Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСЛАМ

ИСЛАМ (ғәр. — буйһоноусанлыҡ), донъя диндәренең береһе. 7 б. Көнбайыш Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — Мөхәммәт пәйғәмбәр. Эйәреүселәре — мосолмандар. Дин ғилеме сығанағы —Ҡөрьән. Изге риүәйәттәре — Сөннә. И. хоҡуҡ нормалары шәриғәттә теркәлгән. И. төп талаптары: 1) шәһәҙә — бер Аллаға инаныу,...

ИСЛАМБАЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ИСЛАМБАЙ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Аҫҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 154 км алыҫлыҡта Оло Шәйек й. (Ағиҙел й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 188 кеше; 1920 — 205; 1939 — 153; 1959 — 164; 1989 — 295; 2002 — 374; 2010 — 359 кеше. Башҡорттар...

ИСЛАМБАҠТЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

ИСЛАМБАҠТЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Исламбаҡты а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Абдулла т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.-Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1004 кеше; 1920 — 1298; 1939 — 1305; 1959 — 849; 1989 — 493; 2002 — 516; 2010 — 446...

ИСЛАМҒА ТИКЛЕМГЕ ДИНИ ИНАНЫУҘАР

ИСЛАМҒА ТИКЛЕМГЕ ДИНИ ИНАНЫУҘАР, башҡорттарҙа: ислам үтеп ингәнгә тиклем таралған дини ҡараштар йыйылмаһы. Башҡорттарға әйберҙәрҙе һәм тәбиғәт күренештәрен йәнләндереү, уларға ҡөҙрәтле көс һәм кеше сифаттары биреү хас була. Ибн Фаҙлан яҙмалары б‑са, башҡорттар 12 “хужаға” — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең...

ИСЛАМҒӘЛИЕВ Ринат Ҡаҙыхан улы

ИСЛАМҒӘЛИЕВ Ринат Ҡаҙыхан улы (3.3.1958, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2000), проф. (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфө коммутация аппараттары з‑дының “Меркурий” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында эшләй. 1984 й. алып Украина ССР‑ы ФА‑ның Материалдарҙы өйрәнеү ғилеме проблемалары...

ИСЛАМҒОЛ ЮЛДАШЕВ

ИСЛАМҒОЛ ЮЛДАШЕВ, башҡорт ихтилалы (1735—40) юлбашсыларының береһе. Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. 1736 й. алып Мәндәр Ҡарабаев м‑н берлектә Себер даруғаһы терр‑яһында һуғыша. 1737 й. яҙ аҙағында Ҡоҙаш Рахманғолов һ.б. етәкс. хөкүмәткә “тоғро” старшиналар отрядтарына...

ИСЛАМҒОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ИСЛАМҒОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Елдәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 47 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 331 кеше; 1920 — 517; 1939 — 410; 1959 — 288; 1989 — 289; 2002 — 312; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ИСЛАМҒОЛОВА Кинйәбикә Бастай ҡыҙы

ИСЛАМҒОЛОВА Кинйәбикә Бастай ҡыҙы (22.1.1953, Һарытау өлк. Күсембәт а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1981) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), ӨДСИ‑не (1986; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙм‑рҙәрен яңынан әҙерләү ин‑тын (Мәскәү, 1995;...

ИСЛАМҒОЛОВА Ынйы Әхмәт ҡыҙы

ИСЛАМҒОЛОВА Ынйы Әхмәт ҡыҙы (12.9.1935, Ырымбур өлк. Сабаҡлы а.), педагог-методист. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Ырымбур өлк. Хәлил р‑ны Әптерәш тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1960 й. алып Хәйбулла р‑ны Аҡъяр урта мәктәбенең дир. урынбаҫары,...

ИСЛАМОВ Динис

ИСЛАМОВ Динис [Денис Фәтхи улы; 15.12.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Муса а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 14.4.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. Көйөргәҙе р‑нының Таймаҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1947 й. алып “Кызыл таң” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1950 й. —...

ИСЛАМОВ Рафаэль Ғәле улы

ИСЛАМОВ Рафаэль Ғәле улы (1.3.1954, Өфө — 12.10.1998, шунда уҡ), фоторәссам. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1991). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) «Башфото “Нур”» Башҡ. респ. фоторәсем эштәре ПБ инженеры, 1978 й. алып 1‑се СПТУ, 1981 й. — 70‑се СПТУ уҡытыусыһы. И. ижады...

ИСЛАМОВ Рәшит Сәхипкамал улы

ИСЛАМОВ Рәшит Сәхипкамал улы [10.6.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ташлытамаҡ а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 10.8.1988, Бәләбәй ҡ.], сыр яһау оҫтаһы. 1946 й. алып Дәүләкән р‑нының “Большевик” к‑зында, 1950 й. — Дәүләкән май з‑дында, 1962 й. — Шафран сыр з‑дында, 1967—88 йй. Бәләбәй һөт комб‑тында эшләй....

ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы

ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы (19.8.1946, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Костин а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Баймаҡ тәж.‑производство хужалығында ғилми хеҙм‑р, баш зоотехник. 1986 й. алып БАССР А.х. министрлығының баш зоотехнигы, 1991 й. — БР МС‑нда баш белгес,...

ИСЛАМОВА Регина Марат ҡыҙы

ИСЛАМОВА Регина Марат ҡыҙы (11.2.1982, Сахалин өлк. Көньяҡ Курил ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (2004) Органик химия ин‑тында эшләй (2008 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 2012 й. башлап БДАУ-ҙың дөйөм химия каф. мөдире. 2013 й. алып Санкт‑Петербург ун‑тының Химия...

ИСЛАМОВА София Ғиззәт ҡыҙы

ИСЛАМОВА София Ғиззәт ҡыҙы [26.7.1948, Чкалов өлк. Бәшир а. (Ырымбур өлк.)], зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумында, 1973 й. алып Баймаҡ р‑нының Ҡуянтау урта мәктәбендә...

ИСЛАХОВ Фазлетдин Фәррәх улы

ИСЛАХОВ Фазлетдин Фәррәх улы (17.6.1944, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Монас а. – 18.4.2016, БР-ҙың ш. уҡ районы Яңыбай а.), график. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000). Журналистар союзы ағзаһы (1979). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов) Баймаҡ ҡ. мәҙәниәт учреждениеларында,...

ИСМАИЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ИСМАИЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1815 кеше; 1920 — 2315; 1939 — 2114; 1959 — 1548; 1989 — 1997; 2002 — 2006; 2010 — 2081 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). И. “Башволготанкер”...

ИСМАИЛ, Туймазы р-нындағы ауыл

ИСМАИЛ, Туймазы р-нындағы ауыл, Кәкребаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 902 кеше; 1920 — 1060; 1939 — 605; 1959 — 256; 1989 — 113; 2002 — 169; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 17 б....

ИСМАҠАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл

ИСМАҠАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Үрге Әүжән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 121 км һәм Олойылға т. юл ст. 50 км алыҫлыҡта Оло Әүжән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 672 кеше; 1920 — 948; 1939 — 624; 1959 — 509; 1989 — 280; 2002 — 322; 2010 — 273 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Соц.‑мәҙәни...

ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы

ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы (4.3.1958, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып ғилми-тикшеренеү секторының нач. урынбаҫары, 1987 й. – нач., 1988—2007 йй....