Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТОСТАН ТАУАР БИРЖАҺЫ

БАШҠОРТОСТАН ТАУАР БИРЖАҺЫ, а.х. һәм сәнәғәт продукцияһы м‑н биржа сауҙаһы б‑са килешеүҙәр, ш. уҡ дәүләт килешеүҙәренең бер өлөшөн теркәй һәм БАССР м‑н РСФСР‑ҙың башҡа төбәктәре араһында тауар алмашыуҙы тормошҡа ашыра. 1922 й. Башҡ‑н тауар биржаһы үҙәге (һуңыраҡ — Б.т.б.) булараҡ ойошторола, 1927 й....

БАШҠОРТОСТАН ТРОЛЛЕЙБУС ЗАВОДЫ

БАШҠОРТОСТАН ТРОЛЛЕЙБУС ЗАВОДЫ, ААЙ. Троллейбустар һәм уларға комплектлау деталдәре етештергән, троллейбустарға капиталь ремонт үткәргән. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына троллейбустар йыйыу, кузовтар етештереү, механика, энергетика-механика, инструмент һәм транспорт цехтары ингән. 2010 й. 205 кеше эшләгән....

БАШҠОРТОСТАН ЯҒЫУЛЫҠ КОМПАНИЯҺЫ

БАШҠОРТОСТАН ЯҒЫУЛЫҠ КОМПАНИЯҺЫ, 1998 й. Өфөлә “Б.я.к.” ААЙ булараҡ нигеҙ һалына, 2006 й. ябыла. БР‑ҙың яғыулыҡ-энергетика комплексы пр‑тиелары — “Башкирэнерго”, “Башнефть”, Башҡортостан нефтехимия компанияһы, Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре, “Уралтранснефтепродукт” — эшмәкәрлеген координациялаған. Тәрж....

БӘЛӘБӘЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

БӘЛӘБӘЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1978 й. 2‑се Бәләбәй икмәк з‑ды базаһында нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына икмәк-булка, кондитер изделиелары, булка етештереү цехтары (бөтәһе лә 1978 й. нигеҙләнгән), 1‑се Бәләбәй икмәк з‑ды (1956), Приют икмәк з‑ды (1963) һәм кондитер цехы (1964) ингән....

БӘЛӘБӘЙ ИТ КОМБИНАТЫ

БӘЛӘБӘЙ ИТ КОМБИНАТЫ. 1929 й. мал һуйыу базаһында нигеҙ һалына, 1996 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына мал һуйыу бүлеге (1929 й. нигеҙләнгән), ит-май, колбаса, һыуытыу цехтары (бөтәһе лә 1962 й.) ингән. 1999 й. 182 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған, күн сеймалы Октябрьский күн аяҡ кейеме...

БӘЛӘБӘЙ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

БӘЛӘБӘЙ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, насостар етештереү пр‑тиеһы. 1942 й. Украинанан 1941 й. эвакуацияланған шәкәр комб‑ты базаһында Бәләбәй энергомеханика з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1943 й. алып Б.м.э.з. газ генераторы ҡулайламалары, аҙыҡтүлек сәнәғәте өсөн фильтр-престар, кер йыуыу машиналары етештерә,...

БӘЛӘБӘЙ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ

БӘЛӘБӘЙ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, ААЙ, “Башспирт” АЙ филиалы. Составына Знаменка спирт заводы (1988 й. алып); таҙартыу, ҡойоу, алкоголһеҙ эсемлектәр, тауар ебәреү һәм һауыт-һаба цехтары; лаборатория инә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1925 й. ҡаҙна шарап склады (1895 й. нигеҙләнгән)...

БӘЛӘБӘЙ ҺӨТ КОМБИНАТЫ

БӘЛӘБӘЙ ҺӨТ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составы: айыртылмаған һөт продукцияһы етештереү (1964), май яһау (1965), сыр эшләү (1966), икенсел сеймалды эшкәртеү (1974) цехтары; 1 мең т һыйҙырышлы сыр һаҡлағыс (1981). 2010 й. 529 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1932 й. Бәләбәй...

БӘЛӘКӘЙ ПРЕДПРИЯТИЕ

БӘЛӘКӘЙ ПРЕДПРИЯТИЕ, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты, уртаса эшселәр һаны отчёт осоронда ҡуша һанағанда 100 кешенән артмаған, тауарҙар (эштәр, хеҙмәттәр күрһәтеү) һатыуҙан алған төшөм йәки үткән календарь йылында активтарҙың баланс хаҡы РФ Хөкүмәте билдәләгән иң юғары кимәлдән (400 млн һум) умаған предприятие....

БӘШИРОВ Әкрәм Абдулла улы

БӘШИРОВ Әкрәм Абдулла улы [14.3.1933, БАССР‑ҙың Үрге Ҡыйғы р‑ны Ҡолмәт а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 28.1.2010, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1968), проф. (1991). Ҡазан финанс-иҡт. ин‑тын тамамлаған (1960). 1969 й. алып ӨНИ‑лә, 1970 й. һәм 2002 й. — РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑тының Өфө филиалында,...

БЕЛОРЕТ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ

БЕЛОРЕТ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составы: икмәк-булка, кондитер цехтары (икеһе лә 1988 й. нигеҙләнгән). 2010 й. 162 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер изделиелары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1933 й. Белорет икмәк з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла. 1938 й. икмәкханалар...

БЕЛОРЕТ ИТ КОМБИНАТЫ

БЕЛОРЕТ ИТ КОМБИНАТЫ. 1958 й. нигеҙ һалына, 1962 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына ит-май, компрессорҙар (икеһе лә 1962 й. нигеҙләнгән), колбаса (1963) цехтары, һыуытҡыс (1962), ҡаҙанлыҡ бүлмәһе (1962) һ.б. ингән. Белорет, Өфө, Учалы ҡҡ., Белорет р‑ны Инйәр а. һәм...

БЕЛОРЕТ МАЙ-СЫР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ

БЕЛОРЕТ МАЙ-СЫР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составы: айыртылмаған һөт продукцияһы, йомшаҡ сыр, май етештереү (бөтәһе лә 1976 й. нигеҙләнгән) һ.б. цехтар. 2010 й. 98 кеше эшләгән. Май, сыр, һөт продукцияһы етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1958 й. Белорет һөт з‑ды булараҡ нигеҙ һалына,...

БЕЛОРЕТ УРМАН КОМБИНАТЫ

БЕЛОРЕТ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1972 й. район сәнәғәт комб‑ты (1939 й. нигеҙләнгән) базаһында Б.у.к. булараҡ нигеҙ һалына, 1977 й. Белорет ағас әҙерләү-эшкәртеү комб‑тына үҙгәртелә, 1991 й. алып “Б.у.к.” ЯАЙ, 2005 й. ябыла. Составына Арша, Инйәр, Мөхәмәт ағас әҙерләү участкалары,...

БЕЛОРЕТ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

БЕЛОРЕТ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү, эшкәртеү һәм аҡ шыршы ҡайнатыу пр‑тиеһы. 1960 й. Магнитогорск урман сәнәғәте хужалығы базаһында нигеҙ һалына, 1961 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. 1962—94 йй. Б.у.с.х. Түбәнге Новгород ҡ. һәм Нейво-Рудянка ҡасабаһы (Свердловск...

БЕРЛЕКТӘГЕ ПРЕДПРИЯТИЕ

БЕРЛЕКТӘГЕ ПРЕДПРИЯТИЕ, өлөшләтә сит ил капиталы ҡатнашҡан предприятие. Милли иҡтисадҡа туранан-тура сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, сит илдең алдынғы технологияларын һәм ҡорамалдарын файҙаланыу, аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола. Б.п. яңы пр‑тие булараҡ йәки сит ил инвесторының...

БИРЖА

БИРЖА, даими эшләүсе, тауарҙар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, валюта, эш көсөн күмәртәләп һатыу баҙары формаһы. Тауар (универсаль һәм махсуслашҡан), фонд, валюта, хеҙмәт (ҡара: Халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе) Б. бүленәләр. Башҡортостанда тәүге Б. 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1905 й. Өфө биржа йәмғиәте (ҡара:...

БЛАГОВЕЩЕН ИКМӘК КОМБИНАТЫ

БЛАГОВЕЩЕН ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1959 й. Благовещен икмәк з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып “Б.и.к.” ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк‑булка, кондитер изделиелары, майонез етештереү һәм ярҙамсы цехтар ингән. 1999 й. 66 кеше эшләгән; икмәк‑булка, кондитер, макарон изделиелары етештергән....

БЛИНОВ Леонид Павлович

БЛИНОВ Леонид Павлович [20.6.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Байҡы а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны) — 10.10.1998, Ҡазан], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1973), проф. (1977). РФ‑тың атҡ. иҡтисадсыһы (1982), ТАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1991), Рәсәйҙең почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Ҡазан финанс‑иҡт....

БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1928 й. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына ағас әҙерләү участкаһы (1928 й. нигеҙләнгән), таҡта ярыу, ағас әйберҙәр эшләү (икеһе лә — 1996), мебель...