Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕКТӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1288

ҮҪЕМЛЕКТӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ, с и н т а к с о н о м и я, төрлө рангылы үҫемлек төркөмө типтарын айырыу. Ү.к. үҫемлектәр донъяһын рациональ ҡулланыуҙы ойоштороу һәм уның торошон мониторингылау, биологик төрлөлөктө һаҡлау өсөн кәрәк. Ү.к. нигеҙендә геоботаник районлаштырыу, геоботаник карталар, урмандарҙың, тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең һәм сегеталь үҫемлектәрҙең хужалыҡ типологияһы төҙөлә. Ү.к. үҫешенә үҫемлектәрҙе классификациялау (систематика, таксономия) һәм классификация (таксономик) рангылары (төр, зат, ғаилә, тәртип һ.б.) системаһы ҙур йоғонто яһай. Ләкин үҫемлектәрҙе классификациялау тәжрибәһен Ү.к. туранан‑тура күсереү мөмкин түгел, сөнки Ү.к. объекты 2 үҙенсәлеккә эйә. Үҫемлектәр донъяһында үҫемлек заттарына хас дискрет берәмектәр юҡ һәм төп классификация берәмеге булып фитоценоз (үҫемлектәр төркөмө) тора, был күп үлсәмле континуумдан, йәғни үҫемлек донъяһының мөхит градиенттары буйлап әкрен үҙгәрешенән, шартлы рәүештә айырып алынған бер төрлө өлөшө. Бынан тыш, ниндәй ҙә булһа рангының үҫемлек төркөмө типтары (синтаксондар) экологик нигеҙҙә айырыла. 20 б. 80‑се йй. башына тиклем СССР‑ҙа һәм Башҡортостанда доминанта Ү.к. принциптары ҡулланыла: доминанталар составының оҡшашлығы б‑са — үҫемлек ассоциациялары (шыршылыҡ-ҡара көртмәлелек, ҡарағайлыҡ‑ҡыҙыл көртмәлелек, аҡтамыр‑күстерә ассоциацияһы һ.б.), төп доминантаһы б‑са — формациялар (шыршылыҡ, ҡарағайлыҡ, имәнлек, төлкөғойроҡлоҡ, күстерәлектәр һ.б.), бер йәшәү формаһы үҫемлектәре өҫтөнлөк итеүе б‑са үҫемлектәр донъяһы типтары (тайга, киң япраҡлы урмандар, болондар, далалар) айырыла, аҙаҡҡыһы экологик варианттар‑ярым типтарға бүленгән (ҡоро болондар, ысын болондар, һаҙланған болондар). 30‑сы йй. Башҡортостанда Ү.к. ошо принциптар б‑са эшләнә (П.П.Жудова, С.Ф.Курнаев, С.Е.Кучеровская-Рожанец һ.б.). 70‑се йй. респ. геоботаниктары Ү.к. экологик‑флористик принциптарҙы (Браун‑Бланке ысулы) ҡуллана башлай, улар халыҡ‑ара, универсаль булып тора, фитосоциологик номенклатураның һәм синтаксондарҙы нигеҙләүҙең ҡәтғи системаһына таяна. Респ. геоботаниктары был ысулды пропагандалауға һәм уны СССР‑ҙың гигант терр‑яһы шарттарына яраҡлаштырыуға ҙур өлөш индерә. 1981 й. Өфөлә Ү.к. б‑са Бөтә Союз конференцияһы үткәрелә, унда Браун-Бланке ысулын ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы булыуы т‑да ҡарар ҡабул ителә. БР‑ҙа Б.М.Миркин етәкс. Браун‑Бланке ысулы нигеҙендә Ү.к. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Үҫемлектәр донъяһының төрлө типтарының классификациялары төҙөлә: рудераль (А.Р.Ишбирҙин, М.Т.Сәхәпов, А.И.Соломещ, Г.Й.Һөйөндөкова), сегеталь (Л.М.Абрамова, К.М.Рудаков, Г.Р.Хәсәнова, Э.Ф.Шәйхисламова), бейек тау (Ишбирҙин), дымлы болондар (И.Н.Григорьев, Соломещ), урмандар (В.Б.Мартыненко, С.Н.Мартьянова, Соломещ, П.С.Широких), болондар (А.А.Филинов, С.М. Ямалов), һыу макрофиттары төркөмө (С.С.Петров). Респ. геоботаниктары Рәсәйҙең бер нисә төбәгенең (айырыуса Яҡутияның) һәм Монголияның Ү.к. эшләүгә өлөш индерә.

Әҙәб.: Сегетальные сообщества Башкирии /Б.М.Миркин [и др.]. Уфа, 1985; Синтаксономия, экология и динамика рудеральных сообществ Башкирии /А.Р.Ишбирдин [и др.]. Уфа,ы 1988; Влажные луга республики Башкортостан: синтаксономия и вопросы охраны /И.Н.Григорьев [и др.]. Уфа, 2002.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019