Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГАМАЮН МӘҘӘНИӘТЕ

ГАМАЮН МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты — иртә тимер быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 10—4 бб. ҡарай. Екатеринбург ҡ. янында Юғары Исәт быуаһы моронондағы Гамаюн тораһы исеме м‑н аталған. Башҡортостан терр‑яһында Г.м. ҡомартҡылары Ағиҙел й. үрге ағымында (Сабаҡты, Ташауыл торағы һ.б.) тупланған. Ауылдарҙа...

ГАН Тамара Оскаровна

ГАН Тамара Оскаровна (1.2.1950, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1992). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда (1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (1994 й....

ГАНДБОЛ

ГАНДБОЛ (ингл. hand – ҡул һәм ball – туп), ҡул тубы, спорт төрө, спортсылар тупты һауала ҡулдары м-н партнёрҙарына тапшырып, ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына индерергә ынтылған командалы спорт уйыны. Г. б‑са беренсе секциялар  20 б. 60-сы йй. башында Өфөлә (ӨНИ, Резина-техник изделиелар з‑ды, Салауат Юлаев исемендәге...

ГАНЦЕВ Камил Шамил улы

ГАНЦЕВ Камил Шамил улы (16.4.1975, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2005). Ш.Х.Ганцевтың улы. БДМУ‑ны тамамлаған (1998). 2000 й. алып Респ. клиник онкология диспансерында эшләй, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре рак булғанда ҡан әйләнешен өйрәнеүгә, онкология ауырыуҙары ваҡытында...

ГАНЦЕВ Шамил Хәнәфи улы

ГАНЦЕВ Шамил Хәнәфи улы (19.4.1951, Өфө), хирург-онколог. БР ФА акад. (2018), мед. ф. д-ры (1989), проф. (1991). РФ-тың (2002) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. фән эшмәкәре. Х.Х.Ганцеваның ҡустыһы. БДМИ‑ны тамамлаған (1974). 1976 й. алып Өфөнөң 6-сы дауаханаһында эшләй. 1978 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 1988 й. —...

ГАНЦЕВА Лидия Ивановна

ГАНЦЕВА Лидия Ивановна (6.1.1938, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Чесноковка а. — 3.7.2000, БР‑ҙың Өфө р‑ны Михайловка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1955 й. алып Өфө р‑ны хужалыҡтарында эшләй: 1960 й. башлап “Дмитриевка” с‑зында, 1963—88 йй. “Өфө” с‑зында (1976 й. тиклем һәм 1983 й. алып һауынсы). 1959—65 йй....

ГАНЦЕВА Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы

ГАНЦЕВА Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы (8.2.1948, Өфө), терапевт, аллерголог-иммунолог. Мед. ф. д-ры (1997), проф. (1998). Ш.Х.Ганцевтың апаһы. РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1972). 1973 й. алып Ишембай р-ны Петровский участка дауаханаһында, 1976—77 йй. Өфөнөң 38-се поликлиникаһында...

ГАНЧЕНКО Владимир Александрович

ГАНЧЕНКО Владимир Александрович (7.2.1971, Иркутск ҡ.), спортсы. Бокс б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе, 1989—96 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Рәсәй чемп. (1992), БДБ чемпионатының...

ГАРДИЗИ

ГАРДИЗИ (Әбү Сәит Әбд әл-Хәйибн әз-Захаҡ ибн Мәхмүт әл-Гардизи; 11 б.), фарсы ғалимы. “Зәйн әл-әхбәр” (“Хәбәрҙәр биҙәге”; яҡынса 1050—53 йй.) хеҙмәтенең авторы. Бәшнәктәрҙе, ҡыпсаҡтарҙы һәм Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азияның башҡа төрки ҡәбиләләрен тасуирлағанда Джейханиҙың, Ибн Рустаның, Ибн Хордадбехтың...

ГАРИН МӘҘӘНИӘТЕ

ГАРИН МӘҘӘНИӘТЕ, энеолит — бронза быуаты археологик мәҙә‑ ниәте. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡтың 2‑се ярт. — 2‑се мең йыллыҡтың тәүге ярт. ҡарай. Пермь крайы Гарино а. янындағы торама исеме м‑н аталған. Башҡортостан терр‑яһында Г.м. ҡомартҡылары Ағиҙел й. һәм Кама й. түбәнге ағымында (Иҫке Нуғай ҡәберлеге,...

ГАРИН Фёдор Данилович

ГАРИН Фёдор Данилович [1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 1987, Томск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Йәрмәкәй р‑нында колхозда, 1937 й. алып “Еңеү” сәнәғәт артелендә эшләй. 1945—68 йй. Транссебер т. юлында (1956—60 йй. Новокузнецк—Абакан участкаһында)...

ГАРМОНИК АНАЛИЗ

ГАРМОНИК АНАЛИЗ, математиканың функцияларҙы элементар гармоник тирбәлеүҙәр йәки гармоникалар күмәклегенең бер-береһенә ҡапланыу һөҙөмтәһе булараҡ өйрәнгән бүлеге. Г.а. тригонометрик рәттәр (атап әйткәндә, Фурье рәттәре), Фурье үҙгәртеүҙәре, периодикка яҡын функциялар, комплекслы өлкәнең Г.а. һәм локаль...

ГАРМС Светлана Александровна

ГАРМС Светлана Александровна (27.2.1935, БАССР‑ҙың Ишембай ҡсб, хәҙ. Ишембай ҡ., – 18.9.1956, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), спортсы. Еңел атлетика б-са спорт мастеры (1956). “Ҡыҙыл йондоҙ” спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры И.Ф.Алещукин). Бейеклеккә һикереү б-са СССР (1955), РСФСР чемп., РСФСР...

ГАРМУН

ГАРМУН, баҫмаҡлы-пневматик музыка ҡоралы. Корпусы һул һәм уң клавиатуранан тора, уртаһында күрек урынлашҡан. Уң клавиатураһы — көй башҡарыу, һулы бас-аккордтар өсөн тәғәйенләнгән. Тауыш, баҫмаҡтарға (төймәләргә) баҫып, күректе һуҙғанда һәм кире ҡыҫҡанда барлыҡҡа килеп, металл ҡыҫан уйымдарына нығытылған...

ГАРНАТИ

ГАРНАТИ [Әбү Хәмит Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Әбдрәхим Әл‑Мазини Әл‑Ҡанси әл‑Гарнати; 1080 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1081), Гранада ҡ., Зиридтар дәүләте — 1170, Дамаск, Фатимиҙар хәлифәте], ғәрәп сәйәхәтсеһе, миссионер. Александрия, Ҡаһирә ҡҡ. (Мысыр) уҡый. 12 б. башында Үҙәк һәм Көнсығыш Европала сәйәхәт...

ГАРНИЗОНДАР

ГАРНИЗОНДАР (франц. garnison), торама пункттарҙа, ҡәлғәләрҙә һәм айырым райондарҙа урынлашҡан хәрби частар, учреждениелар һәм уҡыу йорттары. 18 б. башына тиклем — Көньяҡ Урал һәм Урал яны ҡалалары һәм ҡәлғәләре Г. ҡала (полк) һәм станица (ҡарауыл) ғәскәрҙәренең, 1716 й. алып — ялан (пехота, кавалерия,...

ГАРРИС Нина Александровна

ГАРРИС Нина Александровна (22.4. 1946, Батуми), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2012). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй (2008 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы шарттарҙа (эҫе...

ГАРСИЯ ЛОРКА

ГАРСИЯ ЛОРКА Федерико (5.6.1898, Фуэнтевакерос а., Испания – 19.8.1936, Гранада ҡ. янында, ерләнгән ере билдәһеҙ), испан шағиры һәм драматургы. “Йырҙар” (“Песни”; 1927), “Сиған романсероһы” (“Цыганский романсеро”; 1928), “Канте хондо тураһында поэма” (“Поэма о канте хондо”; 1931) шиғри йыйынтыҡтары,...

ГАРШИН Михаил Григорьевич

ГАРШИН Михаил Григорьевич (15.2.1932, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ивановка а. — 3.9.1993, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. а.х. хеҙм‑ре. 1950—93 йй. Дәүләкән р‑нының  М.И.Калинин ис. к‑зында эшләй (1959 й. алып рәйес). Г. етәкс. колхоз юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген...

ГАСПРИНСКИЙ Исмәғил Мостафа улы,

ГАСПРИНСКИЙ Исмәғил Мостафа улы, Ғаспралы И.М. (8.3.1851, Таврия губ. Авджикой а. — 11.9.1914, ш. уҡ губернаның Баҡсаһарай ҡ.), йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, публицист. “Иттифаҡ әл-мөслимин” партияһы ағзаһы (1906 й. алып). Баҡсаһарайҙа мәҙрәсәлә, Симферополь һәм Мәскәү ҡҡ. гимназияларҙа, Воронеж ҡ. кадет...