Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ РАЙОНЫ

Просмотров: 2206

ӨФӨ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Благовещен, көнсығышта — Иглин, көньяҡта — Ҡырмыҫҡалы, көньяҡ‑көнбайышта — Шишмә һәм төньяҡ‑көнбайышта Кушнаренко р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө кантоны улустары инә. Майҙаны — 1512 км2. Адм. үҙәге — Өфө. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 65,1; 1959 — 51,4; 1989 — 46,3; 2002 — 55,8; 2010 — 67,0. Милли составы: урыҫтар — 46,7%, татарҙар — 31,8%, башҡорттар — 13,7%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 36,9 кеше/км2. Районда 19 ауыл советы, 86 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Авдон (5,2 мең кеше), Михайловка (5,4 мең), Алексеевка (4,6 мең) ауылдары. Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге сиктәрендә урынлашҡан. Район терр‑яһында гипс (Көнсығыш Вотикеев), ҡом‑ҡырсын материалы һәм ҡом (Беренсе урман пристане, Үрге Өршәк, Чесноковка, Яҡшиван), кирбес‑черепица сеймалы ятҡылыҡтары бар: балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Шаҡша, Урыҫ‑Юрмаш, Чесноковка), керамзит балсығы (Ҡасим); нефть ятҡылыҡтары (Алатор, Бекетов, Блохин, Волков, Сергеевка нефть ятҡылығы, Өфө). Климаты континенталь, дымлылығы етерлек. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 3,0°С, ғин. уртаса т‑ра ‑14,5°С, июлдә 19,5°С. Абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. т‑ра ‑50°С. Яуым‑төшөмдөң урта‑ са йыллыҡ миҡдары 500—600 мм, йылы осорҙа яҡынса 350 мм. Гидрографик селтәрҙе Ҡариҙел, Дим, Өршәк ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й., күлдәр (Архимандрит, Ҡарағайлы, Лебяжий, Ломоносов), һаҙлыҡтар (Вотикеевский, Чуркин) һ.б. барлыҡҡа килтерә. Ҡараһыу һоро урман тупрағы, көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Ҡайын һәм имән үҫкән киң япраҡлы урмандар таралған. Терр‑яның 8,4%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм урман‑дала төрҙәренән тора. Непейцев дендропаркы, Өфө тәж. баҫыуын һаҡлаусы урман һыҙаттары, Йоматау тәж. урман культуралары, Чуркин һаҙлығындағы орхидея популяциялары, Енғалыш төбәгендәге йыртҡыс ҡоштарҙың оялары һәм торналар йыйылған урындар — тәбиғәт ҡомартҡылары. Ботаника баҡса‑институты ойошторолған. “Йәшел Сауҡалыҡ” һәм “Йоматау” шифаханаларының тау‑санитария һаҡлау округтары бар. 2013 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 108,7 мең га (дөйөм майҙандың 70%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 69,9, сабынлыҡтар — 13,0, көтөүлектәр — 22,1; урмандар майҙаны — 30,0, ер өҫтө һыуҙары — 5,6. Район көньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [2 ДУАХП, колхоз, 6 совхоз, ш. иҫ. “Алексеевка”, “Дмитриевка”, СССР‑ҙың 60 йыллығы исемендәге совхоз, 4 МУАХП, 58 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, картуф, йәшелсә культуралары һәм көнбағыш үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ үҫешкән. Нефть сығарыу м‑н «“Башнефть” АНК» ААЙ “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Уфанефть” НГДУ‑һы структур бүлексәһе шөғөлләнә. Район терр‑яһында Уҡытыу‑тәжрибә урман хужалығы, Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, ветеринария станцияһы (Чесноковка а.), үләндәр б‑са орлоҡсолоҡ станцияһы (Зубов а.), “Башҡортостан”, “Өфө” ҡошсолоҡ ф‑калары, Йылҡысылыҡ заводы №119, “Башҡортостан” ФДУП‑ы, 2 балыҡсылыҡ хужалығы (Нөрлө, Волков аа.) урынлашҡан. Икмәк з‑ды (Булгаков а.), “Кириллов” (һөт продукцияһы етештереү), “Базис”, “Николаевка продукттары” ЯСЙ‑лары, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы (Лебяжий а.) һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Дим—Ишембай—Төйлөгән участкаһы), Черниковка—Восточный—Благовещен т. юл тармағы, Һамар—Өфө—Силәбе, Өфө—Ҡазан, Өфө—Ырымбур автомобиль юлдары үтә. Судносылыҡ осоронда Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. буйлап транспорт бәйләнеше ойошторола. Ө.р. үҙәк иҡтисади төбәккә инә. Районда ПУ, 25 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 20 урта мәктәп; лицей (Булгаков), балалар йорто (Чесноковка), 30 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 музыка мәктәбе (Михайловка, Николаевка а.), Балалар ижады йорто (Михайловка), йәш натуралистар станцияһы, “Ҡарлуғас” үҫмерҙәр клубы, СДЮСШОР, “Аҡ тулҡын” спорт клубы; үҙәк район поликлиникаһы, 4 участка дауаханаһы, 15 амбулатория, 22 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Йоматау” шифаханаһы, “Восход” ял базаһы; мәҙәниәт һарайы, 31 клуб учреждениеһы, 31 китапхана, Егерме бишенсе Чапаев дивизияһының йорт‑музейы, Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы (Михайловка), “Ҡыҙылъяр” урыҫ тарихи‑мәҙәни үҙәге, этнография музейы (Йоматау ауыл хужалығы техникумы а.) бар. 12 халыҡ һәм 6 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Уфимские нивы” гәз. сыға.

И.В.Голубченко, С.Ғ.Курас

Тәрж. З.Б.Латипова

 

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019