Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗАРИПОВА Светлана Ринат ҡыҙы

ЗАРИПОВА Светлана Ринат ҡыҙы (9.10.1976, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Самбо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Дзюдо буйынса бөтә Рәсәй категориялы судья (2016). Урал фзик культура академияһын тамамлаған (2000). Стәрлетамаҡ ҡ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: Ю.В.Зубков, Р.Ш.Нагаев)....

ЗАРУБИН Иван Никифорович

ЗАРУБИН Иван Никифорович, З.‑Чика, граф Чернышёв [1736, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Яйыҡ ҡаласығы, хәҙ. Уральск ҡ., — 10.2. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24.1.) 1775, Өфө], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв генералы. Казактарҙан. Ырымбур сик һыҙығының Яйыҡ ҡаласығында хеҙмәт...

ЗАРУДИЙ Феликс Срульевич

ЗАРУДИЙ Феликс Срульевич (Александрович) (31.1.1938, Винница ҡ. — 15.4.2021, Өфө ҡ.), фармаколог. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). РФ-тың (2003) һәм БР-ҙың (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Ҡариҙел районының Кирҙә участка дауаханаһында баш табип булып...

ЗАРЯ, Архангел р-нындағы ауыл

ЗАРЯ, Архангел р-нындағы ауыл, Арх-Латыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Приуралье т. юл ст. К.-Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 407 кеше; 1989 – 423; 2002 – 364; 2010 – 294 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға...

ЗАРЯ, Күмертау ҡ. эсендә

ЗАРЯ, ҡасаба, 1984 й. алып Күмертау ҡ. эсендә. Ҡасабаға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантонында урыҫтар “Бедняк” ширҡәте булараҡ нигеҙ һала, 1925 й. 4 йорт иҫәпкә алынған. 1939 й. Заря утары булараҡ теркәлгән. Халҡы: 1939 й. — 138 кеше; 1959 — 348 кеше. 1984 й. Күмертау р‑нының Шәбағыш а/с ҡараған,...

ЗАТ

ЗАТ, грамматик категория, эш-хәрәкәт субъектының һөйләүсегә мөнәсәбәтен белдерә. Башҡорт телендә З. категорияһы үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең күбеһенә һәм ҡайһы бер модаль һүҙҙәргә хас; З. алмаштары системаһында махсус һүҙҙәр м‑н бирелгән 3 грамматик формаһы (1‑се, 2‑се, 3‑сө З.) бар. З. белдереүсе саралар...

ЗАТЛЫ МЕТАЛДАР

ЗАТЛЫ МЕТАЛДАР, алтын, көмөш, ағалтын һәм Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VIII төркөмдөң ағалтын төркөмө металдары — платиноидтар (иридий, осмий, палладий, родий, рутений). Аҡһыл һоро йәки көмөш төҫлө (алтындан башҡалары) ауыр иреүсе металдар, көмөш м‑н алтын — 960,5°С һәм 1063°С, платиноидтар...

ЗАХАРОВ Вадим Петрович

ЗАХАРОВ Вадим Петрович (19.4.1975, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Семён‑Петровский а.), химик. БР ФА профессоры (2016), химия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ (өҙөклөк менән) эшләй: 2012—20 йй. фәнни эштәр буйынса проректор,...

ЗАХАРОВ Игнатий Иванович

ЗАХАРОВ Игнатий Иванович [1.4.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Өйәҙебаш а. (БР‑ҙың Миәкә р-ны) — 14.12.1993, Ижевск], хирург. Мед. ф. д-ры (1965), проф. (1967). БАССР-ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1939) Сыуаш АССР‑ында эшләй: 1940 й. башлап Шераут дауаханаһының...

ЗАХАРОВ Руслан Альбертович

ЗАХАРОВ Руслан Альбертович (24.3.1987, Горький ҡ.), спортсы. Шорт-трек б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2004), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2011). БДУ‑ны тамамлаған (2010). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры А.Ә.Тимербулатов). Эстафетала Олимпия уйындары чемп. (2014). 3000 м дистанцияла...

ЗАХАРОВА Евгения Александровна

ЗАХАРОВА Евгения Александровна (1.2.1944, Ульяновск өлк. Иҫке Салаван а. — 16.1.1993, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1978). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) Өфөлә эшләй: М.И.Калинин ис. мәҙәниәт йорто эргәһендәге халыҡ һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе, 1973 й. алып...

ЗАҺИҘУЛЛИН Зариф Шакир улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Зариф Шакир улы (14.2.1904, Өфө — 4.8.1982, шунда уҡ), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1961), проф. (1962). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1956), РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1946). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1928). 1931 й. башлап 3‑сө терапия дауаханаһының баш табибы (Өфө), 1934 й. — БДМИ‑ла (1956 й. алып...

ЗАҺИҘУЛЛИН Искәндәр Мөхәмәт улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Искәндәр Мөхәмәт улы (19.9.1948, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2001). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972). 1973 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй (1984 й. бүлек мөдире), 1984 й. — БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы, 1996 й. —...

ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы (1.1.1977, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2010). Ш.З.Заһиҙуллиндыңулы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй (2004 й. алып халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, йөрәктең пейсмекер каналын, электр ҡырын өйрәнеүгә арналған....

ЗАҺИҘУЛЛИН Рауил Рөстәмбәк улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рауил Рөстәмбәк улы (17.12.1959, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге продукцияны етештереү, уның сифаты һәм эшләү циклы м‑н идара итеү проблемалары, машиналар эшләүҙә технологик процестарҙы автоматлаштырыу м‑н бәйле....

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәйес Нурый улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәйес Нурый улы [20.2.1940, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], химик‑органик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1999). РФ‑тың (2007) һәм БРҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). Л.Н.Заһиҙуллинаның ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып “Каустик”...

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәшит Шәйҙулла улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәшит Шәйҙулла улы (6.11.1948, Ишембай ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1976; педагогы Л.Ф.Мөғтәбаров) 1994 й. тиклем Башҡ‑н ижади‑производство комб‑тында рәссам, 2001 й. алып 2‑се Өфө пед. колледжында уҡыта. З. ижадында реалистик һәм авангард...

ЗАҺИҘУЛЛИН Ринат Васиҡ улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Ринат Васиҡ улы (12.1.1960, Ырымбур өлк. Тирис‑Усман а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Екатеринбургта эшләй: 1984 й. тиклем “Электроавтоматика” з‑дында инженер, 1987 й. алып РФА Урал бүлегенең Металдар физикаһы ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. 1993 й. алып “Геофизика”...

ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы (14.8.1944, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән эшмәкәре, БССР‑ҙың атҡ. табибы (1991), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). З.Ш.Заһиҙуллиндың улы. БДМИ‑ны тамамлаған...

ЗАҺИҘУЛЛИНА Аделина Рөстәм ҡыҙы

ЗАҺИҘУЛЛИНА Аделина Рөстәм ҡыҙы (13.1.1993, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018). 23‑се СДЮСШОР (тренеры О.М.Шагаева), 5‑се республика спорт профилле мәктәп‑интернаты һәм Фехтование буйынса олимпия резервы спорт...