Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВИТАМИНОЛОГИЯ

ВИТАМИНОЛОГИЯ (витаминдар һәм ...логия), туҡланыу гигиенаһы, биохимия, фармакология һ.б. мед.- биол. фәндәре бүлеге, витаминдарҙың төҙөлөшөн һәм тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнә, ауырыуҙы дауалау һәм иҫкәртеү маҡсатында уларҙы ҡулланыу ысулдарын эшләй. Башҡортостанда В. өлкәһендәге тәүге тикшеренеүҙәрҙе...

ВИТАМИНДАР ЕТЕШМӘҮЕ

ВИТАМИНДАР ЕТЕШМӘҮЕ, организмда витаминдарҙың етерлек булмауы йәки уларҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыу. Гиповитаминозға (витамин етешмәү) һәм авитаминозға (витаминдарҙың бөтөнләй булмауы) айырып йөрөтөлә. Кешелә В.е. Көсөргәнешле физик эш йәки аҡыл хеҙмәте башҡарғанда,...

ВИРУСОЛОГИЯ

ВИРУСОЛОГИЯ (вирустар һәм... логия), кеше, хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, иң ябайҙар һәм бәшмәктәр вирустарын өйрәнеүсе фән. Дөйөм В. вирустарҙың тәбиғәтен, төҙөлөшөн, үрсеүен, биохимияһын, генетикаһын өйрәнә; мед., ветеринария һәм а.х. В. патоген вирустарҙы, уларҙың инфекцион үҙенсәлектәрен тикшерә,...

ВИКТОРОВА Татьяна Викторовна

ВИКТОРОВА Татьяна Викторовна (20.7.1962, Өфө), педиатр, генетик. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1985). 1988 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — лаб. мөдире, 2011 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2003 й. алып БДМУ‑ның...

ВИКТОРОВ Виталий Васильевич

ВИКТОРОВ Виталий Васильевич (11.7.1960, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Һыуыҡҡул‑Михайловка а.), анестезиолог- реаниматолог. Мед. ф. д-ры (2002), проф. (2003). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (2002) атҡ. табибы. БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1987) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй, 1991 й. алып 2‑се Респ. клиник...

ВИБРАЦИЯ АУЫРЫУЫ

ВИБРАЦИЯ АУЫРЫУЫ, организмға оҙайлы вибрация тәьҫире арҡаһында барлыҡҡа килгән һөнәри ауырыу. Шулай уҡ тауыш, һалҡын тейеү, ныҡ арыу, эш урынында кәүҙәне дөрөҫ тотмау, индивидуаль һиҙгерлек һ.б. В.а. килтереүе мөмкин. Башлыса авиация, машиналар эшләү, тау сәнәғәте һәм а.х. тармаҡтары эшселәрендә осрай...

ВӘЛИЕВА Лилиә Әнүәр ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Лилиә Әнүәр ҡыҙы (26.5. 1952, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ- Миәкә а.), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1975), 1976 й. алып — ӨМЭПБ мед.‑санитария бүлегенең 13‑сө дауаханаһында, 1978 й. башлап БДМУ‑ла эшләй: 1988—94 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2003 й. — 2‑се фармакол....

ВӘЛИЕВА Зөмәрәт Таһир ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Зөмәрәт Таһир ҡыҙы [15.3. 1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 29.1.1998, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БДМИ‑ны тамамлаған (1944), 1948 й. алып — шунда уҡ (1973—81 йй. нормаль физиол. каф. мөдире), 1987 й. башлап Башҡ‑н мед. профилактикаһы...

ВАФИН Альберт Закир улы

ВАФИН Альберт Закир улы (6.7.1937, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шәрип а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. табибы (1996). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1964 й. тиклем Баймаҡ р-нының Түбә участка дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып Ставрополь мед. акад. уҡыта (1990—2011 йй. госпиталь...

ВАСКУЛИТ

ВАСКУЛИТ (лат. vasculum — тамыр), ваҡ ҡан тамырҙарының көбө шешеү. Тәрән һәм өҫкө В. айырыла. В. барлыҡҡа килеүгә инфекцион ауырыуҙар, дарыу препараттарына үтә ныҡ һиҙгерлек, нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, аҙыҡ м‑н ағыуланыу, травма һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары:...

ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна

ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна (12.3.1959, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), ультратауыш диагностикаһы табибы. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (1990 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ВАЛЕОЛОГИЯ

ВАЛЕОЛОГИЯ (лат. valeo — сәләмәт булыу һәм ...логия), кеше һаулығы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырған факторҙар т‑дағы фән. Йәш б‑са, мед., пед., һөнәри, соц., экологик һ.б. төрҙәргә бүленә. Мөхиттең үҙгәреүсән шарттарына ҡарата организмдың сыҙамлылығын арттырыу өсөн уның резервтарын өйрәнә. Биология,...

ВАБА

ВАБА (гр. cholera), кешенең үтә хәүефле инфекциялар төркөмөнә ҡараған киҫкен инфекцион ауырыуы. В. тыуҙырыусы — Vibrio choleraе бактерияһы, киптереүгә, ҡайнатыуға, дезинфекция саралары тәьҫиренә һиҙгер. Ауырыу барышы ауырлығының 4 клиник дәрәжәһе бар, вибрион йөрөтөүсәнлек булыуы ихтимал. В. тыуҙырыусы...

БРОНХИТ

БРОНХИТ (гр. bronchos — боғарлаҡ, трахея), бронхыларҙың шешеүе. Кешелә Б. үҙ аллы һәм юлдаш сирбулараҡ осрай. Б. киҫкен һәм хроник, катараль һәм обструктив төрҙәргә айырыла. Б. үҫешенә вируслы һәм бактериаль инфекциялар, химик матдәләр йоғонтоһо, танау аша тын алыуҙың боҙолоуы, өшөү, тәмәке тартыу һ.б....

БРОНХИАЛЬ АСТМА

БРОНХИАЛЬ АСТМА, тын алыу юлдарының хроник шешеү ауырыуы. Еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәләге; экзоген һәм эндоген Б.а. һ.б. айыралар. Б.а. барлыҡҡа килеүенә генетик бирешеүсәнлек, көнкүреш (туҙан, йорт хайуандары ҡауырһыны һәм йөнө, үҫемлектәр һеркәһе һ.б.) һәм производство (химик матдәләр, төтөн һ.б.)...

БОТУЛИЗМ

БОТУЛИЗМ (лат. botulus — тултырма), кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Б. тыуҙырыусылар — Clostridium botulinum бактериялары, ҡайнатыуға сыҙамлы споралар барлыҡҡа килтерә, споралар анаэроб шарттарҙа (консервалағанда һ.б.) токсин (оло кеше өсөн үлемесле дозаһы — 0,3 мкг) тыуҙырыусы вегетатив...

БОҒАҠ

БОҒАҠ, ҡалҡан биҙенең патологик ҙурайыуы. Морфологик билдәләре б‑са — диффуз (биҙҙең тигеҙ ҙурайыуы), төйөрлө (биҙҙең айырым урындары ҙурайыуы һәм тығыҙланыуы), ҡатнаш (тығыҙ урындарҙың бөтә биҙҙең диффуз ҙурайыуы м‑н бергә барыуы); ҡалҡан биҙенең функциональ әүҙемлеге б‑са — тиреотоксик (юғары), гипотиреоид...

БИОХИМИЯ

БИОХИМИЯ (био... һәм химия), биологик химия, организмдар составына инеүсе химик матдәләрҙе, уларҙың төҙөлөшөн, таралышын, үҙгәрешен һәм функцияларын өйрәнеүсе фән. Өйрәнеү объекттары б‑са кеше Б., хайуандар Б., үҫемлектәр Б. һәм микроорганизмдар Б. айырыла. Кеше Б. Башҡортостанда биохимик тикшеренеүҙәрҙең...

БЕШЕҮ

БЕШЕҮ, организм туҡымаларының билдәле бер урынға йылылыҡ (ялҡын, эҫе әйбер, шыйыҡса һ.б.), химик (концентрациялы кислота, һелте һ.б.), радиация (ИК‑, УФ‑, ионлау нурланышы) һәм электр йоғонтоһо һөҙөмтәһендә зарарланыуы. Б. зарарланыу ауырлығына (1‑се, 2‑се, 3‑сө А, 3‑сө Б, 4‑се дәрәжә), шарттарына (производство,...

БӘҘРЕТДИНОВ Рәмил Рафаил улы

БӘҘРЕТДИНОВ Рәмил Рафаил улы (17.1.1958, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Йыланыш ҡсб), курортолог. Мед. ф. д‑ры (2007). РФ‑тың атҡ. һаулыҡ һаҡлау хеҙм‑ре (2006), БР‑ҙың атҡ. табибы (1992), БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (2004), РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1992) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны (1982), БДАУ‑ҙы (1996) тамамлаған....