Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЕМОРРОЙ

ГЕМОРРОЙ (гемо... һәм гр. rheo – ағам), тура эсәктең аҫҡы өлөшөндәге каверноз ҡан тамырҙарының киңәйеүе. Эске, тышҡы һәм ҡатнаш Г. була. Г. көсәйеп китеүенә хроник эс ҡатыу, гиподинамия, йөклө булыу, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе, ауыр физик эш һ.б. ваҡытында тура эсәктең каверноз сырмалсыҡтарынан...

ГЕМОРРАГИК БИҘГӘК

ГЕМОРРАГИК БИҘГӘК, бөйөр синдромлы: кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Г.б. тыуҙырыусы — Hantavirus затына ҡараған РНК‑лы вирус. Г.б. тыуҙырыусының 10 серотибы асыҡланған, БР‑ҙа Puumala серотибы (Вирустарҙың халыҡ-ара каталогында — Өфө-CJ-1820) ауырыу тыуҙыра, уны сысҡан һымаҡ кимереүселәр тарата. Һауалағы...

ГЕМАТОЛОГИЯ

ГЕМАТОЛОГИЯ (гемо... һәм ...логия), ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар т-дағы фән. Морфологик (ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзаларҙың һәм ҡандың формалы элементтарының төҙөлөшөн өйрәнә), серологик (плазма һәм ҡан һүле үҙенсәлектәрен) һәм клиник (ҡан системаһы ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын,...

ГӘРӘЕВ Альберт Мәсғүт улы

ГӘРӘЕВ Альберт Мәсғүт улы (19.11.1940, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), суд мед. эксперты. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1969 й. тиклем Туймазы район-ара суд‑мед. экспертизаһы мөдире. 1971 й. алып БДМУ‑ла эшләй...

ГАСТРОЭНТЕРОЛОГИЯ

ГАСТРОЭНТЕРОЛОГИЯ (гр. gaster — ашҡаҙан, enteron — эсәк һәм ...логия), медицинаның аш һеңдереү ағзаларының төҙөлөшөн һәм функцияларын, был ағзалар ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын һәм клиник формаларын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда...

ГАСТРИТ

ГАСТРИТ [гр. gaster (gastros) — ашҡаҙан], ашҡаҙандың лайлалы тиресәһе шешеү ауырыуы. Киҫкен (диффуз, локаль, стресс) һәм хроник (А, В, С тибындағы) Г., ш. уҡ уның айырым формалары (гранулематоз, инфекцион, лимфоцитар, эозинофиль һ.б.) була. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре: экзоген (Helicobacter pilori бактерияһы,...

ГАНЦЕВА Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы

ГАНЦЕВА Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы (8.2.1948, Өфө), терапевт, аллерголог-иммунолог. Мед. ф. д-ры (1997), проф. (1998). Ш.Х.Ганцевтың апаһы. РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1972). 1973 й. алып Ишембай р-ны Петровский участка дауаханаһында, 1976—77 йй. Өфөнөң 38-се поликлиникаһында...

ГАНЦЕВ Шамил Хәнәфи улы

ГАНЦЕВ Шамил Хәнәфи улы (19.4.1951, Өфө), хирург-онколог. БР ФА акад. (2018), мед. ф. д-ры (1989), проф. (1991). РФ-тың (2002) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. фән эшмәкәре. Х.Х.Ганцеваның ҡустыһы. БДМИ‑ны тамамлаған (1974). 1976 й. алып Өфөнөң 6-сы дауаханаһында эшләй. 1978 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 1988 й. —...

ГАНЦЕВ Камил Шамил улы

ГАНЦЕВ Камил Шамил улы (16.4.1975, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2005). Ш.Х.Ганцевтың улы. БДМУ‑ны тамамлаған (1998). 2000 й. алып Респ. клиник онкология диспансерында эшләй, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре рак булғанда ҡан әйләнешен өйрәнеүгә, онкология ауырыуҙары ваҡытында...