Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГӘРӘЙ (Гәрәев) Йософ Ибраһим улы

ГӘРӘЙ (Гәрәев) Йософ Ибраһим улы [7.3.1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҙғыя а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 22.3.1988, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1936). 1923 й. алып Бәләбәй кантонында эшләй: уҡытыусы, 1928 й. халыҡ мәғарифы инспекторы. 1931 й. башлап БАССР‑ҙың мәғариф...

ГВОЗДЕВ Владимир Ефимович

ГВОЗДЕВ Владимир Ефимович (1.1.1956, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2003). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (2006 й. алып мәғлүмәт системаларын проектлауҙы автоматлаштырыу каф. мөдире); бер үк ваҡытта 1998—2004 йй. БР‑ҙың...

ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна

ГВОЗДИКОВА Инга Михайловна (16.8.1937, Краснодар ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) БАССР‑ҙың Үҙәк дәүләт архивы бүлеге мөдире, 1971 й. алып ТТӘИ‑лә (1998 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ГЕВЛИЧ Авксентий Павлович

ГЕВЛИЧ Авксентий Павлович (12.6.1790 — 6.3.1861, Санкт‑Петербург ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1848). Тел ғилеме докторы (1815). Дворяндарҙан. Харьков университетын тамамлаған (1811). 1830 й. алып Әстерхан граждан губернаторы вазифаһын башҡарыусы, 1832 й. — Тула губернаторы. 1833 й. башлап...

ГЕЛЬМИНТОЛОГИЯ

ГЕЛЬМИНТОЛОГИЯ (гельминттар һәм ...логия), паразитологияның паразит ҡорттарҙы һәм улар кешелә, хайуандарҙа һәм үҫемлектәрҙә тыуҙырған ауырыуҙарҙы (гельминтоздарҙы) өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм (гельминттарҙың фаунаһын, морфологияһын, систематикаһын, биол. циклдарын, физиологияһын һәм биохимияһын өйрәнә),...

ГЕЛЬМИНТТАР

ГЕЛЬМИНТТАР (гр. helmins, эйәлек килеш helminthos — ҡорт, глист), яҫы ҡорттар, беренсел ҡыуышлы селәүсендәр һәм сәнскебаш ҡорттар тибына ҡараған паразит селәүсендәр. 17 меңдән ашыу (БР‑ҙа 680‑дән ашыу) төрө билдәле. Г. өсөн юғары үрсемлелек, енесһеҙ һәм партеногенетик юл м‑н үрсеү, анаэроб мөхиттә йәшәүгә...

ГЕМАТОЛОГИЯ

ГЕМАТОЛОГИЯ (гемо... һәм ...логия), ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар т-дағы фән. Морфологик (ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзаларҙың һәм ҡандың формалы элементтарының төҙөлөшөн өйрәнә), серологик (плазма һәм ҡан һүле үҙенсәлектәрен) һәм клиник (ҡан системаһы ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын,...

ГЕМО..., ГЕМ..., ГЕМАТО...

ГЕМО..., ГЕМ..., ГЕМАТО... (гр. haima, эйәлек килеш haimatos — ҡан), ҡушма һүҙҙәрҙең “ҡан м‑н бәйле, ҡанға ҡараған” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ. гематология, геморрой).

ГЕМОРРАГИК БИҘГӘК

ГЕМОРРАГИК БИҘГӘК, бөйөр синдромлы: кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Г.б. тыуҙырыусы — Hantavirus затына ҡараған РНК‑лы вирус. Г.б. тыуҙырыусының 10 серотибы асыҡланған, БР‑ҙа Puumala серотибы (Вирустарҙың халыҡ-ара каталогында — Өфө-CJ-1820) ауырыу тыуҙыра, уны сысҡан һымаҡ кимереүселәр тарата. Һауалағы...

ГЕМОРРОЙ

ГЕМОРРОЙ (гемо... һәм гр. rheo – ағам), тура эсәктең аҫҡы өлөшөндәге каверноз ҡан тамырҙарының киңәйеүе. Эске, тышҡы һәм ҡатнаш Г. була. Г. көсәйеп китеүенә хроник эс ҡатыу, гиподинамия, йөклө булыу, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе, ауыр физик эш һ.б. ваҡытында тура эсәктең каверноз сырмалсыҡтарынан...

ГЕМОСПОРИДИЯЛАР

ГЕМОСПОРИДИЯЛАР, ҡан споровиктары (Haemosporidia), споровиктар класына ҡараған иң ябайҙар ярым отряды. 5 заты, 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә ерҙә лә, башлыса тропиктарҙа һәм субтропиктарҙа таралған. Башҡортостанда Plasmodium затына ҡараған 3 төрө бар. Тереклек итеү циклы хужа алмаштырыу м‑н барған...

ГЕН ИНЖЕНЕРИЯҺЫ

ГЕН ИНЖЕНЕРИЯҺЫ, маҡсатлы рәүештә яңы, тәбиғәттә булмаған ген берләшмәләрен сығарыуға бәйле молекуляр биология һәм генетика ысулдары. Г.и. нигеҙендә бер организм күҙәнәктәренән генды (йәки гендар төркөмөн) айырып алыу, уны башҡа организм күҙәнәктәренә, ш. иҫ. уның геномына, үтеп  инергә һәм уларҙа үрсергә...

ГЕНЕАЛОГИЯ

ГЕНЕАЛОГИЯ (гр. genealogia — шәжәрә), айырым ырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүен өйрәнеү, ғаилә, туғанлыҡ бәйләнештәрен билдәләү, ш. уҡ шәжәрәләр төҙөү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарих фәне. Археография, биографика, геральдика, ономастика, палеография, сфрагистика, сығанаҡтар өйрәнеү, этнология м‑н тығыҙ бәйләнештә...

ГЕНЕЗ

...ГЕНЕЗ (гр. genesis — барлыҡҡа килеү, килеп сығыу), ҡушма һүҙҙәрҙең “барлыҡҡа килеү, килеп сығыу процесы менән бәйле” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., орогенез, расогенез, этногенез). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ГЕНЕРАЛЬ ЫҘАНЛАУ

ГЕНЕРАЛЬ ЫҘАНЛАУ, Рәсәйҙә 1765—1861 йй. ер биләмәләре сиктәрен урында билдәләү һәм уларҙы юридик яҡтан рәсмиләштереү б‑са үткәрелгән хөкүмәт саралары (ҡара: Ер сәйәсәте). 1765 й. 19 сент. “Бөтә империя буйынса ерҙәрҙе генераль ыҙанлау тураһындағы манифест”ҡа ярашлы, ыҙанлау үткәргән ваҡытҡа милексенең...

ГЕНЕТИКА

ГЕНЕТИКА (гр. genesis — килеп сығыш), организмдарҙың нәҫеллеге һәм үҙгәреүсәнлеге закондары һәм уларға идара итеү ысулдары т‑дағы фән. Тикшеренеү объектынан сығып үҫемлектәр Г., хайуандар Г., микроорганизмдар Г., кеше Г.; башҡа фәндәр ҡулланған ысулдарҙан сығып биохимик Г., мед. Г., экологик Г. һ.б....

ГЕНИНГ Владимир Фёдорович

ГЕНИНГ Владимир Фёдорович (10.5.1924, Алтай губ. Подсосново а. — 30.10.1993, Киев), археолог. Тарих ф. д‑ры (1974), проф. (1985). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) Ижевскиҙа (1954 й. алып Удмурт республика тыуған яҡты өйрәнеү музейында) эшләй. 1960 й. алып Урал дәүләт ун‑ты (Свердловск ҡ.) уҡытыусыһы;...

ГЕО...

ГЕО... (гр. ge — Ер), ҡушма һүҙҙәрҙең “Ергә, уны өйрәнеүгә ҡараған” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., геология, геоморфология, геофизика). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ГЕОБОТАНИКА

ГЕОБОТАНИКА (гео... һәм ботаника), үҫемлек япмаһын фитоценоздар берләшмәһе булараҡ өйрәнеүсе фән. Г. составына фитоценология, ботаник география (флористика һәм үҫемлектәр географияһы), үҫемлектәрҙең популяцион биологияһы, үҫемлектәр экологияһы (аутэкология) инә. Г. айырым бүлектәре (урмандарҙы өйрәнеү...

ГЕОГРАФИК АТЛАС

ГЕОГРАФИК АТЛАС, альбом йәки китап рәүешендә эшләнгән һәм билдәле системаға һалынған географик карталар йыйынтығы. Г.а. төрҙәре: терр‑ялар б‑са — донъя, ҡитғалар, илдәр һ.б. атластары; йөкмәткеһе б‑са — дөйөм геогр., тематик, комплекслы; тәғәйенләнеше б‑са — уҡыу, фәнни-белешмә, туристик, юл һ.б. атластар....