Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИКРОАШЛАМАЛАР

МИКРОАШЛАМАЛАР, составына үҫемлектәрҙең нормаль үҫеше өсөн мотлаҡ булған микроэлементтар ингән ашламалар. Борлы (борнодатолит, бор‑магний һ.б.), кобальтлы (кобальт сульфаты һәм хлориды һ.б.), марганецлы (марганецланған суперфосфат, марганец сульфаты һ.б.), баҡырлы (баҡыр купоросы, пирит көйҙөрмәләре...

МИКРО...

МИКРО... (гр. mikrојs — бәләкәй), ҡушма һүҙҙәрҙең нимәнең дә булһа бәләкәй күләмле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ., микробиология, микроскоп). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

МИКОЛОГИЯ

МИКОЛОГИЯ (гр. myјkеs — бәшмәк һәм ...логия), бәшмәктәр т‑дағы фән, ботаника бүлеге. Бәшмәктәрҙең систематикаһын, төҙөлөшөн (анатомия, морфология һ.б.), үҫешен, физиол., генетик һәм биохимик үҙенсәлектәрен, уларҙың таралыуын һәм тәбиғәттәге ролен, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең организмына...

МИҘИӘК МӘҘРӘСӘҺЕ

МИҘИӘК МӘҘРӘСӘҺЕ, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Миҙиәк а. урынлашҡан була. 1860 й. биш ваҡытлы мәсет эргәһендә мәктәп булараҡ асыла, 1883 й. дек. алып мәҙрәсә. Нигеҙ һалыусы — Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев. Ырымбур мосолман диниә назараты, 1874 й. башлап Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Шәхси иғәнәләр...

МИҘӘТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

МИҘӘТ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Майғаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 63 км алыҫлыҡта Оло Ыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 269 кеше; 1959 — 456; 1989 — 280; 2002 — 263; 2010 — 192 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...

МИҘӘТ МИНДИЙӘРОВ

МИҘӘТ МИНДИЙӘРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Дыуан улусы Миҙәт а. (хәҙ. БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Яңыбай а.) башҡорто. 1774 й. 3 һәм 5 июнендә М.М. отряды Салауат Юлаев ғәскәре составында Себер даруғаһының Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа. янында И.И.Михельсон...

МИҘАЛ ЭШЛӘҮ СӘНҒӘТЕ

МИҘАЛ ЭШЛӘҮ СӘНҒӘТЕ, тәңкәләр һәм миҙалдар эшләү. Б.э.т. 8—7 бб. Лидияла һәм Боронғо Грецияла тәңкәләр яһай башлағандан һуң барлыҡҡа килә; 14—15 бб. Италияла мөһим ваҡиғаға йәки шәхескә арналған рельефлы биҙәкле һәм яҙыулы түңәрәк металл рәүешендәге бүләк итеп һәм иҫтәлеккә бирелә торған билдә — миҙал...

МИДЗЯЕВА Галина Ивановна

МИДЗЯЕВА Галина Ивановна (8.10. 1941, Һарытау ҡ.), актриса. РФ‑тың халыҡ (1995), РСФСР‑ҙың атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Һарытау театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; С.И.Бржевский курсы) Сызрань драма театры, 1965—2012 йй. БР‑ҙың Урыҫ драма театры (Өфө) актрисаһы, бер...

МИГУНОВ Дмитрий Андреевич

МИГУНОВ Дмитрий Андреевич (21.11.1992, Өфө), спортсы. Шорт- трек б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2014), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2015). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.К.Кяк, А.И.Максимов). Дөйөм зачётта 500 м дистанцияла Донъя кубогын (2015—16) яулаусы, Европа (2014—15)...

МИГУНОВ Андрей Павлович

МИГУНОВ Андрей Павлович (14.8.1964, БАССР-ҙың Мәләүез районы Һарыш а. – 28.11.2023, БР-ҙың Ғафури районы Красноусол а. ерләнгән), подполковник. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024). Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1985–87), Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла...

МИГРЕНЬ

МИГРЕНЬ, г е м и к р а н и я, ғәҙәттә, баштың ярты яғының ауыртыуы, өйәнәк. Ауралы М. (ассоциатив), йәғни өйәнәккә тиклем фокаль неврологик симптомдар комплексы күҙәтелә, һәм аураһыҙ М. (ябай) айырыла. Церебраль активлаштырыу механизмдары һәм баш мейеһе тамырҙарының киҫкен киңәйеүе, мейегә ҡан үтеүенең...

МИӘШӘГӘР, һаҙлыҡ

МИӘШӘГӘР, Әй й. басс. һаҙлыҡ. Салауат р‑ны Миәшәгәр а. эргәһендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 227 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,09 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1697 мең м3. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Дарыулы ҡырҡъяпраҡ, ерек ҡураһы, зәһәр лютик, ҡарағат, Лобель аҡһырғағы, муйыл, тал, һаҙ...

МИӘШӘГӘР, Салауат р‑нындағы ауыл

МИӘШӘГӘР, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 39 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 792 кеше; 1920 — 841; 1939 — 879; 1959 — 780; 1989 — 585; 2002 — 605; 2010 — 534 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

МИӘКӘТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл

МИӘКӘТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай‑Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 631 кеше; 1920 — 895; 1939 — 988; 1959 — 924; 1989 — 681; 2002 — 745; 2010 — 675 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

МИӘКӘ, йылға

МИӘКӘ, йылға, Дим й. уң ҡушылдығы. Миәкә р‑ны Миәкәбаш а. көньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай аға, Яңы Алексеевка а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртеп, Дим й. (тамағынан 293 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 49 км, басс. майҙаны 564 км2. Ҡатнаш,...

МИӘКӘ УРТА МӘКТӘБЕ №1

МИӘКӘ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ-Миәкә а. урынлашҡан. 1900 й. донъяуи мәктәп бу‑ лараҡ асыла (ҡара: Министрлыҡ мәктәптәре), 1922 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1927 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1935 й. — өлгөлө тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала, 1972 й. хәҙ. исе‑ мен йөрөтә,...

МИӘКӘ РАЙОНЫ

МИӘКӘ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта Әлшәй, көнсығышта — Стәрлетамаҡ, көньяҡ‑көнсығышта — Стәрлебаш р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Бишбүләк р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны булараҡ ойошторола (ҡара: Административ район), составына...

МИӘКӘ РАЙОНЫ

МИӘКӘ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта Әлшәй, көнсығышта — Стәрлетамаҡ, көньяҡ‑көнсығышта — Стәрлебаш р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Бишбүләк р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны булараҡ ойошторола (ҡара: Административ район), составына...

МИӘҘЕК, Бөрө р‑нындағы ауыл

МИӘҘЕК, Бөрө р‑нындағы ауыл, Миәҙек а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Өфө т. юл ст. Т‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 570 кеше; 1920 — 710; 1939 — 573; 1959 — 303; 1989 — 216; 2002 — 261; 2010 — 252 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Шалҡан урта...

МИӘҘӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

МИӘҘӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 115 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 524 кеше; 1920 — 642; 1939 — 849; 1959 — 757; 1989 — 600; 2002 — 570; 2010 — 602 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория,...