Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә атмосфераға таралған матдәләр. Стационар (сәнәғәт пр‑тиелары, а.х. объекттары) һәм күсмә (транспорт) сығанаҡтар А.т. айыралар. Айырыуса йыш осраусы А.т. — саң-туҙан, газдар (азот, көкөрт һәм углерод оксидтары, углеводородтар), парҙар,...

АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, эйәртеүле бәйләнештәрҙең берҙәм системаһын барлыҡҡа килтереүсе планар циклик структуралы молекулаларҙан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр. А.б. ҡайһы бер углеводородтар — арендар (бензол, нафталин һ.б.), гетероциклик йәки гетероароматик берләшмәләр (пиридин, тиофен,...

АСФАЛЬТЕНДАР

АСФАЛЬТЕНДАР, нефттәр (массаһы б‑са күләме 0,1—45%; юғары т‑раларҙа ҡайнаусы фракцияларҙа 11—30%), тәбиғи асфальттар һәм битумдар (73%‑ҡа тиклем), углеродлы матдәләр (кокс, пектар, күмерҙәр) составына ингән күп компонентлы юғары молекуляр берләшмәләр. Башлыса конденсирланған полициклик берләшмәләрҙән...

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ, файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн юғары т‑рала ҡайнаусы нефть продукттарынан асфальтлы-ыҫмалалы матдәләрҙе айырып сығарыу. Процесс 80—150°С т‑рала, 3—4 МПа баҫым аҫтында сеймал м‑н эретеүсе углеводородтарҙың (пропан, бутан, пропан‑бутан, бутан‑пентан ҡатышмалары, бензин) ҡапма‑ҡаршы...

АТТРАКТАНТТАР

АТТРАКТАНТТАР (лат. attraho — үҙемә тартып торам), тәбиғи һәм синтетик матдәләр (сигнал биреүсе матдәләр), уларҙы тойған заттарҙа еҫ таратыусы сығанаҡ яғына хәрәкәт итеү теләген тыуҙыра. А. бөжәктәрҙә, нематодаларҙа, үрмәксе һымаҡтарҙа, ҡыҫала һымаҡтарҙа, балыҡтарҙа, имеҙеүселәрҙә һәм ылымыҡтарҙа табылған....

АУЫР МЕТАЛДАР

АУЫР МЕТАЛДАР, аҡ ҡурғаш, баҡыр, висмут, кадмий, кобальт,ҡурғаш, никель, һөрмә, терегөмөш, цинктан торған төҫлө металдар төркөмө (тығыҙлыҡтары 4500 кг/ м3 ашыу). Баҡыр колчеданы мәғдәндәре составына инәләр. Кеше организмының тереклек итеүе өсөн мөһим (баҡыр, цинк һ.б.) һәм ағыулы (кадмий, ҡурғаш, терегөмөш...

АЦЕТАЛДӘР

АЦЕТАЛДӘР (1,1-диалкоксиалкандар һәм 1,3-диоксациклоалкандар), 1,1-, 1,2- йәки 1,3-гликолдәрҙең һәм гидратлаштырылған альдегидтарҙың HRC(OR’)(OR”) дөйөм формулалы (R, R’, R” — органик радикалдар) ябай эфирҙары. Циклһыҙ симметриялы (R’, R” бер төрлө), симметрияһыҙ, йәки ҡатнаш А. (R’, R” башҡа төрлө);...

АЭРОГЕЛДӘР

АЭРОГЕЛДӘР (аэро... һәм лат. gelo — ҡуйырам), гелдәрҙе киптереү юлы м‑н алынған микрокүҙәүле ыуалыусан есемдәр (ҡара: Дисперслы системалар). Алюмогель (алюмин гидроксиды гелен һыуҙан айырыу юлы м‑н алалар), силикагелде (поликремний к‑таһы гелен ҡыҙҙырып киптереү юлы м-н) айыралар. 20 б. 60‑сы йй. башында...

АЭРОЗОЛДӘР

АЭРОЗОЛДӘР, газ хәлендәге мөхиттә (һауала) таралған ваҡ ҡаты һәм шыйыҡ бөртөксәләрҙән торған дисперслы системалар. А. туҙан, төтөн, томан, смог инә. Бөртөксәләрҙең дәүмәле 100 мкм артмай; дәүмәле 1 мкм кәм булған бөртөксәләр айырыуса хәүефле, сөнки улар тын алғанда кешенең үпкәһенә, аҙаҡ ҡан системаһына...