Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы

ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы [10.8.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ҡаҙмаш а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 7.2.2006, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1952)....

ИШБУЛАТОВ Рәхим Усман улы

ИШБУЛАТОВ Рәхим Усман улы (7.4.1911, Ырымбур губ. ш. уҡ өйәҙе Ғәбйәлил а., хәҙ. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Башҡорт Ҡансыраһы а., — 18.6.1967, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1961). Рәссамдар союзы ағзаһы (1939). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1934; педагогтары...

ИШБУЛАТОВ Хажиәхмәт Исхаҡ улы

ИШБУЛАТОВ Хажиәхмәт Исхаҡ улы [16.3.1851, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 1921, Стәрлетамаҡ ҡ.], хәрби эшмәкәр. Ген.‑лейт. (1918). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған. 1866— 1908 йй. һәм 1915—18 йй. рус армияһында,...

ИШБУЛАТОВ Хәмиҙулла Мәүлеғол улы

ИШБУЛАТОВ Хәмиҙулла Мәүлеғол улы (1826—?), кантон башлығы, сотник (1855). Пермь губ. башҡорто. 1‑се Ҡазан гимназияһын тамамлаған (1844). 1847 й. мартынан Ырымбур хәрби губернаторы канцелярияһында, нояб. алып Ваҡытлы эске ҡырғыҙ урҙаһы советында хеҙмәт итә. 1854 й. башлап 7‑се башҡ. кантонының 1‑се бүлексәһе...

ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы

ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы (23.10.1966, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский ҡсб), йөрәк‑ҡан тамырҙары хирургы. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында, 2001 й. алып Респ. кардиология диспансерында (бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1995 й....

ИШБУЛДИН Хәмиҙулла Әбдрәхим улы

ИШБУЛДИН Хәмиҙулла Әбдрәхим улы (23.9.1946, Үзбәк ССР‑ы Брич-Мулла а.), йырсы (драматик тенор). БР‑ҙың халыҡ артисы (1997). ӨДСИ-не тамамлағандан һуң (1978; М.Ғ.Мортазина класы) 1981 й. тиклем һәм 1994 й. алып БДОБТ, 1981—94 йй. Татар опера һәм балет театры (Ҡазан) солисы. Төп партиялары: Салауат Юлаев...

ИШБУЛДЫ, Ахай, Әбйәлил р-нындағы ауыл

ИШБУЛДЫ, Ахай, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Хәлил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 32 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 378 кеше; 1920 — 677; 1939 — 380; 1959 — 314; 1989 — 411; 2002 — 555; 2010 — 539 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

ИШБУЛДЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ИШБУЛДЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ишбулды а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Атлығас й. (Тере Танып й. басс.) буйында, Өфө—Яңауыл автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1174 кеше; 1920 — 1196; 1939 — 1094; 1959 — 716; 1989 — 337; 2002 — 322; 2010 — 348...

ИШЕЙ, Баймаҡ р-нындағы ауыл

ИШЕЙ, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Темәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.- Көнб. табан 75 км һәм Сибай т. юл ст. 130 км алыҫлыҡта Күркәтау й. (Ҡана й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 179 кеше; 1959 — 611; 1989 — 572; 2002 — 363; 2010 — 326 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Темәс урта...

ИШЕЛМӘЛӘР,

ИШЕЛМӘЛӘР, тау тоҡомдары массаһының ауырлыҡ көсө йоғонтоһонда битләү буйлап шыуып (ишелеп) төшөүе. Һыу м‑н йыуылыу арҡаһында битләү текәлеге артыу сәбәпле тоҡомдарҙың тигеҙлеге боҙолғанда, ашалыу йәки яуым‑төшөм һәм ер аҫты һыуҙары тәьҫирендә артыҡ дымланғанда, сейсмик тетрәүҙәр, төҙөлөш һәм хужалыҡ...

ИШЕМ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ИШЕМ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 231 кеше; 1920 – 231; 1939 – 351; 1959 – 295; 1989 – 157; 2002 – 106; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ИШЕМ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ИШЕМ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 46 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта Әзәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 522 кеше; 1920 — 537; 1939 — 321; 1959 — 314; 1989 — 218; 2002 — 215; 2010 — 193 кеше. Мариҙар...

ИШЕМБАЕВ Ринат Сәхиулла улы

ИШЕМБАЕВ Ринат Сәхиулла улы (5.8.1976, Калтан ҡ.), спортсы. Халыҡ‑ара шашка уйындары б‑са халыҡ‑ара мастер (2001). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1999). “Башнефть” шашка клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары А.Э.Гетманский, Ю.В.Черток). Клубтар араһында Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2001) һәм Рәсәй...

ИШЕМБАЕВА Галина Григорьевна

ИШЕМБАЕВА Галина Григорьевна (2.3.1957, Коркино ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Баҡалы р‑ны мәктәптәрендә эшләй. 1982 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДУ‑ла уҡыта: 2014 й. башлап сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте каф., 2017 й. — урыҫ, сит ил...

ИШЕМБАЙ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ

ИШЕМБАЙ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ, эҙләү, разведкалау, эксплуатациялау скважиналарын быраулау һәм һынау, ш. уҡ ситке үҙәктәр ҡаҙыу һәм быраулау ысулы м‑н эксплуатациялау скважиналарының иҫкергән фондын тергеҙеү, быраулау ҡулайламалары төҙөү эштәрен башҡарған. 1930 й. Стәрлетамаҡ район быраулау контораһы...

ИШЕМБАЙ ЗАКАЗНИГЫ

ИШЕМБАЙ ЗАКАЗНИГЫ. 1971 й. һунар промыслаһы йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү өсөн зоологик заказник булараҡ ойошторола. Ишембай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Майҙаны — 58,5 мең га, 80,8%‑ын урман ҡаплаған. Заказник терр‑яһында...

ИШЕМБАЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

ИШЕМБАЙ ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составына кондитер (1997 й. нигеҙләнгән), икмәк‑булка (1999) цехтары инә. 2010 й. 203 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1943 й. Ишембай икмәк з‑ды булараҡ асыла, 1948 й. алып Ишембай горпищехлебокомбинаты, 1956 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1965 й. — перәник, 1972 й. булка...

ИШЕМБАЙ КАТАЛИЗАТОРҘАР МАХСУСЛАШТЫРЫЛҒАН ХИМИЯ ЗАВОДЫ

ИШЕМБАЙ КАТАЛИЗАТОРҘАР МАХСУСЛАШТЫРЫЛҒАН ХИМИЯ ЗАВОДЫ. 1932 й. нигеҙ һалына, 1936 й. Ишембай нефть ҡыуыу з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1949 й. алып Ишембай НЭЗ‑ы, 1990 й. — “И.к.м.х.з.” ДУП‑ы, 2003 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. Һауа, трансформатор майы, тәбиғи газ һ.б. киптереү һәм таҙартыу өсөн цеолиттар...

ИШЕМБАЙ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

ИШЕМБАЙ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, ААЙ. Скважиналарҙы ремонтлау һәм үҙләштереү өсөн күтәргес ҡулайламалар, тиҙ хәрәкәт итеүсе насос блоктары, механик, пневматик асҡыстар, төрлө модификациялы йыуҙырыу быраулау вертлюгтары һ.б. етештерә. Составы: механика (1941 й. нигеҙләнгән), ҡойоу, механик йыйыу (икеһе...

ИШЕМБАЙ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

ИШЕМБАЙ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. 1961 й. Ишембай НЭЗ‑ының С.М.Киров ис. Нефтселәр һарайы булараҡ асыла, 1990 й. алып Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия з‑дының С.М.Киров ис. мәҙәниәт һарайы, 1994 й. — С.М.Киров ис. Ҡала мәҙәниәт һарайы, 2005 й. — Ишембай мәҙәниәт һарайы, 2009 й. алып Ишембай ҡала...