Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЖДАНОВ Константин Валерьевич

ЖДАНОВ Константин Валерьевич (14.2.1968, Өфө), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2004). Хәрби-мед. акад. тамамлағандан һуң (Ленинград, 1991) шунда уҡ эшләй: 2010 й. алып инфекцион ауырыуҙар каф. (мед. паразитологияһы һәм тропик ауырыуҙар курсы м‑н) мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре вируслы инфекциялар,...

ЖУХИН Виктор Александрович

ЖУХИН Виктор Александрович (13.2.1902, Тула губ. Узловая ҡсб. — 1.4.1965,  Өфө), патологоанатом. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1942). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1949), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Төньяҡ Кавказ ун‑тын тамамлаған (Дондағы Ростов ҡ., 1929). 1933 й. алып Төрөкмән мед. ин‑тында...

ЗАВЬЯЛОВА Нина Алексеевна

ЗАВЬЯЛОВА Нина Алексеевна (29.7.1924, Троицк ҡ.), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1978). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1947) 1956 й. тиклем Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1954 й. алып БДМИла уҡыта. 1987—2011 йй. Өфө хужалыҡ иҫәбендәге поликлиникала эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге күҙҙең...

ЗАКИРОВА Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы

ЗАКИРОВА Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы (24.7.1941, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк станцияһы ҡсб), кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), БР‑ҙың атҡ. табибы (1996), РФ‑тың почётлы кардиологы (2011). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1965) 1966 й. тиклем Өфөнөң 1‑се поликлиникаһында,...

ЗАКИРОВА Нэлли Эрик ҡыҙы

ЗАКИРОВА Нэлли Эрик ҡыҙы (10.6.1971, Өфө), кардиолог. Мед. ф. д‑ры (2006). Ә.Н.Закированың ҡыҙы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1995) Өфөлә эшләй: ҡала неврология диспансерында, 1997—99 йй. һәм 2000—06 йй. 13‑сө дауаханала (2005 й. алып баш табип урынбаҫары), 1999 й. башлап 15‑се, 2007 й. — 21‑се дауахананың...

ЗАРУДИЙ Феликс Срульевич

ЗАРУДИЙ Феликс Срульевич (Александрович) (31.1.1938, Винница ҡ. — 15.4.2021, Өфө ҡ.), фармаколог. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). РФ-тың (2003) һәм БР-ҙың (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Ҡариҙел районының Кирҙә участка дауаханаһында баш табип булып...

ЗАХАРОВ Игнатий Иванович

ЗАХАРОВ Игнатий Иванович [1.4.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Өйәҙебаш а. (БР‑ҙың Миәкә р-ны) — 14.12.1993, Ижевск], хирург. Мед. ф. д-ры (1965), проф. (1967). БАССР-ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1939) Сыуаш АССР‑ында эшләй: 1940 й. башлап Шераут дауаханаһының...

ЗАҺИҘУЛЛИН Зариф Шакир улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Зариф Шакир улы (14.2.1904, Өфө — 4.8.1982, шунда уҡ), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1961), проф. (1962). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1956), РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1946). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1928). 1931 й. башлап 3‑сө терапия дауаханаһының баш табибы (Өфө), 1934 й. — БДМИ‑ла (1956 й. алып...

ЗАҺИҘУЛЛИН Искәндәр Мөхәмәт улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Искәндәр Мөхәмәт улы (19.9.1948, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2001). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972). 1973 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй (1984 й. бүлек мөдире), 1984 й. — БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы, 1996 й. —...

ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы (1.1.1977, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2010). Ш.З.Заһиҙуллиндыңулы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй (2004 й. алып халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, йөрәктең пейсмекер каналын, электр ҡырын өйрәнеүгә арналған....

ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы (14.8.1944, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән эшмәкәре, БССР‑ҙың атҡ. табибы (1991), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). З.Ш.Заһиҙуллиндың улы. БДМИ‑ны тамамлаған...

ЗӘҢГЕ

ЗӘҢГЕ (лат. scorbutus), кеше организмында С витамины (аскорбин к‑таһы) етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килә торған ауырыу; коллаген синтезы боҙолоуында һәм тоташтырғыс туҡыманың ныҡлығы кәмеүендә сағыла. З. йыш ҡына витаминдар етешмәүҙең башҡа төрө м‑н бергә килә. Төп симптомдары: дөйөм хәлһеҙлек, гингивит,...

ЗЕМСТВО МЕДИЦИНАҺЫ

ЗЕМСТВО МЕДИЦИНАҺЫ, Рәсәйҙә 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында земстволар тарафынан ойошторолған халыҡты мед. хеҙмәтләндереүе системаһы. З.м. учреждениеларының эшмәкәрлеге мед. ярҙамын һәр кем алырлыҡ булыуы, ауыл халҡын хеҙмәтләндереүҙең участка формаһы м‑н бергә санитария‑иҫкәртеү эшен ойоштороу бәйләнеше...

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Тәлғәт Рәхимйән улы

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Тәлғәт Рәхимйән улы (1.9.1943, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әбделмәмбәт а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1967) 1971 й. тиклем Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып эшләй....

ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы

ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы (17.1.1951, Баймаҡ ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2001). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ-нда эшләй (өҙөклөк м‑н): 1986 й. алып — өлкән, 1989 й. — төп, 2002—08 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге...

ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна

ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна (17.4.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфөнөң 3‑сө дауаханаһында, 1982 й. алып Кардиология диспансерында эшләй, 1986 й. башлап БДМУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре бөйөр синдромы...

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы (24.5.1963, Октябрьский ҡ.), невролог, физиотерапевт. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. 2002 й. алып Мәскәүҙә: “РЖД” ААЙ-ның Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире,...

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы (2.1.1955, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), биолог. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БДУ‑ны (1977) һәм БДМУ‑ны (2003) тамамлаған. 1980 й. алып БДМУ‑ла: 1988—90 йй. һәм 1996—98 йй. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1996 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1999 й. — дипломдан...

ИММУНИТЕТ

ИММУНИТЕТ (лат. immunitas — азат булыу, ҡотолоу), тере йән эйәләренең үҙ бөтөнлөгөн һәм биол. индивидуаллеген һаҡлап ҡалып, зарарлаусы агенттар тәьҫиренә ҡаршы тороу һәләте; организмдың барлыҡ генетик сит нәмәләрҙән һаҡланыу ысулы. Кеше, хайуан һәм үҫемлек И. (фитоиммунитет); бактерияға, вирусҡа, ағыуға,...

ИММУНОЛОГИЯ

ИММУНОЛОГИЯ (иммунитет һәм ...логия), организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре, иммунитет механизмдары т‑дағы фән. Иммунобиология, иммуногенетика, иммунохимия, иммунопатология, клиник И. һ.б. бүленә. Кеше И. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 1905 й. Өфөлә Пастер ст. асылғандан һуң башлана. 1915 й. уның...