Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨЙӨЛДӨ

Просмотров: 879

КӨЙӨЛДӨ (Numenius arquata), сәпсәү һымаҡтар отрядының һаралйындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса һәм өлөшләтә субарктик бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 500—1200 г, ҡанатының ҡоласы 80—100 см. Ҡауырһын ҡапламы көлһыу һоро төҫтә, арҡаһының артҡы өлөшө, ҡорһағы аҡ. Башы бәләкәй, суҡышы оҙон, нескә, аҫҡа табан бөгөлгән. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяғы оҙон. Енси диморфизм хас: инә ҡоштар эрерәк һәм суҡыштары оҙонораҡ. Моногам. Ояһы — үлән, сыбыҡтар түшәлгән һай соҡор. 4 көрән йәки һоро таплы һарғылт ерән, йәшкелт, һорғолт көрән төҫтәге йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 28—30 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр һәм уларҙың балағорттары, моллюскылар һәм башҡа умыртҡаһыҙҙар, тәлмәрйен, кеҫәртке, ваҡ кимереүселәр, шулай уҡ еләк, үҫемлек орлоғо, бүлбеһе һәм һуғанбашы менән туҡлана. Һыубаҫар туғайҙа, һаҙлыҡта, күлдә, йылға үҙәнендә тереклек итә. БР‑ҙа Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023