.Штукенберг тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Башлыса һай диңгеҙ ҡултығы һәм континенталь ултырмаларҙан тора, ҡалынлығы 100—1000 м. Ҡабырсаҡтар, остракодтар, миоспоралар һәм акритархтар хас. Филиппов һәм ирен горизонттарына бүленә. БР территорияһында Урал алды бөгөлөндә К.я. составында ангидрит һәм гипс өҫтөнлөк итә, һирәгерәк аргиллит, доломит, ҡомташ, мергель, таш тоҙ осрай. Урал йыйырсыҡлы өлкәһенең алғы йыйырсыҡтар зонаһында ылымыҡтар һәм фораминиферҙар менән диңгеҙ эзбизташтары ҡатламдары бар.

Е.И.Кулагина

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.12.2022
Связанные темы рубрикатора: