Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЛИ МӘҘӘНИӘТ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1250

МИЛЛИ МӘҘӘНИӘТ ИНСТИТУТЫ, 1932 й. Өфөлә Башҡортостан милли мәҙәниәт ҒТИ булараҡ асыла, 1936 й. үҙгәртеп ҡорола (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты). БАССР‑ҙың Мәғариф ХК ҡарамағында була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен башҡ. халыҡ йырҙары, Башҡортостанда революцион хәрәкәт тарихы б‑са документтар йыйыу һәм эшкәртеү; башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры тарихын өйрәнеү, теүәл һәм йәмғиәт фәндәре б‑са ғилми терминология эшләү, аҙ һанлы милләттәр мәҙәниәте мәсьәләләрен өйрәнеү һ.б. тәшкил иткән. Ин‑т составында сәнғәт белеме, тарих (1933 й. — тарих һәм иҡтисад), әҙәбиәт, тел белеме, Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте, һүҙлек‑терминология үҙәге, соц. көнкүреш, театр секторҙары; авторҙар, муз. этнография кабинеттары; башҡ. стенографияһының ғилми‑методик бюроһы эшләй. 1933 й. ин‑т инициативаһы м‑н СССР ФА Президиумы ҡарамағында Башҡортостанға даими ғилми ярҙам комиссияһы ойошторола. Ин‑тта 16 ғилми хеҙм‑р эшләгән (1933). Ғилми дисциплиналарҙың байтағы б‑са терминологик һүҙлектәр (1932 й. филос.‑иҡтисад, химия, матем. б‑са, үҫемлек атамалары һүҙлектәре баҫыла), стенография һәм машинкала баҫыу б‑са дәреслектәр, белешмә‑һүҙлектәр нәшер ителгән. Н.К.Дмитриев етәкс. урыҫ‑башҡ. һүҙлеген төҙөү башлана (1948 й. баҫылып сыға). Башҡорт, мари, мордва, сыуаштар һәм удмурттарҙың һ.б. муз. фольклорын йыйыу һәм өйрәнеү б‑са эш башлана. Ин‑т ғалимдары тарафынан 28 фәнни тема, ш. иҫ. аҙ һанлы милләттәр һәм БАССР райондарында татар һәм башҡ. телдәренең ассимиляцияһы проблемалары, тикшерелә. Ин‑т эргәһендә эшләгән муз.‑ижади бригада (С.Ғәбәши, А.С.Ключарёв, И.В.Салтыков, Ғ.С.Әлмөхәмәтов һ.б.) халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен йыйыу, эшкәртеү (1935 йылға яҡынса 1 мең башҡ., 500 татар һәм ҡырғыҙ, 200 сыуаш йыры яҙып алына), башҡ. телендә опералар ижад итеү (“Ала‑тау”, “Ҡалым”, “Һаҡмар” һ.б.), терминологик һүҙлек, мәктәптәр өсөн музыка б‑са программа һәм ҡулланма төҙөү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Әҙәбиәт белгестәре Аҡмулла, Т.Йәнәби, С.М.Мифтахов, А.М.Таһиров, Д.Юлтый һ.б. ижадын өйрәнә. Ш.Шәһәрҙең әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы нәшер ителә. Н.И.Тишин — мари теленең яңы орфографияһын, рәссам М.Д.Усмановкомментарийҙар һәм характеристикалар м‑н башҡ. орнаменттарының 36 табл. төҙөй. М.К.Любавский башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу, Башҡортостанды заводтар аша колониялаштырыу тарихы һ.б. темаларҙы өйрәнә. “Башҡорт АССР‑ы тарихы буйынса материалдар”ҙың (“Материалы по истории Башкирской АССР”) 1‑се томы (1936) һ.б. баҫылып сыға.

Әҙәб.: К а р и м о в К.К. Из истории Башкирского научно‑исследовательского института национальной культуры (1932—1940 гг.) // Из истории развития культуры в Башкирии. Уфа, 1978. 

 

Р.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019