Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘҒЗӘМИ (Әғзәмов) Эдуард Лотфи улы

ӘҒЗӘМИ (Әғзәмов) Эдуард Лотфи улы (5.11.1937, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Арғымаҡ а.), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Журналистар союзы (1991), Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) “Ҡыҙыл таң” гәз. эшләй, 1965— 2008 йй. БР‑ҙың Нефтекама ҡ. һәм төньяҡ‑көнбайыш райондары...

ӘҒЗӘМОВ Фәрит Әкрәм улы

ӘҒЗӘМОВ Фәрит Әкрәм улы (28.11. 1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. фән эшмәкәре. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй: 1993 й. алып тау‑нефть ф‑ты деканы, 1999—2010 йй. нефть һәм газ скважиналарын...

ӘҒЛӘМОВ Нәғим Харислам улы

ӘҒЛӘМОВ Нәғим Харислам улы (15.8.1932, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 24.12.2008, Яр Саллы ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1973). 1951—92 йй. Чита өлк., Силәбе, Өфө, Яр Саллы ҡҡ. төҙөлөш һәм монтаж ойошмаларында, 1985—87 йй. Вьетнамда эшләй. Павловка ГЭС‑ын, Кама автомобиль...

ӘҒЛИУЛЛИНА Клара Ишбулды ҡыҙы

ӘҒЛИУЛЛИНА Клара Ишбулды ҡыҙы (5.12.1968, БАССР‑ҙың Архангел районы Максим Горький а.),географ. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022). Журналистар союзы ағзаһы (2014). БДУ‑ны тамамлаған (1996). 1986 й. алып уҡытыусы булып эшләй. 2002 й. октябренән башлап Ә.‑З.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың...

ӘДҮТОВТАР, кантон башлыҡтары

ӘДҮТОВТАР, кантон башлыҡтары. Уҫы өйәҙе Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. (Пермь өлк. Барҙы р‑ны) башҡорттары. Мөхәмәҙи Ә. (1754—?) билдәле, 1820 й. тиклем 1‑се башҡорт кан­тоны башлығы була. Уның улдары: Баһауетдин Ә., зауряд‑яҫауыл, 1820—31 йй.1‑се башҡорт кантоны башлығы,2 йыл Иркутск губ. дистанция башлығы булып...

ӘҘӘБИ ЖАНР

ӘҘӘБИ ЖАНР, әҙәби әҫәрҙәрҙең тарихи яҡтан ойошҡан, тотороҡло төрө. Ә.ж. билдәле осорға, геогр. һәм тел даирәһенә ҡараған байтаҡ әҫәрҙәр төркөмөнә хас булған һыҙаттарҙы үҙендә дөйөмләштерә. Әҫәрҙең ниндәй әҙәби төргә ҡарағанлығынан сығып, түбәндәге Ә.ж. айырыла: эпик (роман, повесть, хикәйә һ.б.), лирик...

ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР

ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР, иң яҡшы әҙәби әҫәрҙе асыҡлау маҡсаты м‑н үткәрелгән бәйгеләр. Башҡорт әҙәбиәте тарихында әйтеш Ә.к. тәүге формаһы булып тора. Рәсми рәүештә Ә.к. 1920 йй. 2‑се ярт. үткәрелә башлай. Ойоштороусылары – дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар (Башҡортостан пролетар яҙыусылар...

ӘҘӘБИ РЕЦЕНЗИЯ

ӘҘӘБИ РЕЦЕНЗИЯ, әҙәби тәнҡит жанры, художестволы әҫәргә баһа биреү, тәнҡитле тикшереү һәм баһалау.Ә.р. китапты библиографик яҡтан тасуирлай, эстәлеге, композицияһы, күтәрелгән проблемалары, ҡулланылған материал т‑да бер ни тиклем мәғлүмәт бирә; китаптың әҙәби процеста тотҡан роле һәм урыны, ш. уҡ осорҙоң...

ӘҘӘБИ ТӘНҠИТ, ҡара: Әҙәбиәт ғилеме.

ӘҘӘБИ ТӘНҠИТ, ҡара: Әҙәбиәт ғилеме.  

ӘҘӘБИ ТЕЛ

ӘҘӘБИ ТЕЛ, башҡорт теленең тарихи яҡтан ойошҡан ҡулланылыш формаһы, уға нығынған яҙыу, диалекттан өҫтөн булыу, нормаға һалыныу һ.б. хас. Башҡорт Ә.т. тарихы билдәле тарихи осорҙа һәм телдәрҙең ҡулланылыу шарттарында системаның үҙ аллы үҫеше процесы булып тора. Башҡорт Ә.т. тарихында милләткә тиклемге...

ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ

ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ, нәфис әҙәбиәтте, уның асылын һәм спецификаһын, килеп сығышын, йәмғиәттәге функцияһын, тарихи‑әҙәби процесс законлыҡтарын өйрәнгән фән тармағы. 3 төп йүнәлеше бар: әҙәбиәт теорияһы – әҙәби ижадтың төп элементтарының (шиғри тел, әҙәби жанрҙар,шиғыр төҙөлөшөһ.б.) асылын һәм функциональ...

ӘҘӘБИӘТ ТЕОРИЯҺЫ, ҡара: Әҙәбиәт ғилеме.

ӘҘӘБИӘТ ТЕОРИЯҺЫ, ҡара: Әҙәбиәт ғилеме. 

ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ

ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ, әҙәбиәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү; милли мәҙәниәтте пропагандалау һәм ижади бәйләнештәрҙе нығытыу формаларының береһе. Уларҙы ойоштороу традицияһы СССР‑ҙа 20 б. 30‑сы йй. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. Яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың, рәссамдарҙың ижади союздары,...

ӘҘЕЛ ӘШМӘНЕВ

ӘҘЕЛ ӘШМӘНЕВ (1727—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход старшинаһы. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) башҡорто. 1773 й. дек. баш күтәреүселәр хәрәкәтенә ҡушыла. Шул уҡ даруға башҡорттары делегацияһы составында И.Н.Зарубин ставкаһына бара....

ӘҘЕЛ БИҒӘШЕВ

ӘҘЕЛ БИҒӘШЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың баш атаманы. Рус хәрби‑диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, капрал. Себер даруғаһы муллаһы. 1773 й. көҙөндә ихтилалға ҡушыла. 1773 й. дек. Әбделйәлил Ырыҫҡолов һәм Бәхтейәр Ҡанҡаев м‑н берлектә Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр отрядтарын...

ӘҘЕЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ӘҘЕЛ, Ғ ә ҙ е л, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 79 кеше; 1920 — 156; 1939 — 191; 1959 — 267; 1989 — 187; 2002 — 215; 2010 — 159 кеше. Башҡорттар...

ӘҘЕЛШИНА Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы

ӘҘЕЛШИНА Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы (18.1.1933, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Үрге Ләмәз а. — 13.7.2014, Сибай ҡ.), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ(1986) һәм атҡ. (1976) артисы. Театр эшмә­кәрҙәре союзы ағзаһы (1970). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; О.И.Пыжова һәм Б.В.Бибиков курсы) Салауат башҡорт драма театры, 1965—95...

ӘҘЕҺӘМОВ Абдулла Камалетдин улы

ӘҘЕҺӘМОВ Абдулла Камалетдин улы [10.3.1896, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 3.12.1968, Түб. Тагил ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. М.К.Әҙе­һәмовтың ҡустыһы. 1917 й. дек. — 1918 й. башында 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы депутаты, Кесе Ҡоролтай, Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1918...

ӘҘЕҺӘМОВ Илдус Әнәс улы

ӘҘЕҺӘМОВ Илдус Әнәс улы (18.6. 1951, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Абзай а.), дәүләт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. юрисы (2001). Филос. ф. канд. (1982). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) БДПИ‑ла эшләй (1989 й. алып социология һәм политология каф. мөдире). 1994 й. башлап БР Президенты Хакимиәтенең дәүләт‑хоҡуҡ идараһы...

ӘҘЕҺӘМОВ Мөхәмәтдин Камалетдин улы

ӘҘЕҺӘМОВ Мөхәмәтдин Камалетдин улы [5.7.1892, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 8.12.1937, Өфө], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. А.К.Әҙеһәмовтыңағаһы. Көңгөр техник уч‑щеһын тамамлаған (1913). 1913—16 йй. Орск өйәҙ земство башҡармаһында страховкалау агенты булып эшләй. 1913 й....