Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЖЁЛТЫЙ ТАТАР-БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЖЁЛТЫЙ ТАТАР-БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1920 й. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе базаһында Ырымбур татар халыҡ мәғарифы ин‑ты булараҡ асыла, 1923 й. алып Ырымбур татар пед. техникумы (1927 й. башҡ. бүлексәһе асыла). 1935 й. Боғорослан ҡ. татар‑башҡ. пед. техникумы итеп күсерелә, 1937 й. башлап татар‑башҡ. пед....

ЕФРЕМКИН УРТА МӘКТӘБЕ

ЕФРЕМКИН УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1893 й. башланғыс земство мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1917 й. — 1-се баҫҡыс мәктәп, 1936 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1969 й. хәҙ. статусын ала. Уҡыу оҫтаханаһы, компьютер кабинеты, хәрби дан музейы, биҙәүҡулланма сәнғәте художество галереяһы бар. Урта мәктәпте...

ЕРМОЛАЕВКА УРТА МӘКТӘБЕ №1

ЕРМОЛАЕВКА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Көйөргәҙе р‑ны. 1894 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1917 й. алып башланғыс мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2 технология кабинеты, спорт залы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һ.б. бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында...

ЕРЕКЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ

ЕРЕКЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ, Шаран р‑ны. 1923 й. 1-се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1932 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1938 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 2010 й. И.Ә.Абдуллин исеме бирелә. Шаран р‑нының Бурһыҡ, Ҡыртүтәл һәм Һарыһаҙ аа. 3 филиалы эшләй. Производство участкаһы, а.х....

ЕРГӘН УРТА МӘКТӘБЕ

ЕРГӘН УРТА МӘКТӘБЕ, Мәләүез р‑ны. 1877 й. башланғыс 2 класлы халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 1956 й. Е.у.м. Ергән татар тулы булмаған урта мәктәбе ҡушыла. Мәләүез р‑ны Үрге Юл даш, Һабаш аа. филиалдары эшләй....

ЕР ҮЛСӘҮ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЕР ҮЛСӘҮ УЧИЛИЩЕҺЫ, ерҙәрҙе ыҙанлау һәм ер төҙөлөшө б‑са белгестәр әҙерләү өсөн урта махсус уҡыу йорто. 1877 й. Ырымбур ҡ. асыла, 1879 й. Өфөгә күсерелә. Игенселек министрлығы ҡарамағында була; уҡыу барышы м‑н составында училище начальнигы, уҡытыусылар һәм күҙәтеүселәр булған уҡытыу һәм хужалыҡ итеү...

ЕВЛАМПИЕВА Вера Фёдоровна

ЕВЛАМПИЕВА Вера Фёдоровна (17.4.1880, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Зәй ҡсб, хәҙ. ТР‑ҙың Зәй ҡ., – 7.6.1970, Өфө), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1944). Епархия ҡыҙ балалар училищеһын тамамлағандан һуң (1896) Успение сиркәү-мәхәллә уч‑щеһында, 1907—12 йй. шәхси ирҙәр гимназияһында, 1907—14 йй....

ДЫУАН УРТА МӘКТӘБЕ

ДЫУАН УРТА МӘКТӘБЕ, Дыуан районы. 1840 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1865 й. алып өйәҙ писарҙар уч‑щеһы, 1870 й. — башланғыс халыҡ мәктәбе, 1906 й. — башланғыс земство мәктәбе, 1918 й. —1‑се баҫҡыс мәктәп, 1932 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. – тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ....

ДЫУАН АГРАР ТЕХНИКУМЫ

ДЫУАН АГРАР ТЕХНИКУМЫ, Дыуан р‑ны Дыуан а. урынлашҡан. 1898 й. һөнәрселек уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — а.х. техникумы. 1983 й. техникум һәм “Дыуан” с‑зы нигеҙендә “Дыуан” совхоз‑техникумы ойошторола, 2000 й. башлап аграр техникум. 2016 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм...

ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1

ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1930 й. крәҫтиән йәштәре мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1934 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Токарлыҡслесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, 2 спорт залы, мәктәп тарихы музейы бар. Урта мәктәпте 5,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар...

ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ

ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ, дөйөм мәғариф процесын тормошҡа ашырған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. Башланғыс (ҡара: Башланғыс белем), төп дөйөм һәм урта (ҡара: Урта белем); дәүләт, муниц. һәм дәүләт ҡарамағында булмаған (ҡара: Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттары) төрҙәргә бүленә. Революциянан...

ДОКТОРАНТУРА

ДОКТОРАНТУРА, ғилми һәм ғилми-пед. кадрҙар әҙерләү системаһының юғары баҫҡысы, өҙлөкһөҙ белем биреү системаһының бер өлөшө. Д. юғары уҡыу йорттарында, ғилми учреждениеларҙа фән һәм техника өлкәһендә юғары квалификациялы ғилми кадрҙарҙы планлы әҙерләү маҡсатында ойошторола. Д. фән канд. ғилми дәрәжәһе,...

ДИДАКТИКА

ДИДАКТИКА (гр. didaktikos — өйрәтеүсе, уҡытыуға ҡағылышлы), белем биреү һәм уҡытыу теорияһы, педагогика тармағы. Уҡытыусы м‑н уҡыусыларҙың үҙ‑ара эшмәкәрлегенә нигеҙләнгән уҡытыу процесын тикшерә. Уҡытыу процесының төрлө өлөштәре араһындағы факттарҙы, үҙ‑ара бәйләнештәрҙе асыҡлау ярҙамында уҡытыуҙың...

ДВОРЖЕЦКИЙ Станислав Антонович

ДВОРЖЕЦКИЙ Станислав Антонович (25.3.1859, Вильна губ. Вилейка ҡ. — 16.2.1939, Тәтеш ҡ.), педагог, халыҡ мәғарифын ойоштороусы. Статский советник (1902). Вильна уҡытыусылар ин‑тын тамамлағандан һуң (1880) Ырымбур уҡытыусылар ин‑ты ҡарамағындағы 2 класлы халыҡ уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1886 й. алып 2 класлы...

ДӘҮЛӘКӘН ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ДӘҮЛӘКӘН ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1930 й. нигеҙ һалына. 1955 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһы составына инә (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы). Көндөҙгө уҡыу бүлектәре эшләгән: башҡ. һәм татар, 1939 й. алып урыҫ (1945 й. тиклем ситтән тороп уҡыу). Урыҫ бүлегендә 1939—45 йй. экстернат булған. Училище башланғыс класс...

ДӘҮЛӘКӘН БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ №3

ДӘҮЛӘКӘН БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ №3, 1936 й. 2‑се башҡ. урта мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1949 й. — урта мәктәп, 1954 й. — 1‑се тулы булмаған урта Мәктәп м‑н берләштерелгәндән һуң 3‑сө урта мәктәп, 2007 й. — 3‑сө гимназия, 2010 й. хәҙ. статусын ала. Интернаты,...

ҒИСМӘТУЛЛИН Абдулла Төхвәтулла улы

ҒИСМӘТУЛЛИН Абдулла Төхвәтулла улы (14.3.1883, Турғай өлк. Ҡустанай ҡсб – 10.6.1938, Өфө), педагог, дәүләт эшмәкәре, журналист. Троицк ҡ. мәҙрәсә тамамлаған, 1911—14 йй. Психоневрология ин‑тында уҡый (С.-Петербург). 1907 й. алып “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) уҡыта. 1918 й. башлап Милләттәр эштәре...

ҒИМАЛОВА Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы

ҒИМАЛОВА Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы [22.6.1922, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 24.9.2006, Өфө], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1961). РСФСР (1987) һәм БАССР (1969) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР- ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), БР‑ҙың мәғариф отличнигы...

ҒӘЛЛӘМОВ Абдрахман Әбдрәхим улы

ҒӘЛЛӘМОВ Абдрахман Әбдрәхим улы [15.10.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) – 19.2.1989, Өфө], педагог-методист, тел белгесе. Пед. ф. канд. (1967). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1967). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) Баймаҡ р‑ны, Сибай ҡ. мәктәптәрендә,...

ҒӘЛИМОВА Флүзә Кәбир ҡыҙы

ҒӘЛИМОВА Флүзә Кәбир ҡыҙы (14.9.1948, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡубыяҙ а.), педагог. БР- ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2006) уҡытыусыһы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Нуриман р‑нының Байгилде урта мәктәбендә эшләй. 1975 й. алып 108‑се урта мәктәп, 1980 й. — 1‑се урта мәктәп,...