Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЛАГОВЕЩЕН ИКМӘК КОМБИНАТЫ

БЛАГОВЕЩЕН ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1959 й. Благовещен икмәк з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып “Б.и.к.” ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк‑булка, кондитер изделиелары, майонез етештереү һәм ярҙамсы цехтар ингән. 1999 й. 66 кеше эшләгән; икмәк‑булка, кондитер, макарон изделиелары етештергән....

БЛИНОВ Леонид Павлович

БЛИНОВ Леонид Павлович [20.6.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Байҡы а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 10.10.1998, Ҡазан], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1973), проф. (1977). РФ‑тың атҡ. иҡтисадсыһы (1982), ТАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1991), Рәсәйҙең почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Ҡазан финанс‑иҡт....

БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1928 й. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына ағас әҙерләү участкаһы (1928 й. нигеҙләнгән), таҡта ярыу, ағас әйберҙәр эшләү (икеһе лә — 1996), мебель...

БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ

БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ. 1965 й. нигеҙ һалына, 1968 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1997 й. алып ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына ҡабул итеү-аппарат, айыртылмаған һөт продукцияһы, һөт киптереү (бөтәһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), аҡ май (1976), туңдырма (1969), ярҙамсы цехтар ингән; Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан...

БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1934 й. Бөрө икмәк з‑ды (3 икмәкхананан торған) булараҡ нигеҙ һалына, 1964 й. алып Б.и.к., 1997 й. — ДУП, 1999 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк-булка (1964 й. нигеҙләнгән), 2 кондитер (1965, 1990) цехтары ингән. 1999 й. 208 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер, макарон изделиелары,...

БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ

БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ, 1938 й. шәхси мал һуйыу базаһында (1933 й. нигеҙләнгән) нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2003 й. ябыла. Комб‑т составына (1999) ит-май (1980), 2 колбаса (1973, 1991) цехтары һәм һыуытҡыс (1975) ингән. 1999 й. 165 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса ашамлыҡтары, ит ярым фабрикаттары,...

БӨРӨ КОНСЕРВА ЗАВОДЫ

БӨРӨ КОНСЕРВА ЗАВОДЫ, йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеү пр‑тиеһы. 1931 й. Бөрө йәшелсә-емеш з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1935 й. алып Бөрө йәшелсә киптереү з‑ды (составына кондитер, он тартыу, һыра ҡайнатыу, киптереү, емеш бешереү цехтары һәм ярҙамсы хужалыҡ ингән), 2000 й. — “Бөрө консерва заводы” МУП‑ы,...

БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ

БӨРӨ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ. 1941 й. гимнастёркалар һәм ирҙәр эске кейеме тегеү б‑са “Швейник” кооператив артеле базаһында нигеҙ һалына, 1991 й. алып ЯАЙ, 1995 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына эксперименталь, тегеү, әҙерләү-киҫеү, эшкәртеү цехтары, ҡатырға әйбер яһау һәм механика участкалары (бөтәһе лә 1966 й....

БУРЕНИНА Ирина Валерьевна

БУРЕНИНА Ирина Валерьевна (26.3.1976, Өфө), инженер-иҡтисадсы. БР ФА проф. (2016), иҡт. ф. д‑ры (2012), проф. (2016). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) шунда уҡ эшләй (2015 й. алып иҡтисад һәм нефть, газ сәнәғәте пр‑тиеларында идара итеү каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре яғыулыҡ-энергетика комплексы пр‑тиеларының...

БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

БҮЗДӘК КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, “Пищепром” ЯАЙ филиалы. Йәшелсә-емеш сеймалын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Бүздәк р‑нында урынлашҡан. Завод составында 2 цех (1978 й., 1998 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 25 кеше эшләгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1978 й. Бүздәк консерва з‑ды булараҡ...

БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ

БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Баҡыр колчеданы мәғдәндәрен табыуҙы һәм байыҡтырыуҙы, бер ыңғайҙан алтын һәм көмөш сығарыуҙы тормошҡа ашыра. Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. Составы: Октябрьский ер аҫты руднигы (1976 й. алып файҙаланыла), байыҡтырыу ф‑каһы (1936 й. нигеҙләнгән), энергетика, автотранспорт,...

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш, техник, электротехник, электр вакуумлы быяла, быяла тара һәм һауыт-һаба, быяланан, фарфорҙан, фаянстан хужалыҡ-көнкүреш әйберҙәре, балсыҡтан яһалған изделиелар, химик-лаб. һауыт-һаба етештереү б‑са сәнәғәт тармағы. 20 б. башында Башҡортостанда 3 быяла пр‑тиеһы...

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР, бюджеттан тыш булдырылған һәм маҡсатлы тәғәйенләнешле аҡса фондтары. Дәүләттең финанс системаһыныңбер өлөшө. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары б‑са закон м‑н билдәләнгән түләүҙәр, юридик һәм физик шәхестәрҙең ирекле түләмдәре һ.б. иҫәбенә граждандарҙың һәм дөйөм...