Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӨП ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

ТӨП ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, химия сәнәғәте тармағы. Азот, сода, хлор, йод‑бром сәнәғәттәрен, минераль ашламалар, органик булмаған химия продукттары производстволарын үҙ эсенә ала. Сеймалы: эзбизташ, таштоҙ, һоро күмер, фосфориттар һ.б. БР‑ҙа Т.х.с. барлыҡҡа килеү Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдең бер нисә...

ТӨҪЛӨ МЕТАЛЛУРГИЯ

ТӨҪЛӨ МЕТАЛЛУРГИЯ, төҫлө металл мәғдәндәрен сығарыу, байыҡтырыу, төҫлө металдарҙы иретеү һәм уларҙың иретмәләрен алыу б‑са металлургия тармағы. Башҡортостанда 17 б. аҙ. тәүге тау з‑дтары асылғандан һуң үҫеш ала; 18 б. аҙ. тимер етештереү һәм баҡыр иретеү з‑дтары өлөшөнә Рәсәйҙә етештерелгән баҡыр күләменең...

ТРАКТОР ҺӘМ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАШИНАЛАРЫН ЭШЛӘҮ

ТРАКТОР ҺӘМ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МАШИНАЛАРЫН ЭШЛӘҮ, машиналар эшләүҙең тракторҙар, комбайндар һәм башҡа а.х. машиналары һәм ҡорамалдары етештергән тармағы. Башҡортостанда Т.һ.а.х.м.э. 20 б. 30‑сы йй. Өфө мотор з‑дын сафҡа индергәндән һуң үҫешә башлай, унда комбайндар өсөн моторҙар сығарыла (ҡара: Өфө моторҙар...

ТРАНСПОРТ

ТРАНСПОРТ (лат. transporto — күсерәм), йөрөү саралары комплексы; кеше һәм йөк ташый торған иҡтисад тармағы. Т. — ер өҫтө (т. юл, автомобиль һәм үткәргес торба), һыу (йылға һәм диңгеҙ), һауа төрҙәре; тәғәйенләнеше б‑са — дөйөм (әйләнеш өлкәһен һәм халыҡты хеҙмәтләндерә) һәм дөйөм булмаған (производство...

ТРАНСПОРТ ТӨҘӨЛӨШӨ

ТРАНСПОРТ ТӨҘӨЛӨШӨ, автомобиль транспорты, һауа транспорты, тимер юл транспорты, йылға транспорты, үткәргес торба транспорты объекттарын төҙөү һәм реконструкциялауҙы тормошҡа ашырған төҙөлөш тармағы; автомобиль юлдарының һәм тимер юлдарҙың ер полотноһын, юл өҫтө төҙөлөшөн, т. юлдағы электрлаштырыу,...

ТРОЛЛЕЙБУС ПАРКЫ

ТРОЛЛЕЙБУС ПАРКЫ, троллейбус туҡтау һәм ремонтлау урыны. Башҡортостанда тәүге троллейбус депоһы 1961 й. Стәрлетамаҡ ҡ. төҙөлә, паркта 15 троллейбус иҫәпләнә, троллейбус линияһының оҙонлоғо 12,7 км тәшкил итә. 1989 й. 2‑се депо сафҡа индерелә. 1962 й. Өфөлә 1‑се депоның тәүге сираты эшләй башлай, троллейбустар...

ТУЙМАЗЫ АВТОБЕТОНОВОЗДАР ЗАВОДЫ

ТУЙМАЗЫ АВТОБЕТОНОВОЗДАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына әҙерләү‑иретеп йәбештереү, механика, йыйыу‑биҙәү, тәжрибә өлгөләре һәм ваҡ сериялар етештереү, гидроцилиндрҙар, күсергестәр, инструменттар, ремонт‑механика, транспорт цехтары; ремонт‑төҙөлөш, теүәл ҡойоу, электр‑ремонт, эске йөктәрҙе ташыу участкалары;...

ТУЙМАЗЫ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

ТУЙМАЗЫ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ. Эйәрсен нефть газын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Составына нефть газын әҙерләү һәм газды фракцияларға айырыу ҡоролмалары, тауар-сеймал паркы, бушатыу‑ҡойоу эстакадаһы инә. 2008 й. 445 кеше эшләгән; эшкәртеүгә 27749 мең м3 эйәрсен нефть газы, 94,8 мең т еңел углеводородтарҙың...

ТУЙМАЗЫ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

ТУЙМАЗЫ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1958 й. “Пищевик” артеле (икмәк, икмәк кеүәҫе, газлы эсемлектәр, ҡайнатма, туңдырма етештергән) һәм Серафимовка икмәкханаһы базаһында Туймазы икмәк з‑ды булараҡ ойошторола, 1977 й. алып Т.и.к. (50‑нән ашыу төр продукция), 1994 й. башлап ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк, икмәк‑ҡалас...

ТУЙМАЗЫ ИТ КОМБИНАТЫ

ТУЙМАЗЫ ИТ КОМБИНАТЫ. 1929 й. колбаса цехы булған мал һуйыу урыны булараҡ ойошторола, 1956 й. алып Т.и.к., 1997 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына ит‑май, колбаса, иттºн ярым фабрикаттар етештереү цехтары; тире тоҙлау бүлеге, келәт бинаһы, йәшелсә һәм иген һаҡлау урындары, һыуытҡыс ингән. 2003 й. 86...

ТУЙМАЗЫ ҠАҒЫҘ ФАБРИКАҺЫ

ТУЙМАЗЫ ҠАҒЫҘ ФАБРИКАҺЫ. 1962 й. ойошторола, 1967 й. файҙаланыуға индерелә (төрөү ҡағыҙы, ҡағыҙ ҡаптар, 1971 й. — яҙыу ҡағыҙы, 1973 й. — полиэтилендан һалынма тоҡтар, 90‑сы йй. башында шешә йәшниктәре, һыу һибеү шлангылары, баҫма обойҙар етештерелә башлай), 2001 й. алып ЯСЙ, 2005 й. ябыла. Составына...

ТУҠЫУ СӘНӘҒӘТЕ

ТУҠЫУ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең үҫемлектән, мал‑тыуарҙан алынған сүстән, ш. уҡ яһалма һәм синтетик сүстән туҡыма, трикотаж, туҡылмаған туҡыма һ.б. етештереү тармағы. Т.с. составына туҡыу сеймалын беренсел эшкәртеү, кизе-мамыҡ, етен, йөн, ебәк, туҡылмаған материалдар, киндер сүсе һәм джут, ау бәйләү,...

ТУЛАЙЫМ ТӨБӘК ПРОДУКТЫ

ТУЛАЙЫМ ТӨБӘК ПРОДУКТЫ, төбәк иҡт. тарафынан етештереү процесында алынған табыштың дөйөм дәүмәле. Эш хаҡы, табыш суммаларынан, социаль страховкалау, амортизация бүлемдәренән, ситләтелгән һалымдарҙан (субсидиялар тотоп ҡалына) тора. Т.т.п. структураһы тауар етештереүҙән, хеҙмәт күрһәтеүҙән һәм продукттарға...

ТҮБӘ РУДНИГЫ

ТҮБӘ РУДНИГЫ, һибелмә ятҡылыҡтарҙан, алтынлы окисланған мәғдәндәрҙән алтын табыу һәм уны эшкәртеү б‑са пр‑тие. Ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү 1916 й. башлана (ҡара: Таналыҡ-Баймаҡ алтын приискылары). 1933 й. “Башзолото” тресы составында Байҡара һәм Түбә мәғдән идаралыҡтары ойошторола (1953—58 йй. “Южуралзолото”...

ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР

ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР, дәүләттәрҙең халыҡ‑ара хеҙмәт бүленешенә нигеҙләнгән хужалыҡ итеү бәйләнештәре. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәт күрһәтеү, финанс һәм хеҙмәт ресурстарының, технологияларҙың, идара итеү тәжрибәһенең һәм ғилми‑мәғлүмәт ағымдарының халыҡ‑ара хәрәкәтен, сит илдәргә туризмды үҙ эсенә ала....

ТЫШҠЫ САУҘА

ТЫШҠЫ САУҘА, бер илдең башҡа илдәр м‑н тауарҙы һәм хеҙмәтте индереүҙән (импорт) һәм сығарыуҙан (экспорт) торған сауҙаһы. Башлыса тышҡы сауҙа контракттары м‑н рәсмиләштерелгән коммерция килешеүҙәре аша тормошҡа ашырыла. Илдең Т.с. дәүләт тарафынан көйләнә. Башҡ‑нда 12 б. Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа...