Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИЛДӘЛЕЛЕК ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

БИЛДӘЛЕЛЕК ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, билдәле һәм билдәһеҙҙе, берҙән‑берҙе һәм оҡшаш феномендар класынан берәүҙе, һөйләүсенең ышанғанлығын һәм ышанып етмәүен, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн һәм дөрөҫ булмауын һ.б. ҡаршы ҡуйыуҙы белдереүсе грамматик категорияларҙың береһе. Б.һ.б.к. актуалләшеүе аралашыу маҡсатына...

БЕЛОРУС ТЕЛЕ

БЕЛОРУС ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнс.‑славян төркөмсәһе). Белоруссияның рәсми теле. Шулай уҡ РФ‑та, Украинала, Польшала, Балтик буйы респ. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 7 млн ашыу кеше (1989). Урыҫ теле һәм украин теленә яҡын. Боронғо урыҫ теленә барып тоташа. Әҙәби Б.т. 14 б. иҫке белорус...

БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ФӘН

БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ФӘН. Б.т.ф. өйрәнеү предметы — башҡ. халҡының этногенезы, тарихы һәм хәҙ. торошо, матди һәм рухи мәҙәниәте. Рәсәйҙә Б.т.ф. барлыҡҡа килеүе 18 б. 2‑се ярт. ҡарай: Академик экспедициялар барышында Башҡортостандың геогр. урынын һәм тәбиғәт, климат шарттарын тикшереү башлана, тәүге...

БАШҠОРТ ЯҘЫУЫ

БАШҠОРТ ЯҘЫУЫ, башҡорт телендә телмәрҙе теркәү билдәләре системаһы. Яҙыуҙың алфавит системаһы индерелгәнгә тиклем башҡорттар тамғалар м‑н файҙаланған; фаразланыуынса, боронғо төрки рун яҙмаһын ҡулланғандар. Урал‑Волга буйы төрки тилен файҙаланыу осоронда ғәрәп яҙыуы ҡулланыла һәм ул беренсе башҡ. алфавитының...

БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ДИАЛЕКТТАРЫ

БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ДИАЛЕКТТАРЫ, башҡ. йәнле һөйләү теленең терр. төрҙәре. Хәҙ. классификация б‑са (ҡара: Диалектология), 3 диалектты айыралар: көнсығыш диалект, төньяҡ‑көнбайыш диалект һәм көньяҡ диалект. Улар һөйләштәргә, һөйләштәр тағы ла вағыраҡ берәмектәргә — һөйләшсәләргә — бүленә. Б.т.д. башҡорт...

БАШҠОРТ ТЕЛЕ

БАШҠОРТ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ‑болғар төркөмсәһе). Башҡорттарҙың милли теле, БР‑ҙың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ РФ‑тың Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Төмән, Һамар, Һарытау, Чита һәм Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, ТР, Коми Респ., Яҡут (Саха) Респ., Урта Азия...

БАШҠОРТ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ

БАШҠОРТ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, башҡорт теленең төҙөлөшөн, тарихи үҫешен, йәмғиәттә үтәгән функцияһын һәм уны өйрәнеү тарихын тикшерә. Башҡ. теле т‑дағы айырым мәғлүмәттәр Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт-төрк” (11 б.) һүҙлегендә теркәлгән. Швед тикшеренеүсеһе Ф.И.Страленберг “Төн уртаһы: көнсығыш Европа һәм...

БАҪЫМ

БАҪЫМ, фонетик саралар ярҙамында телмәр берәмектәрен (ижек, һүҙ, һүҙбәйләнеш) айырыу. Һүҙ, такт һәм фраза Б. була. Б. айырым төрө — логик Б. (һөйләмдә мәғәнәүи көскә эйә булған һүҙҙе айырыу). Б. төрлө ысулдар м‑н тормошҡа ашырыла: тын сығарыу көсө м‑н (көс Б., йәки экспираторлы Б.); тауыш тоны юғарылығын...

ӘЛИФБА

ӘЛИФБА, башланғыс белем биреү өсөн дәреслек. Авторы күрһәтелмәгән (В.В.Катаринский тип фараз ителә) тәүге “Башҡорттар өсөн әлифба” (“Букварь для башкир”) 1892 й. сыға. 2 бүлектән тора: 1‑сеһе башҡорт телендә, 2‑сеһе урыҫ телендә төҙөлгән. Башҡ. алфавиты өсөн кириллицаға нигеҙләнгән 39 хәреф файҙаланылған....

ӘЗЕРБАЙЖАН ТЕЛЕ

ӘЗЕРБАЙЖАН ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (көньяҡ‑көнбайыш, йәки уғыҙ төркөмө). Әзербайжандарҙың милли теле, Әзербайжандың дәүләт теле. Шулай уҡ Грузияла, Әрмән­станда, Иранда, Иракта, Төркиәлә таралған. 2002 й. БР‑ҙа Ә.т. һөйләшеүселәр һаны 5 меңдән ашыу кеше тәшкил иткән. Ҡайһы бер грамматик һәм лексик...

АФФИКС

АФФИКС (лат. affixus — ялғанған), морфологик деривация (һүҙ үҙгәреше һәм һүҙьяһалыш) процестарында һүҙ тамырына ҡушылыусы ярҙамсы морфема (ҡара: Морфемика). Агглютинатив төҙөлөшлө (ҡара: Агглютинатив телдәр) тел булараҡ, башҡорт телендә типик бер мәғәнәлелек, А. тамырға ҡарата урынлашыуының билдәле...

АНТОНИМДАР

АНТОНИМДАР (анти… һәм гр. onyma — исем), бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған, ҡапма‑ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һәм контраст күренештәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылған һүҙҙәр. А., бер үк ваҡытта сифат, үҙенсәлек, ваҡиға һ.б. сиген билдәләү менән бергә, ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙың айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтә.    Мәғәнәләре...

АЛФАВИТ

АЛФАВИТ (грекса alphάbētos), телдең өндәрен билдәләү өсөн ҡабул ителгән һәм билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған тамғалар системаһы.  Башҡорттар хәрефле яҙма ҡабул ителгәнгә тиклем ырыу тамғаларын файҙалана, уларға боронғо төрки рун яҙмаһы билдәле була. Ислам динен ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһын ҡуллана...

АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе

АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡырғыҙ‑ҡыпсаҡ төркөмө). 1948 й. тиклем ойрот теле тип йөрөтөлә. Алтайҙарҙың милли теле, Алтай Респ. дәүләт теле. Шулай уҡ Кемерово өлкәһендә һәм Ҡаҙағстанда таралған. А.т. һөйләшеүселәр һаны 70 меңдән ашыу (1989). Фонетик системаһы б‑са айырыуса ҡырғыҙ теленә яҡын....

АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ

АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ, төрки телдәрҙе, монгол телдәрен, тунгус‑манжур телдәрен, ш. уҡ корей һәм япон телдәрен берләштереүсе, телдәрҙең гипотезаға нигеҙләнгән ҙур ғаиләһе. А.т. генетик ҡәрҙәшлеге т‑дағы гипотеза Н.А.Баскаков, З.Гомбоц, М.З.Зәкиев, Ж.Ғ.Кейекбаев, Е.Д.Поливанов, Н.Н.Поппе, Г.И.Рамстедт, М.Рясянен...

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы

АБУТАЛИПОВА Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (30.3.1954, Стәрлетамаҡ ҡ.), тел белгесе, шағирә. Филология фәндәре докторы (2009). БР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1996), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан...

“ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”

“ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”, монография (М., 1981). Ә.Ә.Юлдашев етәкселегендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Башҡорт дәүләт университеты коллективы телселәре (Т.М.Ғарипов, М.В.Зәйнуллин, К.Ғ.Ишбаев, Н.Х.Ишбулатов, Н.Х.Мәҡсүтова, В.Ш.Псәнчин, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, З.Ғ.Ураҡсин, М.Х.Әхтәмов һ.б.)...