Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИОАННИКИЙ

ИОАННИКИЙ (донъяуи исеме Образцов Иван Яковлевич; 1793, Тверь наместниклығы Титовка а. — 18.4.1880, Чернигов губ. Нежин ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1835—49). Дини тәғлимәт канд. (1817). Архимандрит (1825). Монахлыҡ ҡабул иткән (1819). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1817) Чернигов...

ИОАНН II

ИОАНН II (донъяуи исеме Братолюбов Сергей Васильевич; 16.6.1882, Ҡазан — 27.2.1968, Ульяновск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Башҡортостан архиепискобы (1945—48). Дини тәғлимәт канд. (1906). Архиепископ (1943), архимандрит (1912). Монахлыҡ ҡабул иткән (1907). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1906) Сембер,...

ИОАНН I

ИОАНН I (донъяуи исеме Поярков Виктор Алексеевич; 10.11.1883, Пермь губ. Көңгөр ҡ. — 30.1.1933, Өфө), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән епискобы (1928—33). Дини тәғлимәт канд. (1911). Схиархиепископ (1933), архиепископ (1931). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1909) Волынск...

ИОАНН (Корионов И.Н.)

ИОАНН [донъяуи исеме Корионов Иван Несторович; 1823, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ярославка а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 29.1.1915, Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастыры], дин әһеле. Архимандрит (1901). Монахлыҡ ҡабул иткән (1851). 1838 й. алып Иоанн (Гордеев) нигеҙ һалған Йүрүҙән скиты послушнигы. 1852 й....

ИОАНН (Гордеев В.Ф.)

ИОАНН [донъяуи исеме Гордеев Василий Фёдорович; 1801, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ярославка а. (БР-ҙың Дыуан р‑ны) — 21.7.1866, Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастыры], дин әһеле. Монахлыҡ ҡабул иткән (1832 й. Власий, 1840 й. Иоанн исеме м‑н). Беглопоповсылар яҡлы була. 1834 й. Троицк өйәҙе Дыуан...

ИҢКЕШТӘР

ИҢКЕШТӘР (Bombus), ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған яры ҡанатлылар заты. Яҡынса 300 төрө билдәле; Африканан башҡа, бөтә континенттарҙа ла киң таралған. БР‑ҙа 40‑тан ашыу төрө бар: баҡса И., баҫыу И., ер И., ҡала И., өң И. һ.б. Тәне 3,5 см тиклем оҙонлоҡта, ҡуйы төклө, ҡара, аҡ, сағыу ерән һәм һары...

ИҢ ЯБАЙҘАР

ИҢ ЯБАЙҘАР, бер күҙәнәклеләр (Protozoa), хайуандарҙың ярым батшалығы. 39 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бер нисә йөҙ төрө бар. 7 типҡа бүленә: апикомплекстар, асцетоспоралылар, лабиринтулдар, микроспоридиялар, миксоспоридиялар, инфузориялар, саркомастигофорҙар. И.я....

ИНЯКИН Николай Яковлевич

ИНЯКИН Николай Яковлевич (3.1.1932, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Лопатино а., хәҙ. Өфө эсендә, — 10.11.1974, Өфө), композитор, педагог. Композиторҙар союзы ағзаһы (1964). Ҡазан консерваторияһында уҡыған (1950—52; А.С.Леман класы), Рига консерваторияһын тамамлаған (1955; А.П. Скулте класы). 1957—65 йй. Өфө сәнғәт...

ИНФУЗОРИЯЛАР

ИНФУЗОРИЯЛАР (Ciliophora), иң ябайҙар тибы. 6 класы, 8 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 50‑нән ашыу төрө бар. Бер күҙәнәкле колониаль организмдар, оҙонлоғо 10 мкм алып 3 мм тиклем. Хәрәкәтсән (йөҙә йәки шыуыша алған), хәрәкәтһеҙ, яңғыҙ, һабаҡлы йәки һабаҡһыҙ, ҡаты ҡабыҡлы организмдар....

ИНФРАСТРУКТУРА

ИНФРАСТРУКТУРА (лат. infra – түбәнге, аҫҡы; structura – төҙөлөү, урынлашыу), йәмғиәттең нормаль йәшәйешенә булышлыҡ итеүсе иҡтисадтың етештереүсе һәм етештереүгә бәйле булмаған тармаҡтары берлеге. Матди етештереү өлкәһен хеҙмәтләндереүсе пр‑тиелар етештереү И. барлыҡҡа килтерә (һыу менән тәьмин итеү,...

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА, инфраҡыҙыл нурланышты (оҙонлоғо 0,76‑нан 1000 мкм тиклем булған тулҡындар спектры) барлыҡҡа килтереү, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү ҡорамалдары, приборҙары, ш. уҡ фән һәм техниканың инфраҡыҙыл нурланышты, уның физик үҙенсәлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән ысулдарҙы һәм техник сараларҙы...

ИНФОРМАТИКА

ИНФОРМАТИКА, мәғлүмәттең төҙөлөшөн һәм дөйөм үҙенсәлектәрен, ш. уҡ уны йыйыу, һаҡлау, эҙләү, эшкәртеү, үҙгәртеү, таратыу һәм кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә файҙаланыу м‑н бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнеүсе фән тармағы. И. төп йүнәлештәре: теоретик (ғәмәли һәм техник И. фәнни нигеҙен, мәғлүмәт теорияһын,...

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар барлыҡҡа килтергән ауырыуҙар, улар сирле кешенән йәки хайуандан һау кешегә йоға. Һәр бер И.а. айырым бактерия, вирус, бәшмәк, риккетсия һ.б. тыуҙыра. И.а. күбеһенә киң таралыу һәләте, патологик процесс барышының цикллығы һәм инфекциянан һуң иммунитет...

ИНТРОДУКЦИЯ

ИНТРОДУКЦИЯ (лат. introductio — индереү), ниндәй ҙә булһа организмдың төрөн, ярым төрөн, үҫемлек сортын йәки хайуан тоҡомон улар элек осрамаған ергә күсереү. И. маҡсатлы рәүештә биологик төрлөлөктө арттырыу, организмдарҙың генофондын һаҡлап ҡалыу, культуралы флораны, йорт хайуандарының төр һәм тоҡом...

ИНТЕРПОЛЯЦИЯ

ИНТЕРПОЛЯЦИЯ (лат. Interpolation – үҙгәреү), ниндәйҙер дәүмәлдең мөһим нөктәләрҙәге билдәле ҡиммәттәре б‑са аралаш ҡиммәттәрен табыу, аппроксимацияның төрө. И. алымдары функциялар теорияһында һәм ғәмәли фәндәрҙә (яҡынса интеграциялау, тигеҙләмәләр сығарғанда), статистикала (осраҡлы хаталарҙы алып ташлау...

ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР

ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР, төрлө телдәрҙә тышҡы төҙөлөшө (һәр телдең фонетик һәм график үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып) һәм мәғәнәһе б‑са тап килгән һүҙҙәр; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең бер төрө. Башҡорт телендә нигеҙҙә урыҫ теле аша үтеп ингән И. йәшәп килә (ҡара: Урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Улар ике төркөмгә...

ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР

ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР (лат. inter — араһында һәм металл), ике йәки бер нисә металдың иретеү, ныҡ ҡыҙҙырып йәбештереү, электролиз йәки механик ҡатыштырыу юлы м‑н алынған үҙ‑ара химик берләшмәһе (алю- минид, борид, силицид һ.б.). 20 б. 80‑се йй. башынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында...

ИНТЕЛЛИГЕНЦИЯ

ИНТЕЛЛИГЕНЦИЯ (лат. intelligens — белеүсе, аңлаусы, аҡыллы), кешеләрҙең проф. нигеҙҙә аҡыл хеҙмәте м‑н шөғөлләнеүсе соц. ҡатламы. “Интеллигенция” термины 19 б. 70‑се йй. урыҫ яҙыусыһы П.Д.Боборыкин тарафынан индерелә. Башҡортостанда И. формалашыуҙа мәҙрәсәләр, мәктәптәр ҙур роль уйнай. Башҡорттарҙың...

ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР

ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР, интеграл тамғаһы аҫтында үҙгәреүҙәр функцияһы булған функциональ үҙгәреүҙәр. И.ү. интеграциялау һәм дифференциациялау ғәмәлдәрен ниндәйҙер алгебраик операциялар берләшмәһе м‑н алмаштырырға мөмкинлек бирә һәм акустика, кибернетика, математик биология, математик физика (йылылыҡтың...

ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, интеграл тамғаһы аҫтында торған билдәһеҙ функцияһы булған тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡһыҙ, тиң һәм тиң булмаған И.т. айырыла. Күренештәрҙе һәм процестарҙы (ҡылдарҙың һәм мембраналарҙың тирбәлеүен, нурланыш энергияһының күсерелеүен, диффузияны, ваҡиғаның ихтималлығын һ.б.)...