Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРАҒАЙКҮЛ, Благовещен р‑нындағы ауыл

ҠАРАҒАЙКҮЛ, Н а р а т, С и ҙ ә ш, Благовещен р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 90 км һәм Загородная т. юл ст. 95 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 175 кеше; 1939 — 234; 1959 — 396; 1989 — 161; 2002 — 130; 2010 — 111 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ҠАРАҒАЙКҮЛ, күл

ҠАРАҒАЙКҮЛ, Ворожеич, Ҡарағай, Уй й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Учалы р‑ны Вознесенка а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,8 км2, оҙонлоғо 1 км, киңлеге 0,7 км, уртаса тәрәнлеге 4,5 м. Тектоник күл, девон (базальт, андезибазальт, уларҙың туфтары) һәм аҫҡы карбон...

ҠАРАҒАЙЛЫ

ҠАРАҒАЙЛЫ, неолит археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 6‑сы мең йыллыҡ аҙ. — 5‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Учалы р‑ны Учалы а. янында Ҡарағайлы күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Л.Я.Крижевская тарафынан асыла һәм 1961—65 йй. Г.Н.Матюшин м‑н берлектә өйрәнелә, 1991 й. Ю.А.Морозов тикшерә. 11 тора...

ҠАРАҒАЙЛЫ

ҠАРАҒАЙЛЫ, неолит археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 6‑сы мең йыллыҡ аҙ. — 5‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Учалы р‑ны Учалы а. янында Ҡарағайлы күле буйында урынлашҡан. 1961 й. Л.Я.Крижевская тарафынан асыла һәм 1961—65 йй. Г.Н.Матюшин м‑н берлектә өйрәнелә, 1991 й. Ю.А.Морозов тикшерә. 11 тора...

ҠАРАҒАЙЛЫ, күл

ҠАРАҒАЙЛЫ, Урал й. басс. күл. Учалы ҡ. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 3,8 км2, оҙонлоғо 24 км, уртаса киңлеге 1,5 км, уртаса тәрәнлеге 3,2 м (макс. — 4,0 м), һыу күләме 12,0 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 22,0 км2. Тектоник күл, аҫҡы һәм урта девондың ирәндек свитаһы тоҡомдарында...

ҠАРАҒАЛПАҠ ТЕЛЕ

ҠАРАҒАЛПАҠ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡарағалпаҡтарҙың милли теле. Ҡарағалпаҡстанда, Үзбәкстандың Хәрәзм һәм Фирғәнә өлк., Төркмәнстандың Ташауыҙ өлк., Ҡаҙағстандың ҡайһы бер райондарында, РФ‑тың Әстерхан өлк., Афғанстанда таралған. Һөйләшеүселәр һаны...

ҠАРАҒАН

ҠАРАҒАН (Cotoneaster), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ: һыңар сәскәле Ҡ. — тәпәш үҫемлек, бейеклеге 0,5 м тиклем, бүре емеше — йәйенке сатырлы, кейеҙ-йөнтәҫ...

ҠАРАҒАС

ҠАРАҒАС (Larix), ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 14 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 20‑гә яҡын) төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда Сукачёв, йәки урыҫ Ҡ. үҫә. Яҡтылыҡ яратыусы ылыҫын ҡойоусы ағас, 300—530 йылға тиклем үҫә. Сатыры...

ҠАРАҒАС, һырт

ҠАРАҒАС, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны аша Ҡапҡалы й. тамағы киңлегенән Ҡояҙы й. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) тиклем Инйәр й. һул яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 9 км, киңлеге 0,5— 2 км. Абс. бейеклеге 921 м. Рельефында 3 түбә айырыла. 100 м тәрәнлектәге...

ҠАРАҒАТ

ҠАРАҒАТ (Ribes), крыжовник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡара Ҡ. һәм төклө Ҡ. үҫә. Бейеклеге 1,5— 2,0 м булған япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡлыҡ. Япрағы өс, биш айырсалы, һаплы, сиратлы, ҡара Ҡ. — өҫ яҡтан яланғас,...

ҠАРАҒОЛ, Салауат р‑нындағы ауыл

ҠАРАҒОЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мөрсәлим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 47 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 226 кеше; 1920 — 241; 1939 — 367; 1959 — 398; 1989 — 284; 2002 — 253; 2010 — 231 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мөрсәлим...

ҠАРАҒОШ

ҠАРАҒОШ (Aquila clanga), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Көнсығыш Евразиянан алып Приморьеға тиклем таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 62—74 см, ауырлығы 1,6—2 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанатының ҡоласы 155—182 см. Ҡауырһыны ҡарағусҡыл көрән төҫтә. Суҡышы ҡара. Ҡанаты киң,...

ҠАРАҒОШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ҠАРАҒОШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡарағош а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 76 км алыҫлыҡта Рәзәт й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2076 кеше; 1920 — 2450; 1939 — 1579; 1959 — 1084; 1989 — 766; 2002 — 658; 2010 — 567 кеше. Татарҙар...

ҠАРАҒОШТАР

ҠАРАҒОШТАР (Aquila), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар заты. 9 төрө билдәле, Евразияла, Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа 4 төрө осрай: бөркөт, көсөгән, ҡарағош, ялан бөркөтө. Күсәр, ултыраҡ (бөркөт) ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 90 см тиклем, ауырлығы 6 кг тиклем (инә...

ҠАРАҒӨЛӨМБӘТ

ҠАРАҒӨЛӨМБӘТ, Ҡаракилмәт, Ҡ.-Килмөхәммәт (?—1631), Нуғай Урҙаһы мырҙаһы. Иҙеүкәй тоҡомонан. 17 б. башында (Ә.Н.Усманов мәғлүмәттәре б‑са, 16 б. башында) Башҡортостан наместнигы. 1623 й. алып Оло Нуғай Урҙаһы нуратдины (тәхет вариҫы). Көньяҡ-көнбайыш башҡорттары өҫтөнән тулы хакимлыҡҡа эйә булыу өсөн...

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ

ҠАРАҒУЖАҠ БЕЙ МӨШӘҮӘЛИ, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы. Ҡыпсаҡтарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенең башында тора. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, Бикбау бей, Иҫке бей һәм Шәғәле Шаҡман бей м‑н көньяҡ- көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған (ҡара:...

ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ

ҠАРАҒУЖИН Р.С. КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ. Благовар р‑нында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, склады, а.х. машиналары һ.б. бар. 2011 й. 6 кеше эшләгән. Һөрөнтө ерҙәр майҙаны — 60 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): арыш — 20, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 40; етештереү (т): иген — 5,6. Һыйыр малы һаны — 7, һарыҡ...

ҠАРАЕРЕК, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАРАЕРЕК, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 778 кеше; 1920 — 921; 1939 — 930; 1959 — 635; 1989 — 193; 2002 — 133; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар...

ҠАРАЕРЕК, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠАРАЕРЕК, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Түреш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 439 кеше; 1959 — 377; 1989 — 125; 2002 — 149; 2010 — 123 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. уртаһында Бәләбәй кантонында...

ҠАРАИМ ТЕЛЕ

ҠАРАИМ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Ҡараимдарҙың милли теле. Литвала, Польшала һ.б. илдәрҙә таралған. Һөйләшеүселәр һаны яҡынса 540 кеше (1989). Ҡырым татарҙары теленә яҡын. Әҙәби теле юҡ. 14 б. һуң формалашҡан галич (Г.д.), ҡырым (Ҡ.д.) һәм тракай (Т.д.)...