Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИШЕРСКИЙ Владимир Иванович

ИШЕРСКИЙ Владимир Иванович (12.3.1873, Вятка ҡ. — 1942, Һарытау ҡ.), земство табибы, педагог. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Император Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1898) Ҡазан губерна земство дауаханаһында эшләй, 1900 й. алып Ырымбур, Омск ҡҡ. т. юл табибы. 1906 й. башлап 1‑се Дәүләт думаһы...

ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы

ИШБУЛДИН Рәмил Илдус улы (23.10.1966, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский ҡсб), йөрәк‑ҡан тамырҙары хирургы. Мед. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) Өфөнөң 6‑сы дауаханаһында, 2001 й. алып Респ. кардиология диспансерында (бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1995 й....

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы

ИХСАНОВ Зәйнулла Әмин улы [26.11.1906, Өфө губ. Силәбе өйәҙе Мәтәл а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 25.12.1997, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1958), проф. (1964). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) 1934 й. тиклем һәм 1939 й....

ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы

ИСХАҠОВ Эдуард Роберт улы (19.6.1964, Энгельс ҡ.), психофизиолог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2006). Полиция полк. (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Өфөнөң 4‑се балалар поликлиникаһында, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1989 й. алып хәрби табип, полктың мед. пункты нач., 1991 й. — Асҡын...

ИСУПОВ Филадельф Григорьевич

ИСУПОВ Филадельф Григорьевич (23.5.1923, Пермь ҡ. — 31.5.1977, Өфө), вирусолог. Мед. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) 1955 й. тиклем санитария‑эпидемиология ст. (Коркино ҡ.) лаб. мөдире булып...

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар барлыҡҡа килтергән ауырыуҙар, улар сирле кешенән йәки хайуандан һау кешегә йоға. Һәр бер И.а. айырым бактерия, вирус, бәшмәк, риккетсия һ.б. тыуҙыра. И.а. күбеһенә киң таралыу һәләте, патологик процесс барышының цикллығы һәм инфекциянан һуң иммунитет...

ИНСУЛЬТ

ИНСУЛЬТ (лат. insultus — өйәнәк), баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, мейе туҡымаһының үлеүенә килтерә. И. мейе функцияларының ҡапыл боҙолоуы йәки юға- лыуы (24 сәғәттән ашыуыраҡҡа) һәм сығанаҡлы неврологик һәм (йәки) дөйөм мейе симптомдары хас. И. төрҙәре: ишемик (мейе инфаркты), мейене...

ИНВАЛИДЛЫҠ

ИНВАЛИДЛЫҠ (лат. invalidus — көсһөҙ, хәлһеҙ). 1) Ауырыу, травма йәки дефекттар арҡаһында организм функцияларының боҙолоуы йәшәү эшмәкәрлеген сикләүгә килтергән һәм инвалид тип танылған кешене соц. яҡлау кәрәклеген тыуҙырған һаулыҡ ҡаҡшауы. Беренсел һәм дөйөм И. айырыла. Организм функциялары боҙолоу...

ИММУНОЛОГИЯ

ИММУНОЛОГИЯ (иммунитет һәм ...логия), организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәре, иммунитет механизмдары т‑дағы фән. Иммунобиология, иммуногенетика, иммунохимия, иммунопатология, клиник И. һ.б. бүленә. Кеше И. Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр 1905 й. Өфөлә Пастер ст. асылғандан һуң башлана. 1915 й. уның...

ИММУНИТЕТ

ИММУНИТЕТ (лат. immunitas — азат булыу, ҡотолоу), тере йән эйәләренең үҙ бөтөнлөгөн һәм биол. индивидуаллеген һаҡлап ҡалып, зарарлаусы агенттар тәьҫиренә ҡаршы тороу һәләте; организмдың барлыҡ генетик сит нәмәләрҙән һаҡланыу ысулы. Кеше, хайуан һәм үҫемлек И. (фитоиммунитет); бактерияға, вирусҡа, ағыуға,...

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы

ИМЕЛБАЕВА Эльвира Арҡам ҡыҙы (2.1.1955, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), биолог. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БДУ‑ны (1977) һәм БДМУ‑ны (2003) тамамлаған. 1980 й. алып БДМУ‑ла: 1988—90 йй. һәм 1996—98 йй. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. (1996 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1999 й. — дипломдан...

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы (24.5.1963, Октябрьский ҡ.), невролог, физиотерапевт. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. 2002 й. алып Мәскәүҙә: “РЖД” ААЙ-ның Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире,...

ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна

ИБРАҺИМОВА Людмила Александровна (17.4.1953, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Өфөнөң 3‑сө дауаханаһында, 1982 й. алып Кардиология диспансерында эшләй, 1986 й. башлап БДМУ-ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре бөйөр синдромы...

ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы

ИБӘТУЛЛИНА Рифа Барый ҡыҙы (17.1.1951, Баймаҡ ҡ.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2001). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ-нда эшләй (өҙөклөк м‑н): 1986 й. алып — өлкән, 1989 й. — төп, 2002—08 йй. баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге...

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Тәлғәт Рәхимйән улы

ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Тәлғәт Рәхимйән улы (1.9.1943, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әбделмәмбәт а.), гигиенист. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1967) 1971 й. тиклем Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып эшләй....

ЗЕМСТВО МЕДИЦИНАҺЫ

ЗЕМСТВО МЕДИЦИНАҺЫ, Рәсәйҙә 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында земстволар тарафынан ойошторолған халыҡты мед. хеҙмәтләндереүе системаһы. З.м. учреждениеларының эшмәкәрлеге мед. ярҙамын һәр кем алырлыҡ булыуы, ауыл халҡын хеҙмәтләндереүҙең участка формаһы м‑н бергә санитария‑иҫкәртеү эшен ойоштороу бәйләнеше...

ЗӘҢГЕ

ЗӘҢГЕ (лат. scorbutus), кеше организмында С витамины (аскорбин к‑таһы) етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килә торған ауырыу; коллаген синтезы боҙолоуында һәм тоташтырғыс туҡыманың ныҡлығы кәмеүендә сағыла. З. йыш ҡына витаминдар етешмәүҙең башҡа төрө м‑н бергә килә. Төп симптомдары: дөйөм хәлһеҙлек, гингивит,...

ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Шамил Зариф улы (14.8.1944, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. фән эшмәкәре, БССР‑ҙың атҡ. табибы (1991), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). З.Ш.Заһиҙуллиндың улы. БДМИ‑ны тамамлаған...

ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Нәүфәл Шамил улы (1.1.1977, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2010). Ш.З.Заһиҙуллиндыңулы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй (2004 й. алып халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуын, йөрәктең пейсмекер каналын, электр ҡырын өйрәнеүгә арналған....

ЗАҺИҘУЛЛИН Искәндәр Мөхәмәт улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Искәндәр Мөхәмәт улы (19.9.1948, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2001). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1984) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972). 1973 й. алып Респ. клиник дауаханаһында эшләй (1984 й. бүлек мөдире), 1984 й. — БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы, 1996 й. —...