Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҪЫ ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 994

УҪЫ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Ҡазан губернаһының Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Пермь провинцияһының көньяҡ-көнсығыш һәм Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. Пермь губернаһы составына инә. 19 б. аҙағында төньяҡ-көнбайышта Оханск өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Пермь һәм Көңгөр өйәҙҙәре, көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Өфө губернаһы, көнбайышта Вятка губернаһы менән сиктәш була. Административ үҙәге — Уҫы ҡалаһы. Майҙаны — 19245 км2. Халҡы: 1897 й. — 321774 кеше (башҡорттар — 34407, татарҙар — 13690, типтәрҙәр — 1614, удмурттар — 5907, урыҫтар — 266020 һ.б.). 19 б. аҙағында өйәҙҙә 314931 крәҫтиән, 4903 мещан, 472 дворян һ.б.; 49891 мосолман, 266049 православие динендәгеләр (ш. иҫ. 46144 старообрядсы) һ.б. иҫәпләнгән. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, У.ө. территорияһында 1‑се башҡ. кантоны ойошторолған. 1869 й. өйәҙ 4 станға, 39 улусҡа бүленгән. 1834 й. башҡорттарҙың төп өлөшө — 37 (Ғәйнә һәм Ҡыр-Танып улустары), 1869 й. 49 ауылда йәшәгән. Халҡы башлыса игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 20 б. башында Камбарка заводы, 5 таҡта ярыу, 4 тире иләү, 3 шарап ҡыуыу, һыра ҡайнатыу заводтары, балсыҡ һауыт-һаба фабрикаһы эшләгән. Йыл һайын 15 йәрминкә үткәрелгән. 70 часовня, 55 сиркәү, 46 мәсет иҫәпләнгән (1869). 1923 й. У.ө. бөтөрөлә, территорияһы Урал өлкәһе составына инә.

 Әҙәб.: Пермская губерния. Список населённых мест по сведениям 1869 года. СПб., 1875; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.08.2023