Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН

ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН (ысын исеме Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 1799; Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Балапан а., хәҙ. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Яңы Балапан а., — 1878, шунда уҡ), башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. 1830‑сы йй. 6‑сы башҡ. кантонында йорт старшинаһы, хорунжий (1829). Ишмөхәмәт...

ЕРӘНСӘ СӘСӘН

ЕРӘНСӘ СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир-импровизаторы. Е.с. тормошо т-да документаль сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исеме “Ерәнсә сәсән”, “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” һ.б. башҡ. риүәйәттәрендә осрай, уларға ярашлы, Е.с. 14—15 йәки 17—18 бб. йәшәгән, уның ҡатыны Бәндәбикә булған (ҡара: Бәндәбикә кәшәнәһе). Байым...

ҒИБӘҘУЛЛИН Миңлетаһир Ғибәҙулла улы

ҒИБӘҘУЛЛИН Миңлетаһир Ғибәҙулла улы [башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ғибәҙәтов Таһир Ғибәт улы; 29.12. 1898, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Абзай а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 19.4. 1982, шунда уҡ], әкиәтсе. Беренсе донъя, Граждандар һуғышында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Троицк мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы...

ҒӘБДИЕВ Шәһәрғәзи Шаһыбал улы

ҒӘБДИЕВ Шәһәрғәзи Шаһыбал улы (9.12.1898, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Этҡол а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а., — 5.7.1979, шунда уҡ), шағир‑импровизатор. Беренсе донъя, Граждандар һуғышы, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғыштарында ҡатнашыусы. Муллаҡай мәҙрәсәһендә, Таулыҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Төрки,...

ҒАИЛӘ-КӨНКҮРЕШ ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ

ҒАИЛӘ‑КӨНКҮРЕШ ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ, башҡ. фольклоры әҫәрҙәре, ғаилә‑көнкүреш йолаларының вербаль‑шиғри өлөшө. Ғ.‑к.й.п. нигеҙендә һүҙҙең арбау көсөнә ышаныу ята (ҡара: Магия). Жанрҙары: арбауҙар, йырҙар, теләктәр, нәсихәттәр, мөнәжәттәр һәм башҡалар. Ғ.‑к.й.п. әҫәрҙәре кеше ғүмеренең һәр этабына, уның хужалыҡ‑көнкүреш...

ВӘЛИЕВ Зиннәт Вәли улы

ВӘЛИЕВ Зиннәт Вәли улы [1.5.1902, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1903; Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Туйыш а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 16.5.1997, шунда уҡ], әкиәтсе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй, мулла була. Һүҙ оҫтаһы В....

ВАҠЫТ-МИҘГЕЛ ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ

ВАҠЫТ-МИҘГЕЛ ЙОЛА ПОЭЗИЯҺЫ, йола фольклорының үҙенсәлеклебер тармағы. В-м.й.п. нигеҙендә һүҙҙеңарбау көсөнә ышаныу ята (ҡара:Магия), унда хужалыҡ итеүҙә ҡурсалаусы булған юғары көстәр (Тәңре, Тәбиғәт, ата-бабалар рухы һ.б.) кәүҙәләндерелә. Йылды борон башҡорттархужалыҡ, кәсеп күҙлегенәнҠыш туҡһаны һәм...

БИЛГЕ ҠАҒАНҒА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

БИЛГЕ ҠАҒАНҒА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәт әҫәре. 716—734 йй. Көнсығыш төрки ҡағанаты хакимы Билге ҡаған (Могулян) хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы яҙыулы ҡәбер ташы. Улан-Баторҙан көньяҡ-көнбайышҡа табан 400 км алыҫлыҡта Орхон й. һул ярында урынлашҡан. 1889 й. Н.М.Ядринцев тарафынан...

БӘЛӘКӘЙ ЮМОРИСТИК ЖАНРҘАР

БӘЛӘКӘЙ ЮМОРИСТИК ЖАНРҘАР, башҡорт фольклорында — мәҫәл, көләмәс, лаҡап, көлдөрөк, йомаҡ‑көләмәс, ымһындырыҡ. Лаҡап, нигеҙендә ҡушамат йәки урынһыҙ әйтелгән һүҙгә бәйле ысын булған көлкөлө ваҡиға ятҡан, ерле (локаль) мәҡәл, тапҡыр һүҙ урынына ҡулланылыусы фразеологик берәмек. Л.  тарихын һөйләһәң,...

ӘКИӘТСЕ

ӘКИӘТСЕ, әкиәттәрҙе белгән һәм башҡарған жанр оҫтаһы. Борон күп кенә башҡорт ауылдарында Ә. булған. Һәр Ә. үҙенең һөйләү манераһы, билдәле репертуары (Ә. араһында эпиктар, көнкүрешселәр, сатириктар осраған) м‑н айырылып торған. Традицион әкиәтте һөйләгәндә Ә. тормош тәжрибәһенә, донъяға ҡарашына һәм...

ӘКИӘТ БАШЫ

ӘКИӘТ БАШЫ, әкиәттең композицион элементы, традицион стилистик башланғыс формула (ғәҙәттә рифмаға һәм ритмға һалынған). Йөкмәтке м‑н туранан‑тура бәйләнмәйенсә, Ә.б. хикәйәләүҙең башланыуын хәбәр итә, тыңлаусыны әҙерләй. Башҡорт әкиәттәрендә 8 төрлө формула асыҡланған. Ә.б. бергә ҡушыла алмағанды юмор...

ӘЙТЕМ

ӘЙТЕМ, әйберҙәрҙең асылын, ниндәй ҙә булһа бер тормош күренешен үткер һәм образлы итеп тасуирлаған һүҙбәйләнеш. Ғәҙәти ситуацияларҙа ҡулланылһа ла, Ә. айырым бер осраҡҡа ҡарата ғына мөнәсәбәт белдереү бар. Мәҡәл кеүек үк, Ә. үҙенең тәғәйен сағылышын телмәр контексында таба, йыш ҡына күсмә мәғәнәлә ҡулланыла,...