Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСӘТ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ

ИСӘТ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, Рәсәй императрицаһы Анна Иоанновнаның 1736 й. 11 февр. шәхси указы б‑са атаман Ермак отряды казактары нәҫелдәренән һәм үҙ ирке м‑н килеүселәрҙән — Себер ҡала казактарынан, дворян һәм ҡасҡын крәҫтиәндәрҙән (ҡара: Иррегуляр ғәскәрҙәр, Казак ҡатламы) Себер губернаһы Тубыл провинцияһында...

ИСӘМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл

ИСӘМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 17 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 124 км алыҫлыҡта Әүеште й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1393 кеше; 1920 — 1639; 1939 — 1480; 1959 — 973; 1989 — 826; 2002 — 811; 2010 — 728...

ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы

ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы [28.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Аташ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 13.11.1983, Ленинград], дин әһеле, СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө (1975—80, ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төйлөгән а....

ИРСАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ИРСАЙ, Р ы с а й а л, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Загородная т. юл ст. Т.-Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 599 кеше; 1920 — 673; 1939 — 595; 1959 — 521; 1989 — 428; 2002 — 523; 2010 — 53 кеше. Мариҙар...

ИРСАЕВА Нурия Исхаҡ ҡыҙы

ИРСАЕВА Нурия Исхаҡ ҡыҙы (13.10.1942, БАССР-ҙың Миәкә р‑ны Ҡанбәк а.), актриса. РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1980) һәм ТР‑ҙың (1998) халыҡ, БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин курсы), ӨДСИ‑не (1987; А.К.Лощенков курсы) тамамлаған....

ИРРЕГУЛЯР ҒӘСКӘРҘӘР

ИРРЕГУЛЯР ҒӘСКӘРҘӘР, 18 б. — 1918 й. рус армияһының даими ойошторолошо булмаған йәки регуляр ғәскәрҙәрҙән обмундированиеһы, ҡоралландырылыуы һәм комплектланыу ысулы м‑н айырылған ҡораллы формированиелары. И.ғ. казак ғәскәрҙәре (ҡара: Казак ҡатламы) һәм башлыса урыҫ булмаған халыҡ вәкилдәренән тупланған...

ИРНАЗАРОВА Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы

ИРНАЗАРОВА Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы (15.3.1915, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Темәс а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 3.11.2000, Сибай ҡ.), актриса. БАССРҙың атҡ. артисы (1972). 1941 й. Башҡ. филармонияһы солисы, 1942—73 йй. Сибай ҡала драма театры актрисаһы. И. тәүге, башлыса муз. спектаклдәрҙәге ролдәренә лиризм һәм...

ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы

ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы (6.9.1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) БАССР‑ҙың Мәғариф министрлығында,...

ИРЛӘНДӘР

ИРЛӘНДӘР, алйырҙандар (Cricetinae), кимереүселәр отрядына ҡараған алйырҙандар ярым ғаиләһе. Яҡынса 80 заты, 390 төрө билдәле. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, ҡайһы бер төрҙәре Африкала һәм Евразияла таралған. БР‑ҙа 2 затҡа ҡараған 2 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—35 см, ауырлығы 60—1100 г. Төҫө көлһыу йәки...

ИРКӘБАЕВ Олег Геннадьевич

ИРКӘБАЕВ (Иркәбаев‑Этайн) Олег Геннадьевич (14.3.1955, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Тымбай а.), режиссёр. РФ‑тың (2005) һәм Мари Эл Респ. (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Мәскәү мәҙәниәт ин‑тын (1979; Г.А. Георгиевский курсы), ГИТИС‑ты (1987; Б.Г.Голубовский курсы) тамамлаған. 1979—83 йй. М.Шкетан ис. Мари драма...

ИРКӘБАЕВ Ғәбделхәй (Әбделхәй)

ИРКӘБАЕВ Ғәбделхәй (Әбделхәй) [1893, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡорман а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 28.3.1919, АСБР‑ҙың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Преображен- ский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, шағир, публицист. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. 1917 й. майынан —...

ИРИНЕЙ

ИРИНЕЙ (донъяуи исеме Середний Иван Петрович; 10.5.1939, Украина ССР‑ы Столпин а.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1975–76). Дини тәғлимәт канд. (1968). Митрополит (2002). Архиепископ (1982), архимандрит (1971). Монахлыҡ ҡабул иткән (1970). Ленинград дини акад. тамамлағандан һуң (1968) шунда...

ИРИКОВ Николай Романович

ИРИКОВ Николай Романович [1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Үрге Ҡаҙарма а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 16.3.1943, Каменная Яруга а., Украина ССР‑ының Тетлега а. ерләнгән], танкист, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. башлап Сталинград,...

ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ

ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ, металдарҙы: машина, конструкция һәм ҡоролма деталдәрен ысҡынмаҫлыҡ итеп тоташтырыуҙың технологик процесы. 200‑ҙән ашыу И.й. төрө билдәле, улар йәбешкән ҡушылмаларҙы алыу ысулдарына ҡарап 2 төп төркөмгә бүленә: иретеп йәбештереү (махсус йылылыҡ сығанағы тоташтырыла торған деталдәрҙең...

ИРЕНСӘСКӘ ҺЫМАҠТАР

ИРЕНСӘСКӘ ҺЫМАҠТАР, һаңғырау кесерткән һымаҡтар (Labiatae, йәки Lamiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 200‑ҙән ашыу заты, яҡынса 3500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡсыҡтар, ярым ҡыуаҡтар, һирәгерәк ҡыуаҡтар һәм ағастар. Башҡортостанда 2 заттан 57 төрө (бесәй тармаһы, биҙүлән,...

ИРЕНСӘСКӘ

ИРЕНСӘСКӘ (Stachys), иренсәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле; Австралия һәм Яңы Зеландиянан башҡа, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы бер һәм күп йыллыҡ үлән йәки бәләкәй ярым ҡыуаҡ. Һабағы 4 ҡырлы, төҙ, һирәгерәк бөгөлгән,...

ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ

ИРЕНЛӘШЕҮ ҺӘМ ИРЕНЛӘШМӘҮ, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәре; ирендәр ҡатнашлығы м‑н (иренләшеү; ирендәр түңәрәкләнә һәм бер аҙ алға һуҙыла) һәм ирендәр ҡатнашлығынан тыш (иренләшмәү) булған өҫтәмә артикуляция. Фонемаларҙы айырыусы билдәләр сифатында сығыш яһайҙар. Башҡорт телендә иренләшкән [о],...

ИРЕКЛЕ ИҠТИСАДИ ЗОНА

ИРЕКЛЕ ИҠТИСАДИ ЗОНА, махсус иҡтисади зона, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙың махсус режимы булған билдәле бер терр‑я; тышҡы иҡт. эшмәкәрлектең бер төрө. И.и.з. төрҙәре: уңайлыҡтары булған иҡт. зонаһы, ирекле (берлектәге) эшҡыуарлыҡ, офшор зоналары һ.б. РФ‑та ҡануниәткә ярашлы, сәнәғәт‑производство,...

ИРЕК, Шишмә р‑нындағы ауыл

ИРЕК, Шишмә р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 209 кеше; 1959 — 226; 1989 — 172; 2002 — 123; 2010 — 125 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 1927 й. Өфө кантонында ш. уҡ кантондың Арыҫлан а. кешеләре бүлендек...

ИРДУҒАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ИРДУҒАН, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Шаҙы й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 303 кеше; 1920 — 319; 1939 — 330; 1959 — 288; 1989 — 215; 2002 — 209; 2010 — 22 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...