Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӨНБАҒЫШ

КӨНБАҒЫШ (Helianthus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑гә яҡын төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫтерелә: май биргән К. һәм топинамбур. Май биргән К. — бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, бейеклеге 1—3 м. Япрағы эре, овал‑йөрәк формаһында, оҙон...

КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ

КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ, а.х. малдарын үрсетеү һәм йәш мал үҫтереү юлы м‑н тергеҙеү һәм арттырыу процесы. Ябай (көтөүҙәге мал һаны үҙгәрешһеҙ ҡала) һәм киңәйтелгән (көтөүҙәге мал һаны йыл һайын арта) К.я. айырыла. К.я. ваҡытында малдың тоҡом һәм етештереү сифаттарын яҡшыртыу ҡарала. К.я. темптары малдың һәр төрөнөң...

КӨТӨҮЛЕКТӘР

КӨТӨҮЛЕКТӘР, үләне малдарҙы йөрөтөп ашатыу өсөн файҙаланылған ерҙәр. Тәбиғи (ҡара: Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре) һәм сәселгән (культуралы) К. айырыла. Тәбиғи К. башлыса күп йыллыҡ ҡырағай үләндәрҙән тора. Сәселгән К. күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатнашмаларын сәсеү юлы м‑н булдырыла...

КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ

КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ, а.х. производствоһы өлкәһендә хужалыҡ эшмәкәрлеген бергә алып барған граждандар берекмәһе. К.(ф.)х. эшмәкәрлегенең төп төрҙәре: а.х. продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү, уны ташыу, һаҡлау һәм һатыу. К.(ф.)х. мөлкәте уның ағзаларының дөйөм милке булып тора, хужалыҡ эшҡыуарлыҡ...

КРЫЖОВНИК

КРЫЖОВНИК (Grossularia), крыжовниктар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, Европала, Төньяҡ Америкала һәм Азияла таралған. Башҡортостанда ауыш, йәки культуралы К. үҫтерелә. 1,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Үрендеһенең төйөндәрендә энәләр һәм төйөн араларында ваҡ энәләр бар. Япрағы...

КУЙБЫШЕВ В.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ

КУЙБЫШЕВ В.В. ИСЕМЕНДӘГЕ КОЛХОЗ, АХПК. Илеш р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Түб. Сереккүл ауылы. Составына 2 баҫыусылыҡ бригадаһы, 2 һөтсөлөк фермаһы һ.б. инә. 2011 й. 112 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5190 га тәшкил иткән, шул иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4053 га. Иген культураларының уңдырышлылығы —...

КУКУРУЗ

КУКУРУЗ (Zea mays), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. К. тыуған ере — Үҙәк һәм Көньяҡ Америка. Ҡойолған орлоҡтарҙан үҫеүгә һәм ҡырағайланыуға һәләтһеҙ культуралы, бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, ғәҙәттә, яңғыҙ, бейеклеге 50 см алып 6 м тиклем. Япрағы сиратлы, эре, киң ҡыяҡлы, тулҡынлы, өҫ яҡтан...

КУЛЬТИВАЦИЯ

КУЛЬТИВАЦИЯ (лат. cultivo — эшкәртәм, үҫтерәм), ерҙе өҫтән, һай эшкәртеү ысулы. Ҡый үләндәрен ҡырҡыу м‑н бергә тупраҡты йомшарта (әйләндермәйенсә) һәм өҫтөн тигеҙләй. Тупраҡтың һыу, һауа режимдарын көйләүгә булышлыҡ итә, тупраҡта йәшәгән микроорганизмдарҙың эшмәкәрлеген йәнләндерә, а.х. культуралары...

КУШНАРЕНКО ЕМЕШ-ЕЛӘК КУЛЬТУРАЛАРЫ ҺӘМ ВИНОГРАД СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ

КУШНАРЕНКО ЕМЕШ-ЕЛӘК КУЛЬТУРАЛАРЫ ҺӘМ ВИНОГРАД СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ, дәүләт ғилми учреждениеһы. Башҡортостан өсөн емешселек һәм селекция өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Емеш культуралары сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, емешселек продукцияһы етештереүҙең фәнни яҡтан нигеҙләнгән технологияларын...

КУШНАРЕНКО ЭЛЕВАТОРЫ

КУШНАРЕНКО ЭЛЕВАТОРЫ, игенде эшкәртеү һәм һаҡлау пр‑тиеһы. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. урынлашҡан. 1910 й. ярма з‑ды булараҡ ойошторола, 1933 й. алып Кушнаренко иген ҡабул итеү пр‑тиеһы, 2001 й. башлап К.э. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2011 й. ябыла. Составына элеватор, ярма етештереү...

КҮП ЙЫЛЛЫҠҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

КҮП ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер нисә йыл үҫкән һәм күп тапҡыр орлоҡ биргән ҡый үләндәре. Вегетатив юл һәм орлоҡтар ярҙамында үрсейҙәр. К.й.ҡ.ү. биол. төркөмдәре: үҙәк тамырлылар, суҡ тамырлылар, үрмәлеләр, һуғанбашлылар, бүлбелеләр, тамырһабаҡлы ҡый үләндәре һәм үренте тамырлы ҡый үләндәре. Үҙәк тамырлылар...

КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы

КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы [20.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яңыбай а. (БР‑ҙың Ейәнсура р-ны) — 9.8.1994, ш. уҡ р‑ндың Иҙелбәк а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940—86 йй. “Ейәнсура” с‑зында эшләй: 1943 й. алып һарыҡ көтөүсеһе, 1951 й. — өлкән һарыҡ көтөүсеһе. Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә...