Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛМАНТАЕВА Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы

Просмотров: 1107

ҠАЛМАНТАЕВА Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7.11.1948, Чкалов өлкәһе Үрге Ильяс а. — 5.2.2021, Өфө ҡ.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1993), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976). Өфө сәнғәт училищеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев, К.Ф.Ғәҙелшин  курсы), БДУ‑ны (1987) тамамлаған. 1970 й. алып Салауат башҡ. драма театры, 1971—83 йй., 1985—92 йй. һәм 1994 й. — Сибай башҡ. драма театры, 1998—2002 йй. “Нур” Өфө тат. театры, 1992—93 йй. һәм 2002 й. башлап БР Милли Йәштәр театры актрисаһы.

 Ҡ. ижадына төрлө жанрҙарҙағы — сатирик, эксцентрик, фольклор, шулай уҡ лирик-драматик ролдәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарыу хас: Салауат башҡорт драма театрында — Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙың шул уҡ исемле драмаһы; дебют, 1970); Сибай башҡорт драма театрында — Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың шул уҡ исемле әҫәре), леди Мильфорд (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Эльвира (“Дон Жуан”, Мольер); Нур театрында — Әниә (Т.Ғ.Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” пьесаһы буйынса), Зөлфиә (“Гүргә инер сер ине”, Р.М.Кинйәбаев); Милли Йәштәр театрында — Әсә (“Дала ҡиссаһы”, Ф.М.Бүләков), Нәғимә (“Беҙҙең өйҙөң йәме”, М.Кәрим әҫәре буйынса), Анна Михайловна (“Мәңге тереләр” — “Вечно живые”, В.С.Розов) һ.б. Кинофильмдарҙағы ролдәре: Оло инәй (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, 2005), Өләсәй (“13‑сө раунд”, 2011; икеһе лә — Башҡортостан киностудияһы).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023