Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОЛИМЕР ЕЛЕМДӘР

ПОЛИМЕР ЕЛЕМДӘР, а д г е з и в т а р, төрлө материалдарҙы уларҙың өҫкө йөҙөндә һәм елем ҡатламында адгезив бәйләнеш барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә тоташтырыу (йәбештереү) һәләтенә эйә булған полимерҙар йәки полимер барлыҡҡа килтергән матдәләр нигеҙендәге композициялар. Килеп сығышы б‑са тәбиғи хайуан (альбумин,...

ПОЛИМЕР ПЛЁНКАЛАР

ПОЛИМЕР ПЛЁНКАЛАР, ҡалынлығы 0,3 мм тиклем булған полимерҙарҙың тотош ҡатламы. Ориентирланмаған (изотроп), бушаҡ һәм ике нигеҙгә ориентирланған П.п. айырыла. Химик, термик, радиацион сыҙамлылыҡҡа, юғары диэлектрик, оптик, т‑раға ярашлы киңәйеү‑тарайыу һ.б. үҙенсәлектәргә эйә булырға тейеш. Бер ҡатлылары...

ПОЛИМЕРҘАР СТЕРЕОИЗОМЕРИЯҺЫ

ПОЛИМЕРҘАР СТЕРЕОИЗОМЕРИЯҺЫ, бер төрлө структуралы полимерҙарҙың һәм һәр мономер быуында (П.с. үҙәктәре) асимметрик тетраэдр углерод атомы, икеләтә бәйләнеш йәки цикл тирәләй арауыҡта урынлашҡан (конфигурация) төрлө урын алмаштырыусыларҙың булыу күренеше. Тәбиғәттә П.с. полипептидтар, аҡһымдар, нуклеин...

ПОЛИМЕРҘАР ЭШКӘРТЕҮ

ПОЛИМЕРҘАР ЭШКӘРТЕҮ, полимерҙарҙан изделиелар эшләүҙең технологик операциялар комплексы, был ваҡытта макромолекулалар ориентацияһы һәм молекуланан юғары структуралар барлыҡҡа килеү м‑н уларҙың деформацияһы хасил була. П.э. баҫымға (материалдың тығыҙланыуы, тейешле форма биреү, осоусан продукттарҙың...

ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТ‑ӨҪТӘМӘЛӘР

ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТ‑ӨҪТӘМӘЛӘР, полимерҙарҙа үтә ныҡ ваҡланған һәм уларҙың молекуляр структураһын үҙгәртмәгән химик матдәләр. Тәғәйенләнеше б‑са антиоксиданттар, ‑озонаттар, ‑пирендар, ‑радтар, ‑статиктар, күбекләндергес һәм тиксотроп агенттар, лубриканттар (майҙар), модификаторҙар, йомшартҡыстар, тултырғыстар,...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ ПЛАСТИФИКАЦИЯЛАУ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ ПЛАСТИФИКАЦИЯЛАУ, түбән молекуляр һәм (йәки) олигомер матдәләрҙе (пластификаторҙар, эластомерҙар өсөн — йомшартҡыстар) индереү юлы м‑н полимерҙарҙың һығылмалылығын, үҙлелеген күтәреү. П.п. төп шарты — полимер м‑н пластификаторҙың термодинамик тап килеүе; ҡайһы ваҡыт сикләнгән тап килгән...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ, эшкәртеү, һаҡлау, ҡулланыу шарттарында полимерҙың йәки полимер материалдың деструктив факторҙар йоғонтоһона (йылылыҡ, яҡтылыҡ, кислород, озон, механик көсөргәнеш һ.б.) тотороҡлоғон арттырыу ысулдары йыйылмаһы. Химик (полимерҙарҙың иҫкереүенә килтергән химик процестарҙың...

ПОЛИМЕРҘАРҘЫҢ ИҪКЕРЕҮЕ

ПОЛИМЕРҘАРҘЫҢ ИҪКЕРЕҮЕ, полимерҙар эшкәртеү, файҙаланыу, һаҡлауҙа файҙалы үҙенсәлектәр комплексын юғалтыу м‑н барған процестар йыйылмаһы. Физик һәм химик, структураһы боҙолоу факторҙарының төрөнә ҡарап — термик, фото‑, радиацион, окисланыу, озонлы һ.б. П.и. айыралар. Химик П.и. — ионлы (агрессив мөхиттә...

ПОЛИМЕРЛАШЫУ

ПОЛИМЕРЛАШЫУ, мономер молекулаларын актив үҙәккә эҙмә‑эҙлекле тоташтырып юғары молекуляр берләшмәләр алыу процесы; сылбырлы реакция, кинетик сылбырҙың үҫеше макромолекуланың материал сылбыры үҫеше м‑н оҙатыла. Мономерҙар һанына ҡарап гомо‑ (1) һәм со‑ (2 һәм унан да күберәк) П., актив үҙәк тибы б‑са...

ПОЛИОЛЕФИНДАР

ПОЛИОЛЕФИНДАР, олефиндарҙың гомо‑ һәм сополимерҙары. Төҙөлөшөнә, мономер төрөнә бәйле α‑олефин һәм эске икеләтә бәйләнешле олефин полимерҙары, түбән (С2—С4) һәм юғары (С5 һәм юғары) олефиндар, һыҙыҡлы һәм тармаҡланған төҙөлөшлө, алифатик, алициклик, ароматик һәм икеләтә бәйләнештә булған башҡа урын...

ПОЛИПИПЕРИЛЕН

ПОЛИПИПЕРИЛЕН, пиперилен полимеры. Мол. м. 200 мең—1,5 млн, tбыялаланыу яҡынса —50°С, асыҡ һары төҫтә, ҡушылмалары юҡ. Пипериленды массала, эретмәлә (ароматик углеводородтарҙа катализаторҙар — литийалкилдар ҡатнашлығында), эмульсияла полимерлашыу юлы м‑н алалар. Комплекслы стереоспецифик катализаторҙарҙа...

ПОЛИПРОПИЛЕН

ПОЛИПРОПИЛЕН, [—СН2— —СН(СН3)—]n, пропилен полимеры. СН3‑төркөмдәренең арауыҡта урынлашыуына ҡарап изотактик (мол. м. 700 мең тирәһе, кристаллашыу дәрәжәһе 73—75%) һәм атактик (мол. м. төрлөсә, аморф) П. айыралар. Төҫһөҙ термопласт, тығыҙлығы 920— 930 кг/м3, tиреү 175°С, ағыулы түгел, һыу, күп эреткестәр...

ПОЛИСТИРОЛ

ПОЛИСТИРОЛ, [—СН2—СН(С6Н5—]n, һыҙыҡлы төҙөлөшлө стирол полимеры. Төҫһөҙ, ҡаты термопласт, мол. м. 30—500 мең, полимерлашыу дәрәжәһе 600—2500, ағыусанлыҡ индексы 2—30, тығыҙлығы 1050 кг/м3, tбыялаланыу 93°С. Мономерҙа, кетондарҙа, ҡатмарлы эфирҙарҙа, ароматик һәм хлорлы алифатик углеводородтарҙа, көкөртлө...

ПОЛИСУЛЬФИДТАР

ПОЛИСУЛЬФИДТАР, (—R—Sm—)n дөйөм формуланың (бында R — алифатик радикал) төп сылбырында көкөрт күп булған полимерҙар. Көкөрт атомының һанына ҡарап полиорганилмоносульфидтар, ‑дисульфидтар, ‑тетрасульфидтар, ‑полисульфидтарҙы айыралар. П. шулай уҡ сульфид төркөмөндә 2 йәки 4 көкөрт атомы, алифатик радикалда...

ПОЛИЦИКЛИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ПОЛИЦИКЛИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, 3 йәки күберәк атомдан торған 2, 3 һәм күберәк цикллы химик берләшмәләр. Нефттә, тәбиғи асфальтта, битумдарҙа, ылыҫлылар ыҫмалаһында, эфир майҙарында, хайуан һәм үҫемлек организмдарында бар. Органик булмаған (составында углерод атомдары юҡ; циклдарҙы айырым атомдар, мәҫ., бор,...

ПОЛИЭЛЕКТРОЛИТТАР

ПОЛИЭЛЕКТРОЛИТТАР, макромолекулаларында ионоген төркөмдәр булған полимерҙар. Эретмәләрҙә полииондарға һәм түбән молекуляр противоиондарға тарҡала. Химик тәбиғәте б‑са поликислоталар (полиакрил, полиэтиленсульфокислота һ.б.), полинигеҙҙәр (поли‑4‑винилпиридин, полиэтиленполиаминдар һ.б.) һәм полиамфолиттар...

ПОЛИЭТИЛЕН

ПОЛИЭТИЛЕН, [—CH2—CH2—]n, этилен полимеры. Юғары (мол. м. 30—40 мең), урта һәм түбән (мол. м. 50 мең—1 млн) баҫымлы П. бүләләр, улар тармаҡланыу, кристаллашыу (60‑тан 90%‑ҡа тиклем), иреү т‑раһы м‑н айырыла. Аҡ төҫтәге термопласт, ағыулы түгел, 80°С юғарыраҡ т‑рала алифатик, ароматик углеводородтарҙа...

ПОЛИЭТИЛЕНОКСИД

ПОЛИЭТИЛЕНОКСИД, полиоксиэтилен, (—О—СН2—СН2—)n, этилен окисы полимеры. Түбән (мол. м. 200—40000; полиэтиленгликоль, карбовакс), юғары (мол. м. 100 мең — 10 млн; полиокс, алкокс) молекуляр П. айырыла. Йәбешкәк шыйыҡлыҡ (мол. м. 400‑гә тиклем), балауыҙға оҡшаш матдәләр, термопластар (2 мең һәм юғарыраҡ);...

ПОЛИЭТИЛЕНПОЛИАМИНДАР

ПОЛИЭТИЛЕНПОЛИАМИНДАР, диэтилентриамин, триэтилентетрамин, тетраэтиленпентамин, пентаэтилен‑ гексамин һ.б., ш. уҡ пиперазин һәм уның сығарылмаларынан торған H2N(C2H4NH)nH уртаҡ формулалы берләшмәләр ҡатышмаһы. Түбән (n=2—6), юғары (n=250—1500) молекуляр П. айырыла. Түбән молекуляр П. — шыйыҡлыҡ, төҫө...

ПОЛИЭТИЛЕНТЕРЕФТАЛАТ

ПОЛИЭТИЛЕНТЕРЕФТАЛАТ, (—ОСОС6Н4СОО—С2Н4—)n, термопласт, терефталат к‑таһы м‑н этиленгликолдең ҡатмарлы полиэфиры. Аморф (үтә күренмәле һорғолт һары), кристалл (төҫһөҙ, үтә күренмәй) П. айырыла. Мол. м. 20—40 мең, кристаллашыу дәрәжәһе йүнәлешһеҙ 40— 45%, йүнәлешле 60—65%, тығыҙлығы 1380—1400 кг/м3,...