Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМАИЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 758

ИСМАИЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1815 кеше; 1920 — 2315; 1939 — 2114; 1959 — 1548; 1989 — 1997; 2002 — 2006; 2010 — 2081 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). И. “Башволготанкер” судносылыҡ компанияһының ремонт һәм туҡталыу пункты эшләй; урта һәм муз. мәктәптәре, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, музей, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1725 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — типтәрҙәр, 1773 й. ш. уҡ шарттарҙа — мишәрҙәр, 1789 й. типтәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. 1795 й. Смаил булараҡ иҫәпкә алынған, 56 йортта 374 кеше йәшәгән, 1865 й. 160 йортта — 977 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. аҙағынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. 3 мәсет, мәҙрәсә, бакалея һәм мануфактура кибеттәре булған. 1920 й. 1‑се И. һәм 2‑се И. булараҡ теркәлгән, халҡы бергә иҫәпкә алынған. И.И.Ғәзетдинова, Р.Х.Мәсәғүтов, И.М.Солтанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019