Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕРМЬ ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 843

ПЕРМЬ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһының үҙәк өлөшө ингән. 1796 й. алып Пермь губернаһы составында. 19 б. аҙағында төньяҡта — Пермь губернаһының Соликамск өйәҙе, көнсығышта — Верхотур өйәҙе, көньяҡта — Көңгөр һәм Уҫы өйәҙҙәре, көнбайышта Оханск өйәҙе менән сиктәш була. Административ үҙәге — Пермь ҡалаһы. Майҙаны — 27268 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 82400 кеше, 1870 й. — 152714 (ш. иҫ. башҡорттар 2168), 1897 й. — 272967 (башҡорттар — 3677, татарҙар6982, урыҫтар259177 һ.б.). 19 б. аҙағында өйәҙҙә 243614 крәҫтиән, 18655 мещан, 5942 дворян, 787 сауҙагәр һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 10608, православие динендәгеләр — 259949 (ш. иҫ. 19761 старообрядсы), католиктар — 1024, йәһүдтәр — 1003 һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, П.ө. территорияһында 1‑се башҡ. кантоны ойошторола. 1869 й. өйәҙҙә 1667 торама пункт була. 1874 й. 3 станға, 43 улусҡа бүленгән. 19 б. аҙағында башҡорттарҙың төп өлөшө Башҡ. Ҡолтайы, Ҡуян аа. йәшәй. Халҡы башлыса игенселек, һөнәрселек менән шөғөлләнә. 19 б. аҙағында Йоҡ‑Кама заводы, 39 күн, 30 май һығыу, 6 таҡта ярыу, 5 суйын иретеү, 2 араҡы, 2 тимер етештереү заводтары һ.б. предприятиелар эшләй. Ҙур йәрминкәләр Архангел‑Пашийский заводы ҡасабаһында, Ильинка, Үрге Чусовой Ҡаласығы аа. үткәрелә. 19 б. уртаһында Кама й. буйлап пароход бәйләнеше асыла. Пермь тимер юлы участкалары һалына: Пермь—Екатеринбург (1878), Пермь—Котлас (1899), Пермь—Көңгөр—Екатеринбург (1909) һ.б. П.ө. 50 сиркәү, 8 мәсет иҫәпләнә (1870). 1923 й. өйәҙ бөтөрөлә, уның территорияһы Урал өлкәһенең Пермь округы составына инә.

 Әҙәб.: Пермь губернаһы мәҡәләһен ҡарағыҙ.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2023