Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1683

ОРГАНИК ХИМИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Химия секторы (1953 й. алып Бүлек) булараҡ асыла, 1961 й. башлап РСФСР Ғилми‑тикшеренеү эштәрен координациялау б‑са дәүләт ком‑тының Органик химия ин‑ты, 1967 й. — СССР ФА БФ‑тың Органик химия ин‑ты (1968 й. алып Химия ин‑ты), 1991 й. — РФА УрБ БФҮ‑нең Органик химия ин‑ты, 1992 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең Органик химия ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: бирелгән үҙенсәлектәре булған органик берләшмәләрҙе йүнәлешле синтезлау; гетероциклик системаларҙы синтезлауҙың яңы ысулдарын үҫтереү; тәбиғи берләшмәләрҙең химик һәм биол. әүҙемлеге; каталитик синтез һәм полимерҙар модификацияһы; окисланыу процестарының кинетикаһы һәм механизмы; молекулаларҙың һәм металл комплекстарының ҡуҙғытылған хәлдәре химияһы һәм яҡтылыҡ бүленеп сығыу м‑н барғанреакциялар; литийлы‑көкөртлө аккумуляторҙар өсөн көкөрторганик берләшмәләр нигеҙендәге электролит системалар; металдар һәм фармакондар м‑н комплекстар барлыҡҡа килтергәндә гомо‑ һәм гетерофункциональ берләшмәләр һ.б. Институт составында 13 лаб., фәнни‑техник мәғлүмәт бүлеге, производство бүлексәләре һәм хужалыҡ участкаһы бар. 155 ғилми хеҙм‑р араһында 1 РФА акад., 25 фән д‑ры һәм 87 фән канд. (2013). 5 һөнәр б‑са аспирантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ дисс. яҡлау советы эшләй. Институт ғалимдары тарафынан түбән молекуляр биокөйләгестәрҙе (пиретроидтар, простагландиндар, феромондар, ювеноидтар) тулы синтезлауҙың һаҡсыл схемаларын булдырыуға фәнни ҡараштар, металл комплекслы катализаторҙар һайлауҙың дөйөм принциптары, металорганик реагенттар файҙаланылған яңы реакциялар һәм синтетик ысулдар, радикал ионлы‑координациялаусы, катионлы полимерлашыу һәм поликонденсация процестарын көйләү ысулдары эшләнә; мед. һәм а.х. өсөн юғары һөҙөмтәле яңы препараттар, ш. иҫ. ВИЧ‑ты тотҡарлаған, канцеростатик, шешеүгә ҡаршы, иммунитетты көйләй торған препараттар, эстуфалан һәм клатрапростин ветеринар препараттары, үҫемлекселек өсөн фунгицидтар һәм үҫеште көсәйткән препараттар табыла; f‑элементтарҙы, энергетик тармаҡланыулы квантлы-сылбырлы процестарҙы, автотирбәлеүсе хемилюминесценцияны ҡуҙғытҡан хемилюминесцент реакциялар класы асыла; органик полиоксидтарҙы, металдарҙы алыу һәм бүлеү процесында көкөртлө комплексондарҙы синтезлау һәм файҙаланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; органик молекулаларҙа электрон м‑н тәьҫир итешкәндә резонанстың яңы төрө һ.б. табыла. Институт тарафынан донъяла беренсе тапҡыр бәләкәй габаритлы “факел” тибындағы торбалы реакторҙарҙа изобутилен полимерҙарын һәм сополимерҙарын алыуҙың энергия, ресурс һәм материал һаҡлаусы технологияһы эшләнә (БДУ һәм РФА‑ның Н.Н.Семёнов ис. Химик физика ин‑ты м‑н берлектә), илдә тәүге тапҡыр синтетик гуттаперча етештереү технологияһы; органик быяланың оптик һәм механик изотроплы эре габаритлы блоктарын сәнәғәт етештереү технологияһы, фаза‑ара катализ ҡулланып, винилхлорид һәм винилиденхлорид, авиация һәм космос техникаһы өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең үҫешен тәьмин иткән махсус углеводородтар (СССР ФА‑ның Органик химия ин‑ты м‑н берлектә), пефлоксацин антибиотигы алыу, фаза‑ара катализаторҙар ҡулланып, бутадиендан хлоропрен алыу, токтың бәләкәй габаритлы литийлы химик сығанаҡтарын, трифон системалы фунгицидын (пропиконазол), культуралы үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың экологик таҙа биотехник сараларын етештереү технологияһы һ.б. эшләнә. 1961—2013 йй. 8 меңдән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. 100‑гә яҡын монография, нәшер ителә, уйлап табыуҙарға 900‑ҙән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм 90 патент алына. Ин‑т РФ, АҠШ, Белоруссия, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Польша, Украина ҒТИ‑лары һәм юғары уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: Р.Д.Оболенцев (1953 й. алып), С.Р.Рафиҡов (1968 й. алып), Г.А.Толстиков (1977 й. алып), М.С.Юнысов (1993 й. алып).

М.С.Юнысов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019