Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯХИН Илшат Ғәббәс улы

Просмотров: 1538

ЯХИН Илшат Ғәббәс улы (18.5.1973, БАССР‑ҙың Учалы районы Ҡотой а. — 16.2.2022, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), баянсы, композитор. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2016). Өфө сәнғәт училищеһын (1992; З.Ф.Мөслимов класы), ӨДСИ‑не (1998; М.И.Ғәйнетдинов, Р.Ғ.Рәхимов класы) тамамлаған. 1993 й. алып “Башҡортостан” ТРК‑һының “Тамыр” балалар телерадиостудияһында тауыш режиссёры, 1994 й. — Сибай филармонияһының халыҡ музыка ҡоралдары оркестры етәксеһе. 2001 й. башлап Өфө ҡ.: “Каруанһарай” фольклор‑эстрада төркөмөндә аккомпаниатор‑концертмейстер, 2005 й. — Башҡ. филармонияһының, 2011 й. — Башҡ. дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире, 2013 й. — С.Т.Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында аккомпаниатор, 2019 й. — Милли йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире. Музыкантҡа юғары башҡарыу мәҙәниәте һәм техникаһы, сағыу темперамент, милли музыканың ритмик байлығын һәм колоритын оҫта сағылдырыу хас була. Әҫәрҙәре араһында Сибай башҡорт драма театрында ҡуйылған спектаклдәргә: Т.Х.Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ” (2006), А.Ҡ.Мөбәрәковтың “Бисәкәй” (2008), Л.М.Яҡшыбаеваның “Әүлиә” (2017); Башҡ. дәүләт академия драма театрында — Н.Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди Туған” (2009), М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” (2011), М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса А.Ә.Абушахманов һәм Ш.Ғ.Ғилманованың шул уҡ исемле спектакленә (2014); Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында“Тиле йәшлек” (2013); Чебоксар йәш тамашасы театрында — Б.Брехттың “Кураж әсә һәм уның балалары” (“Мамаша Кураж и её дети”; 2014); Ырымбур татар драма театрында — А.Ғ.Әхмәтғәлиеваның “Бер сәғәткә ир” (“Муж на час”; 2015); Яр Саллы татар драма театрында ҡуйылған Б.Н.Сәләховтың “Яратылмай ҡалған йәрҙәр” (2017) спектакленә һ.б. музыка. “Сируси” телесериалына һәм “Өс хат” фильмына (икеһе лә — режиссёр Р.С.Юлтаев, 2015), С.Р.Асҡарова, Й.Р.Бикбаева, Р.Ф.Ғәбитов, З.И.Ҡудашева, Р.М.Саттаров һ.б. тарафынан ҡуйылған башҡ. бейеүҙәренә музыка авторы. Йырлаусы “Ете ҡыҙ” фонтаны өсөн музыка материалы ижад итә (2015; Театр скверы, Өфө ҡ.), республика әһәмиәтендәге сараларҙы, ш. иҫ. “Ирәндек моңдары” Төбәк‑ара башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсын (Сибай ҡ., 1996—2012), “Салауат йыйыны” Республика фольклор байрамын (2006—07), “Байыҡ” Республика телевизион башҡ. бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурсының гала‑концерттарын (2008 й. алып), Истанбул ҡ. үткәрелгән БР көндәрен (2008) һ.б. музыкаль яҡтан биҙәй. Белгород ҡ. 1000 йыллығына һәм Еңеүҙең 50 йыллығына арналған халыҡ‑ара фестивалдә (1995), фольклор фестивалдәрендә (Франция, 1996; Лефкада утрауы, Греция, 2001), Мәскәү ҡ. үткәрелгән БР көндәрендә (2007) һ.б. ҡатнаша. Рәсәй, Ҡаҙағстан, Греция, Үзбәкстан, Франция буйлап гастролдәрҙә була. “Ағиҙел йондоҙҙары” (“Звёзды Белоречья”; Белорет ҡ., 2014, “Иң яҡшы аккомпаниатор” номинацияһы) Төбәк‑ара хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестиваль‑конкурсы, “Театр яҙы” (“Театральная весна”; Өфө ҡ., 2017, “Иң яҡшы музыкаль биҙәү” номинацияһы) Республика фестивале һ.б. дипломанты.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.05.2023
Связанные темы рубрикатора: