Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович

ЗЕЛЕНЦОВ Анатолий Александрович (22.1.1854, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе — ?), тау инженеры. Санкт‑Петербург тау институтын тамамлағандан һуң (1876) Уралда эшләй. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. 1879 й. Екатеринбург тау округының Түбәнге Исәт заводында эш башлай, 1879 й. майында Горноблагодатный...

ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович

ЗЕЛЕНКОВ Евгений Петрович (1851 — 23.8.1901, Санкт‑Петербург ҡ.), тау инженеры, эшҡыуар. Фән кандидаты. Санкт‑Петербург университетын тамамлағандан һуң (1870) Ырымбур губернаһының алтын приискыларында эшләй. 1886 й. Успенский приискыһында — хлоринация ысулы, 1895 й. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1897)...

ЗЕЛЕНИН Дмитрий Константинович

ЗЕЛЕНИН Дмитрий Константинович [21.10.1878, Вятка губ. Люк а. — 31 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 30). 8.1954, Ленинград], фольклорсы, диалектолог, этнограф. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1925), Болгария ФА акад. (1946), урыҫ теле һәм әҙәбиәте д‑ры (1917), этнография д‑ры (1935). Юрьев ун‑тын тамамлағандан һуң...

ЗЕЛЁНАЯ ПОЛЯНА, Әбйәлил р-нындағы ауыл

ЗЕЛЁНАЯ ПОЛЯНА, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 38 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Яҡтыкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. – 155; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 30‑сы йй. аҙ. марганец мәғдәндәре ятҡылығын...

ЗЕЙГМАН Юрий Вениаминович

ЗЕЙГМАН Юрий Вениаминович (27.4.1951, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2003). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1973), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй (2003 й. башлап нефть‑газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу каф. мөдире), 1973—76 йй. Башҡ‑н...

ЗДОБНОВА ЗОЯ ПЕТРОВНА

ЗДОБНОВА ЗОЯ Петровна (25.3.1926, Чистай ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1949). 1953 й. алып БДУла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге көнсығыш диалект зонаһындағы (Башҡортостан,...

ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович

ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович (4.10.1938, Махачкала ҡ. — 19.11.2020, Силәбе ҡ.), археолог. Тарих фәндәре докторы (2002). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Петропавловск педагогия институтында, бер үк ваҡытта Төньяҡ Ҡаҙағстан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Петропавловск...

ЗВЕРЕВ Геннадий Никифорович

ЗВЕРЕВ Геннадий Никифорович (26.8.1953, Һарытау крайы Родничёк ст.), инженер‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1986). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалында эшләй (Октябрьский ҡ.; 1966 й. алып...

ЗӘРҠУМ

ЗӘРҠУМ (фарс. — ике йөҙлө, алдаҡсы), башҡ. мифологияһында яуыз йән эйәһе, ифрат ҙур йылан. “Урал батыр” эпосы персонажы, йыландар батшаһы Ҡәһҡәһәнең улы. Мифик заттарға хас көскә эйә түгел, әммә хәйләкәр һәм мәкерле. З. нисек кенә булһа ла ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы Һомайҙы яулап алырға тырыша. 12...

ЗӘҢГЕ

ЗӘҢГЕ (лат. scorbutus), кеше организмында С витамины (аскорбин к‑таһы) етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килә торған ауырыу; коллаген синтезы боҙолоуында һәм тоташтырғыс туҡыманың ныҡлығы кәмеүендә сағыла. З. йыш ҡына витаминдар етешмәүҙең башҡа төрө м‑н бергә килә. Төп симптомдары: дөйөм хәлһеҙлек, гингивит,...

ЗӘҢГӘРҺЫУ ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР

ЗӘҢГӘРҺЫУ ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР, цианеялар, цианобактериялар (Cyanophyta, Cyanoprokaryota), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. Яҡынса 800 төрө билдәле. Бөтә ер шарында таралған, сөсө һәм тоҙло һыуҙарҙа, ҡайнар сығанаҡтарҙа, мәмерйәләрҙә, тупраҡ өҫтөндә, ҡаяларҙа һ.б. тереклек итә. Прокариотик бер (яңғыҙ йәки...

ЗӘҢГӘР УМЫРЗАЯ

ЗӘҢГӘР УМЫРЗАЯ (Mercurialis), һөтлөгән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 8 төрө билдәле; Евразияла, башлыса Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда меңйәшәр З.у. үҫә. Күп йыллыҡ, ғәҙәттә, йәйелеүсе оҙон тамырһабаҡлы ике өйлө үлән. Һабағы төҙ, ябай, өҫкө өлөшөндә япраҡлы, 15—40 см...

ЗӘЛЕЕВ Роберт Ғүмәр улы

ЗӘЛЕЕВ Роберт Ғүмәр улы (13.2.1955, ТАССР‑ҙың Ҡыҙыл Яр а.), тренер. Самбо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2008), дзюдо б‑са СССР-ҙың спорт мастеры (1974). РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2003), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1976). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе...

ЗӘҠӘТ

ЗӘҠӘТ (ғәр. — таҙарыныу), шәриғәттә мөлкәткә һәм килемгә һалынған, мосолман бурыстарының береһе тип иҫәпләнгән һалым; исламдың мотлаҡ 5 ғәмәленең береһе. Ислам дәүләттәрендә З. ябай дәүләт һалымы булып тора. З. түләү, мөлкәтте һәм килемде “таҙартып”, бәрәкәтле итә, тип һанала. Мосолман календары б‑са...

ЗӘКИЕВ Мирфәтих Зәки улы

ЗӘКИЕВ Мирфәтих Зәки улы (14.8.1928, ТАССР‑ҙың Зәйпе а.), тел белгесе, төркиәтсе. ТР ФА акад. (1991), филол. ф. д‑ры (1963), проф. (1964), БДУ‑ның почётлы д‑ры (2011). РСФСР-ҙың (1976) һәм ТАССР‑ҙың (1970) атҡ. фән эшмәкәре, СССР ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972), мәғариф отличнигы (1974). ТАССР ЮС‑ы...

ЗӘКИ Шәмсетдин

ЗӘКИ Шәмсетдин (ысын исеме Ғөбәйҙуллин Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы; 1822, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Изәк а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Зәк-Ишмәт а., — 1865 й. сент., Таганрог ҡ.), башҡ. суфый шағиры. Тыумыштан һуҡыр була (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, бала саҡта һуҡырая). Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһендә,...

ЗӘК-ИШМӘТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЗӘК-ИШМӘТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Зәк‑Ишмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 50 км һәм Күмертау т. юл ст. 41 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1024 кеше; 1920 — 1222; 1939 — 783; 1959 — 683; 1989 — 670; 2002 — 790; 2010 — 682 кеше. Татарҙар...

ЗӘЙНУЛЛИНА Лилиә Марат ҡыҙы

ЗӘЙНУЛЛИНА Лилиә Марат ҡыҙы (15.2.1960, Силәбе өлк. Мәтәл а. — 10.5.2016, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). М.В.Зәйнуллиндыңҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1982). 1987 й. алып ТТӘИ хеҙм‑ре, 1989 й. — БДУ‑ла эшләй (2008—15 йй. сит телдәр каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре...

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Хисмәтулла улы

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Хисмәтулла улы (15.4.1931, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Иҡсан а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Яңы Ихсан а., — 1.11.2000, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1946 й. алып Саҡмағош р‑нында эшләй: 1948 й. — Саҡмағош МТС‑ында, 1958—88 йй. М.В.Фрунзе ис. к‑зда (1973—77 йй. комплекслы бригада...

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Насретдин улы

ЗӘЙНУЛЛИН Хәмит Насретдин улы (16.11.1944, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Арҡауыл а. — 21.1.2003, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (2000). ӨНИ‑не тамамлаған (1968), 1970 й. алып шунда уҡ эшләй. 1995 й. — БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ-ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын...