Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЫРҘАЛАР

МЫРҘАЛАР, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: аҡсыуаш, балтағол, барҡылдаҡ, бишәй, бүреҫ, йәтимдәр, ҡаҙаҡ, ҡоҙғон, ҡотлосура, ҡырҙы, манғол, миндияр, сипай, сулпы, сырҙы, таҙ, тауир, таулы, туңғатар, шайтан. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт....

МЫРҘАНОВ Марат Мырҙан улы

МЫРҘАНОВ Марат Мырҙан улы (28.10.1937, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Ҡәйүп а. — 25.9.2012, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1966), 1971 й. алып ш. уҡ эшләй (1986—89 йй. онкология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

МЫРҘАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

МЫРҘАШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айыусы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 256 кеше; 1920 — 314; 1939 — 315; 1959 — 310; 1989 — 160; 2002 — 194; 2010 — 185 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

МЫСОВЦЕВО, Өфө р‑нындағы ауыл

МЫСОВЦЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Жуков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Авдон т. юл ст. 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 177 кеше; 1920 — 254; 1939 — 285; 1959 — 328; 1989 — 278; 2002 — 223; 2010 — 259 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1859 й. алып билдәле...

МЫСЫР, Мысыр Ғәрәп Республикаһы

МЫСЫР, М ы с ы р Ғ ә р ә п Р е с п у б л и к а һ ы, Африканың төньяҡ‑көнбайышындағы һәм Азияның Синай ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 1001,4 мең км2. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 80,9 млн кеше (2011), 90%‑ы — мысырҙар (М. ғәрәптәре). Рәсми тел — ғәрәп теле. Диндарҙарҙың...

МЫШКИН Владимир Александрович

МЫШКИН Владимир Александрович (29.8.1944, Дүшәмбе ҡ. — 22.10.2018, Өфө ҡ.), токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1969 й. алып шунда уҡ эшләй (1987—97 йй. уҡыу-уҡытыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина...

МЫШЫ

МЫШЫ (Alces alces), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 3 м тиклем, мундаһының бейеклеге 180 см, массаһы 400 кг тиклем. Төҫө ҡуңыр‑һоро, өҫкө ире‑ не, ҡорһағы һәм аяҡтары аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса, көмрө танаулы, ата мышыларҙың...

МЯСНИКОВТАР

МЯСНИКОВТАР, завод хужалары. Сембер сауҙагәрҙәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Семён М. Уның улдары: Иван Семёнович М. (?— 1780), И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) м‑н берлектә Архангел баҡыр иретеү заводын, Белорет заводын, Богоявленск заводын, Верхотор заводын, Воскресенка заводын, Йүрүҙән-Ивановка...

МЯЧИН Константин Алексеевич

МЯЧИН Константин Алексеевич [17.8.1886, Ырымбур губ. Ырымбур өйәҙе Михайловка а. (Ырымбур өлк.) — 16.9.1938, Мәскәү], революция хәрәкәте һәм Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Советттарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй съезы делегаты (Мәскәү, 1917). 1907 й. башлап Өфө губернаһында хәрби ойошмалар...

МӘҘРӘСӘ

МӘҘРӘСӘ (ғәр. — уҡыта торған урын), урта һәм юғары мосолман уҡыу йорттары. Башҡортостанда тәүге М. 17 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә (ҡара: Дини белем биреү). Мулллар инициативаһы б‑са мәсеттәр эргәһендә асыла, шәхси иғәнәләр һәм ваҡыф аҡсаһына тотола. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Уҡытыу‑тәрбиә...

МАРЧУКОВ Евгений Ювенальевич

МАРЧУКОВ Евгений Ювенальевич (26.7.1956, Мәскәү ҡ.), инженер‑механик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2022), техник фәндәр докторы (1999), профессор (2007). РФ‑тың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005), почётлы авиатөҙөүсе (2006). Мәскәү авиация институтын тамамлаған (1979). 1978 й. алып «“Сатурн” ҒПБ» ААЙ‑нда (Мәскәү ҡ.):...

МЫРҘАҒӘЛИМОВ Ғәзиз Ғәбиҙулла улы

МЫРҘАҒӘЛИМОВ Ғәзиз Ғәбиҙулла улы [15.8.1923, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Наҡай а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 11.6.1990, ш. уҡ өлкә һәм райондың Дәрбиш а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның...