Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЕНЕАЛОГИЯ

ГЕНЕАЛОГИЯ (гр. genealogia — шәжәрә), айырым ырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүен өйрәнеү, ғаилә, туғанлыҡ бәйләнештәрен билдәләү, ш. уҡ шәжәрәләр төҙөү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарих фәне. Археография, биографика, геральдика, ономастика, палеография, сфрагистика, сығанаҡтар өйрәнеү, этнология м‑н тығыҙ бәйләнештә...

ГЕНЕЗ

...ГЕНЕЗ (гр. genesis — барлыҡҡа килеү, килеп сығыу), ҡушма һүҙҙәрҙең “барлыҡҡа килеү, килеп сығыу процесы менән бәйле” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., орогенез, расогенез, этногенез). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ГЕНЕРАЛЬ ЫҘАНЛАУ

ГЕНЕРАЛЬ ЫҘАНЛАУ, Рәсәйҙә 1765—1861 йй. ер биләмәләре сиктәрен урында билдәләү һәм уларҙы юридик яҡтан рәсмиләштереү б‑са үткәрелгән хөкүмәт саралары (ҡара: Ер сәйәсәте). 1765 й. 19 сент. “Бөтә империя буйынса ерҙәрҙе генераль ыҙанлау тураһындағы манифест”ҡа ярашлы, ыҙанлау үткәргән ваҡытҡа милексенең...

ГЕНЕТИКА

ГЕНЕТИКА (гр. genesis — килеп сығыш), организмдарҙың нәҫеллеге һәм үҙгәреүсәнлеге закондары һәм уларға идара итеү ысулдары т‑дағы фән. Тикшеренеү объектынан сығып үҫемлектәр Г., хайуандар Г., микроорганизмдар Г., кеше Г.; башҡа фәндәр ҡулланған ысулдарҙан сығып биохимик Г., мед. Г., экологик Г. һ.б....

ГЕНИНГ Владимир Фёдорович

ГЕНИНГ Владимир Фёдорович (10.5.1924, Алтай губ. Подсосново а. — 30.10.1993, Киев), археолог. Тарих ф. д‑ры (1974), проф. (1985). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) Ижевскиҙа (1954 й. алып Удмурт республика тыуған яҡты өйрәнеү музейында) эшләй. 1960 й. алып Урал дәүләт ун‑ты (Свердловск ҡ.) уҡытыусыһы;...

ГЕО...

ГЕО... (грекса ge — Ер), ҡушма һүҙҙәрҙең “Ергә, уны өйрәнеүгә ҡараған” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫәлән, геология, геоморфология, геофизика). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов...

ГЕО...

ГЕО... (гр. ge — Ер), ҡушма һүҙҙәрҙең “Ергә, уны өйрәнеүгә ҡараған” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., геология, геоморфология, геофизика). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ГЕОБОТАНИКА

ГЕОБОТАНИКА (гео... һәм ботаника), үҫемлек япмаһын фитоценоздар берләшмәһе булараҡ өйрәнеүсе фән. Г. составына фитоценология, ботаник география (флористика һәм үҫемлектәр географияһы), үҫемлектәрҙең популяцион биологияһы, үҫемлектәр экологияһы (аутэкология) инә. Г. айырым бүлектәре (урмандарҙы өйрәнеү...

ГЕОГРАФИК АТЛАС

ГЕОГРАФИК АТЛАС, альбом йәки китап рәүешендә эшләнгән һәм билдәле системаға һалынған географик карталар йыйынтығы. Г.а. төрҙәре: терр‑ялар б‑са — донъя, ҡитғалар, илдәр һ.б. атластары; йөкмәткеһе б‑са — дөйөм геогр., тематик, комплекслы; тәғәйенләнеше б‑са — уҡыу, фәнни-белешмә, туристик, юл һ.б. атластар....

ГЕОГРАФИК КАРТАЛАР

ГЕОГРАФИК КАРТАЛАР, Ер өҫтөнөң яҫылыҡтағы кесерәйтеп дөйөмләштерелгән һүрәттәре, картаның тәғәйенләнешенә ярашлы һайлап алынған һәм һүрәтләнгән ижт. һәм тәбиғәт күренештәренең урынлашыуын, бәйләнештәрен күрһәтәләр. Г.к. тамғаларҙан торған мәғлүмәт биреүсе, оригиналға ҡарата аралыҡ-ваҡыт б‑са оҡшаш,...

ГЕОГРАФИК ЛАНДШАФТ

ГЕОГРАФИК ЛАНДШАФТ. Хәҙ. география фәнендә Г.л. билдәләмәһен асыҡлауҙың 3 йүнәлеше бар: төбәк (Н.А.Солнцев, А.Г.Исаченко һ.б.), типологик (Н.А.Гвоздецкий һ.б.) һәм дөйөм (Ф.Н.Мильков һ.б.). Төбәк йүнәлеше билдәләмәһенә ярашлы, барлыҡҡа килеүе менән бер‑береһенә оҡшаш тәбиғәт биләмәләре Г.л. тип атала....

ГЕОГРАФИК ПАТОЛОГИЯ

ГЕОГРАФИК ПАТОЛОГИЯ, край патологияһы, организмдың һәм тирә-яҡ мөхиттең үҙ-ара тәьҫир итешеү процестарын, кеше, хайуан һәм үҫемлек ауырыуҙарының билдәле бер терр‑яла тәбиғәттең урындағы үҙенсәлектәренә (кеше өсөн ш. уҡ соц.‑иҡт. факторҙарға) бәйле характерын һәм клиник сағылышын өйрәнгән медицина һәм...

ГЕОГРАФИЯ

ГЕОГРАФИЯ (гео... һәм ...графия), тәбиғи һәм терр. хужалыҡ комплекстарын, уларҙың компоненттарын өйрәнеүсе фәндәр тупланмаһы. Г. урындағы, төбәк һәм глобаль кимәлдә геогр. мөхит компоненттарының урынлашыу законлыҡтарын, кеше һәм тәбиғәт бәйләнеше процестарын, йәмғиәт һәм тәбиғәтте файҙаланыуҙың терр....

ГЕОГРАФИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ГЕОГРАФИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, география өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда география фәнен уҡытыу 19 б. башында проф. уҡыу йорттарында (ҡара: Урта профессиональ белем) башлана. География уҡытыусыларын әҙерләү 1909 й. Уҡытыусылар институтында башлана,...

ГЕОДЕЗИЯ

ГЕОДЕЗИЯ (гео... һәм гр. daio — айырам), пландарҙа һәм карталарҙа сағылдырыу өсөн Ерҙең формаһын, ҙурлығын, тышҡы гравитация ҡырын һәм ер өҫтөнөң үлсәмдәрен билдәләү алымдары т‑дағы фән. Юғары, инженер Г., картографияға, топографияға һ.б. бүленә. Г. эштәрен башҡарыу ысулы б‑са ер өҫтө, космос, һыу аҫты,...

ГЕОДИНАМИКА

ГЕОДИНАМИКА (гео... һәм гр. dynamis — көс), геологияның ваҡыт һәм арауыҡта массаларҙың тәрәндәге һәм ер өҫтөндәге хәрәкәтен тыуҙырған ер ҡабығындағы, мантияһындағы һәм ядроһындағы процестарҙы өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм һәм айырым, экзоген һәм эндоген Г. бүлеп йөрөтөлә. Экзоген Г. — башлыса Ерҙең рельефын...

ГЕОЛОГИЯ

ГЕОЛОГИЯ (гео... һәм ...логия), Ер ҡабығының һәм Ерҙең составы, төҙөлөшө һәм үҫеш тарихы т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. Г. геодинамика, файҙалы ҡаҙылмалар Г., геохронология, тарихи Г., литология, туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме, минералогия, палеонтология, петрология, стратиграфия, тектоника һ.б. инә....

ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, геология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Г.б.б.б. юғары белем биреүҙең үҙ аллы тармағы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. тау эше белеме биреү тау, геол. һәм металлургия б‑са белем биреүгә бүленгәндән һуң рәсмиләштерелә. Г.б.б.б. география буйынса...

ГЕОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ

ГЕОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Тау-геология ин‑ты булараҡ асыла, 1964 й. алып СССР Геология министрлығы ҡарамағындағы Геология ин‑ты, 1967 й. —  СССР ФА БФ‑тың (1987 й. башлап СССР ФА УрБ БФҮ) Геология ин‑ты, 1992 й. —  РФА Өфө ФҮ‑нең Г.и. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: файҙалы...

ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ

ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1934 й. Башҡ‑н геол. разведка тресы эргәһендәге Геол. музейы булараҡ ойошторола, 2003 й. алып Башҡортостан Республикаһының Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы. Музей фондында 5,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге. 3 залда урынлашҡан экспозицияла...