Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”

Просмотров: 1275

“ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ ГРАММАТИКАҺЫ”, монография (М., 1981). Ә.Ә.Юлдашев етәкселегендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Башҡорт дәүләт университеты коллективы телселәре (Т.М.Ғарипов, М.В.Зәйнуллин, К.Ғ.Ишбаев, Н.Х.Ишбулатов, Н.Х.Мәҡсүтова, В.Ш.Псәнчин, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, З.Ғ.Ураҡсин, М.Х.Әхтәмов һ.б.) тарафынан яҙылған. Башҡорт теленең хәҙерге төркиәт һәм башҡорт тел ғилеме ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп яҙылған тәүге академик норматив грамматикаһы.

  Монографияның төп бурысы — хәҙерге башҡ. әҙәби теле фонетикаһының, морфологияһының һәм синтаксисының етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән мәсьәләләрен хәл итеү һәм уларҙы системалаштырып тасуирлау. Хеҙмәттә Н.К.Дмитриев тарафынан яҙылғанБашҡорт теленең грамматикаһы осоронан алып телдә булған структур һәм функциональ үҙгәрештәр сағылған. Инештән, 5 бүлектән (һәр береһендә ярашлы теманың эшләнеү дәрәжәһе тураһында инеш иҫкәрмә бирелә) һәм ҡушымтанан тора.

  Инештә башҡ. әҙәби телен өйрәнеү тарихы һүрәтләнә. “Башҡорт әҙәби теленең өн төҙөлөшө” бүлегендә һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙың өйрәнелмәгән аллофондары тасуирланған, баҫым, ижектәр, шулай уҡ ассимиляция, диссимиляция һәм метатеза тураһында мәғлүмәттәр килтерелгән. “Башҡорт алфавиты һәм орфографияһы” бүлегендә башҡ. теле графикаһы һәм орфографияһының төп принциптары эшләнгән. “Фономорфология буйынса мәғлүмәттәр” бүлегендә тәүге тапҡыр агглютинация, редупликация һәм аналитик форма яһалыш ваҡытында һүҙ нигеҙенең һәм аффикстарының үҙгәреү процесын сағылдырыуға ынтылыш яһалған. “Морфология” бүлегендә һүҙ төркөмдәренә структур‑семантик характеристика бирелгән, яңы грамматик категориялар айырылған, һүҙьяһалыш ысулдарын тасуирлауға айырым иғтибар бүленгән, тәүге тапҡыр килештәр мәғәнә яғынан бүленгән. “Синтаксис” бүлегендә һүҙҙәрҙең синтаксик бәйләнеше типологияһы яҡтыртылған, үҙенсәлекле конструкция — теҙем ҡаралған. Ҡушымтаһында монографияла теркәлгән морфемаларҙың күрһәткесе бирелгән.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: