Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҠСҮТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ

Просмотров: 1218

МӘҠСҮТ МЕТАМОРФИК КОМПЛЕКСЫ, юғары баҫымлы тау тоҡомдарының урындағы стратиграфик бүлексәһе. Йылайыр районы Мәҡсүт а. эргәһендә Д.Г.Ожиганов тарафынан айырып күрһәтелә (1941). А.А.Алексеев, С.С.Горохов, Н.Л.Добрецов, О.А.Захаров, Д.Д.Криницкий, В.М.Криницкая, В.И.Ленных, В.Н.Пучков һ.б. тарафынан өйрәнелә. Аҫтан өҫкә ғәли, ҡайраҡлы, йомағужа, ҡарамалы свиталары (А.А.Алексеев тарафынан — өҫтәмә рәүештә урған һәм боевохутор свиталары) бүленгән. Ултырмалары Уралтау һыртының көньяҡ өлөшөндә Һаҡмар й. башынан Ырымбур өлкәһе Һары т. юл ст. киңлегенә тиклем таралған (оҙонлоғо яҡынса 200 км, киңлеге 10—15 км). Метаморфизмдың йәше — урта палеозой (360—400 млн йыл). Йәшел һәүерташ, глаукофан-һәүерташ һәм эклогит фациялары шарттарында метаморфизмға дусар булған тәүге ҡатламдарҙың йәше (аҫҡы палеозой) мәрмәрләнгән эзбизташ линзаларында конодонттар булыуы менән иҫбатланған. Көнбайышта М.м.к. тектоник йәһәттән һәүәнәк метаморфик комплексы менән, көнсығышта Магнитогорск мегасинклинорийының палеозой ҡатламдары менән бәйләнгән. Составында фенгит мусковиты, гранат, графит, кварц, глаукофан булған кварцит һәм кристаллы һәүерташтарҙан, йәшел һәүерташтарҙан, йәшелташ тоҡомдарынан тора; ҡалынлығы 3—4 км. М.м.к. тау тоҡомдары һәм минералдары һыныҡтары (гранат, слюда һәм глаукофан) йылайыр свитаһының полимиктлы ҡомташтарында бар. М.м.к. уникаллеге комплекс составында эклогит һәм глаукофан һәүерташтарының үҫеше менән билдәләнә. Ғүмәр, Көньяҡ Юлыҡ баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары тура килә, метаморфик алмастың бер нисә кристалы (0,5 мм бәләкәйерәк) табылған.

  Әҙәб.: А л е к с е е в А.А. Магматические комплексы зоны хребта Урал‑Тау. М., 1976; Л е н н ы х В.И. Эклогит‑глаукофан‑сланцевый пояс Южного Урала. М., 1977.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023
Связанные темы рубрикатора: