Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРАТАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ҠАРАТАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 7 кеше; 1939 — 170; 1959 — 356; 1989 — 512; 2002 — 532; 2010 — 512 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠАРАТАЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ҠАРАТАЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 215 кеше; 1959 — 128; 1989 — 82; 2002 — 106; 2010 — 87 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1925...

ҠАРАТАЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ҠАРАТАЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Йомаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 42 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 487 кеше; 1959 — 382; 1989 — 195; 2002 — 225; 2010 — 212 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йомаш урта мәктәбе филиалы),...

ҠАРАТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ

ҠАРАТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 4—5 бб. ҡарай. Борай р‑ны Ҡаратамаҡ а. көнсығышҡа табан 0,2 км алыҫлыҡта Тере Танып й. һул ярында урынлашҡан. 1958 й. ер эштәре башҡарған саҡта урындағы кешеләр тарафынан табыла, 1959 й. Н.А.Мәжитов, 1966 й. С.М.Васюткин, 1988 й. Б.Б.Агеев...

ҠАРАТАМАҠ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАРАТАМАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 551 кеше; 1920 – 663; 1939 – 412; 1959 – 442; 1989 — 232; 2002 – 193; 2010 – 136 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ҠАРАТАМАҠҺАҘ, һаҙлыҡ

ҠАРАТАМАҠҺАҘ, Тере Танып й. басс. һаҙлыҡ. Борай р‑ны Ҡаратамаҡ а. эргәһендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 758 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,62 м, иң ҡалыны — 4,3 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, ҡара ерек, ҡара ҡарағат, көньяҡ ҡамышы, күл ҡамышы, күрән, тура ҡаҙ үләне, һаҙ яраны, юл япрағы һ.б....

ҠАРАТАМЫР

ҠАРАТАМЫР (Cynoglossum), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, уртаса һәм субтропик бүлкәттәрҙә, тропиктарҙың тауҙарында таралған. БР‑ҙа дарыулы Ҡ. үҫә. Үҙәк тамырлы ике йыллыҡ үлән, ҡуйы йомшаҡ төк м‑н ҡапланған. Һабағы аҙ һанлы, ҡуйы япраҡ м‑н ҡапланған, бейеклеге...

ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ

ҠАРАТАУ ҠАЛҠЫУЫ, Урал алды бөгөлөндә ятҡан һәм уны Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, Ағиҙел депрессияһы уйпатлыҡтарына бүлгән субкиңлек йүнәлешле тектоник структура. Ҡ.ҡ. төҙөлөшөндә Ҡаратау, Турғай тауҙары һәм Ажығарҙаҡ (Минйәр) антиклинорийҙарының төньяҡ ҡанаттарын ҡатмарлаштырған һәм киҫеп үткән субкиңлектәге...

ҠАРАТАУ, һырт

ҠАРАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Нуриман, Салауат р‑ндары һәм Силәбе өлк. буйлап Шарҙалы й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) алып Һалдыбаш й. киңлек ағымына тиклем субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Оҙонлоғо 80 км, көнбайыш өлөшөнөң киңлеге 10—13 км, урта өлөшөнөң — 5—6 км, көнсығыш өлөшөнөң...

ҠАРАТАУИ

ҠАРАТАУИ, рифейҙың үрге хроностратиграфик бүлексәһе, уның стратотип киҫелешен тамамлай. Йәше 1030±30 млн йыл — 600±10 млн йыл. Юрматыни өҫтөндә ята, йыуылыу аша венд менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар хас. Б.М.Келлер тарафынан айырып күрһәтелә (1952). О.П.Горяинова,...

ҠАРАТАШ, тау

ҠАРАТАШ, тау түбәһе, Ҡырҡтытау һыртының иң бейек нөктәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Әбйәлил р‑ны Буранғол а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 1118 м, оҙонлоғо яҡынса 4 км, киңлеге 1 км тирәһе. Формаһы һуҙылған. Таш ҡаласыҡтары (бейеклеге 8—10 м) булған, билән (тәрәнлеге 20...

ҠАРАТАШ, һырт

ҠАРАТАШ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ҡатасҡын, Айғыр (Кесе Инйәр й. ҡушылдыҡтары) һәм Минйәк (Инйәр й. ҡушылдығы) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 17 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 6 км, көньяҡ өлөшөнөң — яҡынса 4 км, абс. бейеклеге 919 м. Һыртта...

ҠАРАТӘКӘ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠАРАТӘКӘ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1153 кеше; 1920 – 1531; 1939 – 1144; 1959 – 748; 1989 – 404; 2002 – 364; 2010 – 370 кеше. Башҡорттар,...

ҠАРАУЫЛТАУ, тау

ҠАРАУЫЛТАУ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Маҡар а. көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) уң ярында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 250 м. Оҙонса формала, текә битләүҙәре террасалап эшкәртелгән, ҡарағайҙар ултыртылған. Әртә ярусы тоҡомдарынан...

ҠАРАҺАҠАЛ

ҠАРАҺАҠАЛ, С о л т а н г ә р ә й , Б а й б у л а т Х ә с ә н о в (ысын исеме Миңлеғол Юлаев; ? — 1749, Урта ҡаҙаҡ йөҙө), 1739—40 йй. башҡ. ихтилалы юлбашсыларының береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Күсем нәҫеленә ҡараған Себер...

ҠАРАШАР ҺАҘЛЫҒЫ

ҠАРАШАР ҺАҘЛЫҒЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Вознесенка а. көнсығышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 63 га. Карбонатлы күрән‑гипна һәм ҡамышлы һаҙлыҡтар, һаҙлыҡҡа әйләнгән йәшел мүкле ҡарағайлыҡтар, ереклектәр, ҡайынлыҡтар, шыршылыҡтар һәм болондар комплексынан тора. Ҡарашар...

ҠАРАЯҠУП АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ҠАРАЯҠУП АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 5—3 мең йыллыҡтарға ҡарай. Шишмә р‑ны Ҡара Яҡуп а. төньяҡ-көнсығышҡа табан Дим й. уң ярында урынлашҡан. Ҡ.а.к. тора һәм ҡәберлек инә. Ю.А.Морозов тарафынан 1980 й. асыла һәм 1980—82 йй., 1984 й. өйрәнелә. Ҡараяҡуп тораһында...

ҠАРАЯҠУП ҠАЛАСЫҒЫ

ҠАРАЯҠУП ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 8—9 бб. ҡарай. Шишмә р‑ны Ҡара Яҡуп а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1952 й. И.А.Талицкая тарафынан асыла, 1962 й. һәм 1967 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе Г.И.Матвеева) өйрәнә. Майҙаны 2300 м2, 568 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ...

ҠАРАЯҠУП МӘҘӘНИӘТЕ

ҠАРАЯҠУП МӘҘӘНИӘТЕ, һуңғы тимер быуат археологик мәҙәниәте. Күпселек тикшеренеүселәр, Ҡ.м. 8—9 бб., ҡайһы берҙәре 7—12 бб. ҡарай, тип иҫәпләй. Ҡараяҡуп ҡаласығы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Ҡ.м. ҡомартҡылары Дим й. басс., Ағиҙел й. түбәнге һәм урта ағымында тупланған (Бикеш ҡурғандары, Иҫке Ҡалмаш...

ҠАРАЯР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ҠАРАЯР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡараяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 190 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 933 кеше; 1989 — 912; 2002 — 729; 2010 — 751 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....