Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБИТ СӘСӘН

Просмотров: 1778

ҒӘБИТ СӘСӘН [ысын исеме Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы; 1856 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1850), Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҙрис а., хәҙер БР‑ҙың Баймаҡ районы Үрге Иҙрис а., — 1921, шунда уҡ], башҡ. халыҡ шағир‑импровизаторы, йырсы, ҡурайсы. Ишмөхәмәт сәсәндең уҡыусыһы. Ғ.с. репертуары бай һәм күп төрлө. 20 б. башында М.А.Буранғолов сәсәндән бик күп легенда һәм риүәйәт, Урал йырын, Урал батыр, Аҡбуҙат, Ҡараһаҡал, “Күсәк бей” (ҡара: Бабсаҡ менән Күсәк), “Иҙел менән Яйыҡ”, Юлай менән Салауат, “Тамъян”, “Батырша”, “Байыҡ Айҙар сәсән” эпос һәм ҡобайырҙарын, Салауат Юлаевтың “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап...”, “Сәстәреңдең толом сулпылары...”, “Һауаларҙа осҡан, ай, яғылбай...” шиғырҙарын һ.б. яҙып ала. Ғ.с. “Ҡурай бәйете”, “Һаҡмар бәйете”, “Аусы мажаралары” шиғыры һәм дүрт юллыҡ сатирик шиғырҙары “Башҡорт шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы” (2001) китабына индерелгән. 1912 й. Ырымбур губернаһы Яҡуп а. һәм Ырымбур ҡ. үткәрелгән Ватан һуғышында (1812) еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҡурайсылар һәм сәсәндәр ярышында, шулай уҡ 1920 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Башҡорт хөкүмәте тарафынан ойошторолған конкурста еңеүсе була. БР‑ҙың Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис а. Ғ.с. стела ҡуйылған.

 Әҙәб.: Б у р а н ғ о л о в М.А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; С ә ғ и т о в М.М. Мифологияға нигеҙләнгән героик ҡобайырҙар //Башкирский фольклор. 85 лет записи башкирского народного эпоса “Урал‑батыр”: Сборник статей. Уфа, 2000. Вып. 4.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.04.2023