Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИХСАНОВА Камал Идиәтулла ҡыҙы

ИХСАНОВА Камал Идиәтулла ҡыҙы [6.8.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сабай а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 25.7.2001, Өфө], актриса. Татар сәнғәт техникумын тамамлаған (Ҡазан, 1931). 1932 й. алып — Баймаҡ колхоз-совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1947—70 йй. БАДТ актрисаһы. Баймаҡ колхоз‑совхоз...

ИХТИЛАЛ (1747)

ИХТИЛАЛ (1747), типтәр-бобыль И., һалымдарҙың артыуы арҡаһында Уҫы даруғаһы һәм Себер даруғаһы халҡының хөкүмәткә ҡаршы сығышы. Типтәрҙәргә һәм бобылдәргә яһаҡ (һәр йорттан 82 тин) урынына — һалым (һәр ир‑ат башына 80 тин), мишәрҙәргә яһаҡ (һәр йорттан 25 тин) һалыуҙы индергән 1747 й. 22 майындағы Сенат...

ИХТИЛАЛ (1835)

ИХТИЛАЛ (1835), Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе, Красноуфимск өйәҙе, Шадринск өйәҙе һәм Көңгөр өйәҙе, Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Өфө өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Троицк өйәҙе, Ырымбур казак ғәскәренең 3‑сө, 4‑се һәм 5‑се кантондары халҡының ҡораллы күтәрелеше. Һалым һәм йөкләмәләрҙең күпкә артыуы,...

ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ

ИХТИМАЛЛЫҠ ТЕОРИЯҺЫ, осраҡлы күренештәрҙең матем. моделдәрен өйрәнеүсе математика фәне. И.т. төп бурысы — ваҡиғаның ихтималлығын (осраҡлы һынауҙар һөҙөмтәһендә ваҡиғаның тормошҡа ашырылыу мөмкинлеген характерлаусы һанды) табыу. И.т. осраҡлы ваҡиғаларҙың ихтималлығы һәм уларҙың күп һанлы бойондороҡһоҙ...

ИХТИОЛОГИЯ

ИХТИОЛОГИЯ (гр. ichthys — балыҡ һәм ...логия), зоологияның балыҡтарҙы һәм түңәрәғауыҙҙарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Уларҙың анатомияһын, биологияһын, систематикаһын, физиологияһын, экологияһын өйрәнә, балыҡ хужалығын маҡсатҡа ярашлы алып барыуҙың теоретик нигеҙҙәрен эшләй һәм практикаһын камиллаштыра, ресурстарҙы...

ИХТИСАМОВ Хәмзәфәр Сабир улы

ИХТИСАМОВ Хәмзәфәр Сабир улы (27.1.1937, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Шишмә а. — 13.12.2008, Өфө), музыка белгесе‑фольклорсы. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1997). Композиторҙар союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1961), Ҡазан консерваторияһын (1969) тамамлаған. 1964 й. алып — Салауат, 1967 й. — Әлмәт...

ИШАН

ИШАН (фарс. улар), мосолман илдәрендә, ш. уҡ Рәсәйҙә ислам таралған төбәктәрҙә суфый остазының юғары дәрәжәһе (ҡара: Суфыйсылыҡ). И. дәрәжәһен бөтә тәриҡәт башлығы, уға нигеҙ һалыусының эшен дауам иткән йәки өлкән вариҫы, тәриҡәттең теге йәки был төбәктәге башлығы йәки уның вәкиле, айырым община башлығы...

ИШӘЙ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ

ИШӘЙ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ. Ишембай р‑нының Ишәй а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һәләүек й. үҙәненең уң ярында урынлашҡан. Мәмерйәләр карслы, көңгөр ярусының гипстарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле үҙ‑ара тоташҡан 6 горизонталь мәмерйә‑коридорҙан ғибәрәт. Оҙонлоғо 1002 м, уртаса киңлеге 4,6 м,...

ИШӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ИШӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Ишәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 30 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 885 кеше; 1920 — 1095; 1939 — 1426; 1959 — 1243; 1989 — 864; 2002 — 986; 2010 — 1000 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ИШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ИШӘЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ростов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 21 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.-Көнс. табан 129 км алыҫлыҡта Һөйә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 368 кеше; 1939 — 303; 1959 — 351; 1989 — 237; 2002 — 209; 2010 — 223 кеше. Башҡорттар...

ИШБАЕВ Ғиниәтулла Ғарифулла улы

ИШБАЕВ Ғиниәтулла Ғарифулла улы (20.7.1961, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Уральск ҡсб), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2008). РФ-тың (2014), БР‑ҙың (2003) атҡ. нефтсеһе. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып сектор мөдире, 1991—99 йй. “Азимут” ҒПП‑нда бүлек нач.; бер үк ваҡытта...

ИШБАЕВ Кәрим Ғайса улы

ИШБАЕВ Кәрим Ғайса улы (9.2.1937, Ырымбур өлкәһе Аллабирҙе а. — 15.3.2015, Стәрлетамаҡ ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ...

ИШБАРС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ИШБАРС, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 25 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1339 кеше; 1920 — 1335; 1939 — 1505; 1959 — 1494; 1989 — 690; 2002 — 711; 2010 — 767 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

ИШБИРҘЕ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ИШБИРҘЕ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 56 км һәм Сибай т. юл ст. 97 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 278 кеше; 1920 — 386; 1939 — 299; 1959 — 465; 1989 — 719; 2002 — 679; 2010 — 638 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ИШБИРҘЕ, Күгәрсен р-нындағы ауыл

ИШБИРҘЕ, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Ишбирҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Инәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 442 кеше; 1920 — 980; 1939 — 848; 1959 — 705; 1989 — 233; 2002 — 224; 2010 — 150 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ИШБИРҘИН Айрат Рим улы

ИШБИРҘИН Айрат Рим улы [25.4.1958, БАССР‑ҙың Йомағужа районы Ялсы а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы)], ботаник. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Күгәрсен районы һәм Учалы ҡ. урта мәктәптәрендә, 1986 й. — БДУ‑ла уҡыта. 1989 й. алып Ботаника баҡса‑институтында...

ИШБИРҘИН Хәлил Әнүәр улы

ИШБИРҘИН Хәлил Әнүәр улы (13.1.1963, Баймаҡ ҡ.), бейеүсе, балетмейстер. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989). Р.Ғ.Туйсинаның улы. ГИТИС‑ты тамамлаған (1991; педагогы Т.А.Устинова). 1983—89 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ филармонияһы Бейеү театрының художество...

ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы

ИШБИРҘИН Эрнст Фәйзрахман улы (20.12.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Ишбирҙе Руднигы ҡсб — 24.5.2019, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Баймаҡ мәктәп-интернатында, 1970—76 йй. СДПИ ла эшләй; 1969 й....

ИШБУЛАТОВ Альберт Наил улы

ИШБУЛАТОВ Альберт Наил улы (17.12.1981, Шаргунь ҡ.), спортсы. Кикбоксинг б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). ӨЮИ‑ны (2002), БДУ‑ны (2009) тамамлаған. “Йәшелкүл” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры Д.С.Хәсәнов). Евразия чемп. (2001), Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2001—02,...

ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы

ИШБУЛАТОВ Нәғим Хажғәле улы [10.8.1928, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ҡаҙмаш а. (БР‑ҙың Әбйәлил районы) — 7.2.2006, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1981). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1952)....